Бөгөнгө көндә Йәһүәнең ихтыярын кем үтәй?

Йәһүә шаһиттары бөтә донъяла бар һәм улар — сығыштары менән төрлө милләт һәм мәҙәниәт кешеләре. Был кешеләрҙе нимә берләштерә?

Алланың ихтыяры ниндәй?

Алла бөтә донъя буйынса йәшәгән кешеләрҙең үҙ ихтыярын белеүҙәрен теләй. Уның ихтыяры ниндәй? Уның ихтыяры тураһында кем өйрәтә?

БҮЛЕК 1

Йәһүә шаһиттары ниндәй кешеләр?

Һеҙҙең таныштарығыҙ араһында Йәһүә шаһиттары бармы? Һеҙ беҙҙең турала, дөрөҫөн генә әйткәндә, нимә беләһегеҙ?

БҮЛЕК 2

Ни өсөн беҙ Йәһүә шаһиттары тип аталабыҙ?

Ни өсөн беҙ был исемде алдыҡ? Быға өс сәбәп бар. Уларҙы белегеҙ.

БҮЛЕК 3

Нисек Изге Яҙмаларҙағы хәҡиҡәт яңынан асылған булған?

Изге Яҙмаларҙағы тәғлимәттәрҙе ысынлап та дөрөҫ аңлайбыҙмы-юҡмы икәнен нисек белергә?

БҮЛЕК 4

Ни өсөн «Яңы донъя тәржемәһе» сығарылды?

Ни өсөн Алла Һүҙенең был тәржемәһен уникаль тип атап була?

БҮЛЕК 5

Беҙҙең йыйылыштарға килеп, һеҙ ниндәй файҙа аласаҡһығыҙ?

Беҙ Изге Яҙмаларҙы бергә өйрәнер өсөн һәм бер-беребеҙҙе рухландырыр өсөн осрашабыҙ. Һеҙҙе йылы итеп ҡаршы аласаҡтар!

БҮЛЕК 6

Имандаштар менән аралашыу беҙгә ниндәй файҙа килтерә?

Алла Һүҙе беҙҙе ҡәрҙәштәр менән дуҫлашырға дәртләндерә. Ундай ҡәрҙәшлек менән аралашыу һеҙгә ниндәй файҙа килтерә алғанын белегеҙ.

БҮЛЕК 7

Беҙҙең йыйылыш осрашыуҙарыбыҙ нисек үтә?

Осрашыуҙарыбыҙҙың нисек үткәнен белергә теләр инегеҙме? Беҙҙең йыйылыштарҙа бик сифатлы өйрәтеү үткәрелә. Унда килеп, һеҙ үҙегеҙ быға инана алаһығыҙ.

БҮЛЕК 8

Ни өсөн беҙ йыйылыш осрашыуҙарыбыҙға бөхтә кейенәбеҙ?

Беҙҙең ниндәй кейем һайлауыбыҙ Алла өсөн мөһимме? Кейем һәм тышҡы ҡиәфәт тураһында әйткәндә, беҙ ниндәй принциптар буйынса эш итәбеҙ? Быны белергә саҡырабыҙ.

БҮЛЕК 9

Йыйылыш осрашыуҙарына нисек яҡшыраҡ әҙерләнеп була?

Йыйылыш осрашыуҙарына алдан әҙерләнеү һеҙгә уларҙан күберәк файҙа алырға ярҙам итер.

БҮЛЕК 10

Нимә ул ғаилә менән ғибәҙәт ҡылыу?

Был сара Аллаға яҡынлашырға һәм ғаилә мөнәсәбәттәрен нығытырға нисек ярҙам итә ала? Быны белергә саҡырабыҙ.

БҮЛЕК 11

Ни өсөн беҙ конгрестар үткәрәбеҙ?

Һәр йыл беҙ өс махсус осрашыу үткәрәбеҙ. Был осрашыуҙар һеҙгә ниндәй файҙа килтерә ала?

БҮЛЕК 12

Беҙҙең вәғәз эшебеҙ нисек ойошторолған?

Беҙ Ғайсаның ерҙә йәшәгән ваҡытта ҡалдырған үрнәгенә эйәрәбеҙ. Вәғәз тураһында әйткәндә, Йәһүә шаһиттары ниндәй ысулдар ҡуллана?

БҮЛЕК 13

Пионер кем ул?

Ҡайһы бер Йәһүә шаһиттары 30, 50 сәғәт йәки күберәк тә ваҡыттарын вәғәз эшенә бағышлайҙар. Быны эшләргә уларҙы нимә дәртләндерә?

БҮЛЕК 14

Пионерҙар өсөн ниндәй мәктәптәр ҡаралған?

Күп ваҡыттарын вәғәз эшенә бағышлаған кешеләр өсөн ниндәй махсус уҡытыу ҡаралған?

БҮЛЕК 15

Нисек өлкәндәр йыйылышҡа хеҙмәт итәләр?

Өлкәндәр — йыйылышта етәкселек алған рухи яҡтан етлеккән ир-аттар. Улар башҡалар хаҡына ниндәй эштәр башҡаралар?

БҮЛЕК 16

Хеҙмәт ярҙамсылары ниндәй эштәр башҡара?

Хеҙмәт ярҙамсылары йыйылыш эштәренең шыма ғына башҡарылыуына өлөш индерәләр. Уларҙың тырышлыҡтары йыйылыш осрашыуҙарына килеүселәрҙең барыһына ниндәй файҙа килтергәне тураһында белегеҙ.

БҮЛЕК 17

Район күҙәтселәре беҙгә нисек ярҙам итәләр?

Ниндәй маҡсат менән район күҙәтселәре йыйылыштарға килеп китеүҙәр яһайҙар? Нисек һеҙ уларҙың килеп китеүҙәренән файҙа ала алаһығыҙ?

БҮЛЕК 18

Беҙ нисек афәттәрҙән зыян күргән ҡәрҙәштәребеҙгә ярҙам итәбеҙ?

Афәттәр булғанда, беҙ зыян күргән кешеләргә шунда уҡ ғәмәли ярҙам күрһәтер өсөн һәм уларға рухи йыуаныс килтерер өсөн кәрәкле саралар күрәбеҙ. Нисек итеп?

БҮЛЕК 19

«Ышаныслы һәм аҡыллы хеҙмәтсе» кем ул?

Ғайса үҙ ваҡытында рухи ризыҡ өләшер өсөн «хеҙмәтсе» билдәләргә вәғәҙә иткән. Был вәғәҙә нисек үтәлгән?

БҮЛЕК 20

Етәксе кәңәшмә бөгөн нисек эш итә?

Беренсе быуатта илселәр һәм өлкәндәрҙән торған бәләкәй төркөм мәсихселәр йыйылышы өсөн етәксе кәңәшмә булып хеҙмәт иткән. Ә беҙҙең көндәр тураһында нимә әйтеп була?

БҮЛЕК 21

Нимә ул Вефиль?

Вефиль — бик мөһим маҡсатлы үҙенсәлекле урын. Унда хеҙмәт иткән кешеләр тураһында күберәк белегеҙ.

БҮЛЕК 22

Филиалда ниндәй эш башҡарыла?

Беҙ һеҙҙе филиалдарыбыҙҙың теләһә ҡайһыһына экскурсияға саҡырабыҙ. Рәхим итегеҙ!

БҮЛЕК 23

Беҙҙең әҙәбиәтебеҙ нисек яҙыла һәм тәржемә ителә?

Беҙ әҙәбиәтте 700-ҙән артыҡ телдә сығарабыҙ. Ни өсөн беҙ шул тиклем күп тырышлыҡтар ҡуябыҙ?

БҮЛЕК 24

Беҙҙең бөтә донъя эшмәкәрлегебеҙ нисек финанслана?

Финанслау тураһында әйткәндә, беҙҙең ойошмабыҙ башҡа диндәрҙән нимә менән айырылып тора?

БҮЛЕК 25

Батшалыҡ Залдары ни өсөн һәм нисек төҙөлә?

Ни өсөн беҙҙең ғибәҙәт ҡылыу урындарыбыҙ Батшалыҡ Залдары тип атала? Нисек был ябай биналар йыйылыштарыбыҙҙың ихтыяждарын ҡәнәғәтләндерә? Бының тураһында күберәк белегеҙ.

БҮЛЕК 26

Беҙ нисек Батшалыҡ залын яҡшы хәлдә һаҡлайбыҙ?

Таҙа, төҙөк һәм матур Батшалыҡ Залы Аллабыҙға дан килтерә. Урындағы Батшалыҡ Залы хаҡында ҡайғыртыр өсөн ниндәй саралар күрелә?

БҮЛЕК 27

Батшалыҡ залының китапханаһы беҙгә нисек ярҙам итә ала?

Һеҙ Изге Яҙмаларҙы яҡшыраҡ аңлар өсөн берәй тема буйынса тикшереү үткәрергә теләр инегеҙме? Батшалыҡ Залының китапханаһына рәхим итегеҙ!

БҮЛЕК 28

Беҙҙең интернет-ресурста нимә табып була?

Һеҙ беҙҙең турала, тәғлимәттәребеҙ тураһында күберәк белә алаһығыҙ һәм шулай уҡ һеҙҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға Изге Яҙмаларға нигеҙләнгән яуаптар ҙа таба алаһығыҙ.

Һеҙ Йәһүәнең ихтыярын үтәрһегеҙме?

Йәһүә Алла һеҙҙе ысынлап та ярата. Нисек һеҙ Алланы шатландырырға теләгәнегеҙҙе көндәлек тормошоғоҙҙа күрһәтә алаһығыҙ?