18-СЕ ДӘРЕС
Беҙ нисек афәттәрҙән зыян күргән ҡәрҙәштәребеҙгә ярҙам итәбеҙ?
Афәттәр булғанда, Йәһүә шаһиттары зыян күргән ҡәрҙәштәренә шунда уҡ ярҙам ҡулы һуҙа. Шулай эшләп, беҙ бер-беребеҙҙе ысын күңелдән яратҡаныбыҙҙы күрһәтәбеҙ (Яхъя 13:34, 35; 1 Яхъя 3:17, 18). Беҙ нисек ярҙам итәбеҙ?
Беҙ матди яҡтан ярҙам итәбеҙ. Беренсе быуатта Йәһүҙиәлә көслө аслыҡ булғанда, Антиохиялағы мәсихселәр ҡәрҙәштәренә матди ярҙам ебәргән (Ғәмәлдәр 11:27—30). Шул рәүешле беҙ ҙә, берәй илдә йәшәгән ҡәрҙәштәребеҙҙең ҡыйынлыҡтарға юлығыуы тураһында ишеткәндә, уларға, матди яҡтан ярҙам итер өсөн, йыйылышыбыҙ аша ирекле иғәнәләр ебәрәбеҙ (2 Коринфтарға 8:13—15).
Беҙ ғәмәли ярҙам күрһәтәбеҙ. Афәт булған ерҙә йәшәгән өлкәндәр йыйылыштың һәр бер ағзаһын эҙләп табырға һәм уларҙың һау-сәләмәт икәнлегенә инанырға тырыша. Ярҙам күрһәтеү комитеты аҙыҡ-түлек, таҙа һыу, кейем-һалым менән тәьмин итә һәм йәшәү урыны, медицина ярҙамы тураһында ҡайғырта. Кәрәкле оҫталыҡтары булған күп Йәһүә шаһиттары үҙ ирке менән үҙҙәренең аҡсаһына шул ергә баралар. Унда улар ярҙам итеү эштәрендә йәки емерелгән йорттарҙы һәм Батшалыҡ залдарын торғоҙоуҙа ҡатнаша. Ойошмабыҙҙа булған берҙәмлек һәм бергә тығыҙ хеҙмәттәшлек итеүҙә тупланған тәжрибәбеҙ беҙҙе кәрәкле саҡта тиҙ арала ярҙамға килергә һәләтле итә. Беҙ, «имандаштарыбыҙға» ярҙам ҡулы һуҙһаҡ та, башҡаларға ла, ниндәй дин тотоуҙарына ҡарамаҫтан, мөмкинлек булған саҡта ярҙам итәбеҙ (Галаттарға 6:10).
Беҙ рухи һәм эмоциональ яҡтан ярҙам итәбеҙ. Афәттәрҙән зыян күреүселәр айырыуса йыуатыуға мохтаж. Шундай ваҡыттарҙа беҙ «һәр яҡлап йыуатыусы Алла[нан]» — Йәһүәнән көс алабыҙ (2 Коринфтарға 1:3, 4). Беҙ өмөтһөҙлөккә бирелгән кешеләр менән Изге Яҙмала яҙылған вәғәҙәләр менән бүлешеүебеҙгә шатбыҙ. Беҙ уларҙы Алла Батшалығының тиҙҙән ауыртыу һәм ғазаптар килтергән бөтә фажиғәләрҙе юҡҡа сығарасағына ышандырабыҙ (Асылыш 21:4).
-
Ни өсөн Йәһүә шаһиттары афәттәр ваҡытында тиҙ арала ярҙамға килә ала?
-
Беҙ афәттән зыян күреүселәргә ниндәй йыуаныс бирә алабыҙ?