БИШЕНСЕ БҮЛЕК
Нисек был донъянан ситтә торорға?
«Һеҙ донъяныҡы түгел» (ЯХЪЯ 15:19).
1. Ғайса ерҙәге тормошоноң һуңғы төнөндә нимәгә баҫым яһаған?
ҒАЙСА үҙ шәкерттәренең киләсәге тураһында бик борсолғанын ерҙәге тормошоноң һуңғы төнөндә күрһәткән. Ул хатта бының турала үҙ Атаһына доға ҡылған: «Уларҙы донъянан алыуыңды түгел, ә Яуыздан һаҡлауыңды үтенәм. Мин донъянан булмаған кеүек, улар ҙа донъянан түгел» (Яхъя 17:15, 16). Шул уҡ кис Ғайса үҙ шәкерттәренә: «Һеҙ донъяныҡы түгел», — тип әйткән (Яхъя 15:19). Ғайсаның ихлас доғаһы был һүҙҙәрҙең мөһимлеген һәм уның үҙ шәкерттәрен ни тиклем ныҡ яратҡанын күрһәтә. Һис шикһеҙ, Ғайсаның шәкерттәре был донъянан ситтә торорға тейеш. Уның өсөн был бик мөһим булған!
2. «Донъя» тигән һүҙ нимәне аңлата?
2 Ғайса ҡулланған «донъя» тигән һүҙ Шайтан идараһы аҫтындағы Алланан ситләшкән кешелекте аңлата. Был донъя Шайтан тыуҙырған эгоизм һәм ғорурлыҡ рухы менән тулған (Яхъя 14:30; Эфестарға 2:2; 1 Яхъя 5:19). Ысынлап та, «донъяға дуҫ булыу — Аллаға дошман булыу» (Яҡуп 4:4). Улайһа, Алла мөхәббәтендә ҡалырға теләүселәр шул донъяла йәшәп тә, унан нисек ситтә тора ала? Әйҙәгеҙ, биш һорауҙы ҡарап сығайыҡ: Мәсих идараһы аҫтындағы Алла Батшалығына нисек тоғро ҡалырға һәм сәйәсәт менән бәйле һорауҙарҙа нисек нейтралитет һаҡларға? Нисек донъяның рухына ҡаршы торорға? Нисек кейенеүҙә һәм тышҡы ҡиәфәтебеҙҙә тыйнаҡлыҡ күрһәтергә? Нисек ябай тормош алып барырға? Һәм нисек рухи хәрби кейемдәрҙе кейергә?
ТОҒРО БУЛЫҒЫҘ ҺӘМ НЕЙТРАЛИТЕТ ҺАҠЛАҒЫҘ
3. а) Ғайса сәйәсәткә нисек ҡараған? б) Ни өсөн Ғайсаның майланған шәкерттәрен илселәр тип атап була? (Төшөрмәне лә ҡара.)
3 Ғайса сәйәсәттә ҡатнашмаған. Ул бар көсөн буласаҡ күктәге хөкүмәт — үҙе Батша булып идара итәсәк Алла Батшалығы — тураһында вәғәзләүгә бағышлаған (Данил 7:13, 14; Лука 4:43; 17:20, 21). Шуға күрә Ғайса Рим идарасыһы Понти Пилат алдында баҫып торғанда: «Минең Батшалығым был донъяныҡы түгел», — тигән (Яхъя 18:36). Мәсихтең тоғро шәкерттәре унан үрнәк алып, уға һәм уның Батшалығына тоғролоҡ һаҡлай һәм был Батшалыҡ тураһында бөтә ерҙә вәғәзләй (Маттай 24:14). «Беҙ — Мәсих исеменән хеҙмәт итеүсе илселәр, — тип яҙған Паул. — Мәсих исеменән беҙ: „Алла менән татыулашығыҙ“, — тип үтенәбеҙ» (2 Көринттәргә 5:20) *.
4. Бөтә ысын мәсихселәр үҙҙәренең Алла Батшалығына тоғро булыуҙарын нисек күрһәтә? (« Беренсе мәсихселәр нейтралитет һаҡлаған» тигән рамканы ҡара.)
4 Вәкилдәр үҙ илдәре йәки уның идарасыһы исеменән эш итәләр, шуға күрә улар сит илдең эске эштәрендә ҡатнашмайынса нейтралитет һаҡлай. Әммә улар үҙ илдәренең хоҡуҡтарын яҡлай. Мәсихтең майланған шәкерттәре, йәғни «күктәр граждандары» шулай уҡ эш итә тип әйтеп була (Филиппийҙарға 3:20). Уларҙың Батшалыҡ тураһында ашҡынып вәғәзләүҙәре Мәсихтең миллионлаған «башҡа һарыҡтарына» «Алла менән татыулашырға» ярҙам иткән (Яхъя 10:16; Маттай 25:31—40). «Башҡа һарыҡтар» Ғайсаның майланған ҡәрҙәштәренә ярҙам итеп, Мәсихтең хәбәрселәре булып хеҙмәт итә. Бер көтөүгә йыйылған был ике төркөм Мәсих Батшалығының мәнфәғәттәрен яҡлай һәм был донъяның сәйәси эштәрендә ҡатнашмайынса нейтралитет һаҡлай. (Ишағия 2:2—4 уҡы.)
5. Мәсихсе йыйылыш боронғо Исраилдан нимә менән айырылып тора, һәм был айырма нимәнән күренә?
Маттай 28:19; 1 Петер 2:9). Шуға күрә әгәр беҙ берәй сәйәси төркөмгә ҡушылһаҡ, Батшалыҡ тураһында вәғәзләгәндә, һөйләү иреклеге менән инде һөйләй алмаясаҡбыҙ һәм мәсихсе берҙәмлегебеҙҙе ҡурҡыныс аҫтына ҡуясаҡбыҙ (1 Көринттәргә 1:10). Унан тыш, һуғыш ваҡытында беҙ ҡәрҙәштәребеҙгә ҡаршы һуғышыр инек, ә беҙ уларҙы яратырға тейеш (Яхъя 13:34, 35; 1 Яхъя 3:10—12). Бына ни өсөн Ғайса үҙ шәкерттәренә ҡылыс алмаҫҡа һәм хатта дошмандарын яратырға ҡушҡан (Маттай 5:44; 26:52; « Мин нейтралитет һаҡлайыммы?» тигән рамканы ҡара).
5 Шулай итеп, ысын мәсихселәр Мәсихкә тоғро булғанға, нейтралитет һаҡлай. Әммә башҡа сәбәп тә бар. Боронғо Исраил халҡы бер илдә йәшәгән, ә беҙ бер халыҡ-ара ҡәрҙәшлек булып, төрлө илдәрҙә йәшәйбеҙ (6. Аллаға бағышланыуың «ҡайсар» менән мөнәсәбәттәреңә нисек тәьҫир итә?
6 Ысын мәсихселәр булараҡ, беҙ үҙ тормошобоҙҙо берәй кешегә, ойошмаға йәки халыҡҡа түгел, ә Аллаға бағышланыҡ. 1 Көринттәргә 6:19, 20-лә: «Һеҙ үҙегеҙҙеке түгел, сөнки һеҙ ҡыйбат хаҡҡа һатып алындығыҙ», — тип әйтелә. Ғайсаның шәкерттәре «ҡайсарға» тейешлеһен бирәләр, мәҫәлән: уға хөрмәт күрһәтәләр, һалым түләйҙәр, ләкин уларҙың «ҡайсарға» буйһоноуҙары сағыштырмаса ғына. Шул уҡ ваҡыт улар «Алланыҡын Аллаға» бирәләр (Марк 12:17; Римлыларға 13:1—7). Нисек итеп? Аллаға ғибәҙәт ҡылалар, бөтөн йәндәре менән уны яраталар, уға тоғро һәм тыңлаусан булып ҡалалар. Кәрәк булһа, улар Алла хаҡына үҙ тормоштарын да ҡорбан итергә әҙер (Лука 4:8; 10:27; Илселәр 5:29; Римлыларға 14:8 уҡы).
«БЫЛ ДОНЪЯ РУХЫНА» ҠАРШЫ ТОРОҒОҘ
7, 8. «Донъя рухы» нимә ул, һәм ул буйһонмаусан кешеләрҙә нисек «эш итә»?
7 Мәсихселәр был донъянан ситтә торор өсөн, уның 1 Көринттәргә 2:12). Ә эфестарға: «Һеҙ ҡасандыр был донъя төҙөлөшөнөң кешеләре кеүек йәшәнегеҙ, рух менән хакимлыҡ итеүсе идарасының теләге буйынса йөрөнөгөҙ. Шул рух хәҙер тыңламаусанлыҡ улдарында эш итә» (Эфестарға 2:2, 3).
боҙоҡ рухына ла ҡаршы торалар. «Беҙ... был донъя рухын түгел, ә Алланан килгән рухты ҡабул иттек», — тигән Паул (8 Был донъяның рухы — Аллаға буйһонмаҫҡа этәреүсе күҙгә күренмәй торған көс, һәм ул «тән теләктәрен, күҙҙәр нәфсеһен» ҡәнәғәтләндерергә ҡоторта (1 Яхъя 2:16; 1 Тимутегә 6:9, 10). Был рух гөнаһлы тәндең теләктәре аша донъя менән идара итә. Ул күҙгә күренмәйенсә бер туҡтауһыҙ эш итә һәм, һауа кеүек, бар ергә үтеп керә. Өҫтәүенә, ул буйһонмаусан кешеләрҙә «эш итә» һәм әкрен генә уларҙа эгоизм, тәкәбберлек, дан-шөһрәт һөйөүсәнлек, бойондороҡһоҙлоҡ һәм хакимиәткә буйһонмау рухы кеүек насар һыҙаттар үҫтерә, һөҙөмтәлә кешеләр нимә яҡшы һәм нимә насар икәнлеген үҙҙәре хәл итә башлай *. Ябай ғына әйткәндә, был донъяның рухы кеше йөрәгендә әҙләп-әҙләп Шайтанға хас сифаттар һеңдерә (Яхъя 8:44; Илселәр 13:10; 1 Яхъя 3:8, 10).
9. Донъяның рухы аҡылыбыҙҙа һәм йөрәгебеҙҙә нисек тамырланып китә ала?
9 Донъяның рухы аҡылыбыҙҙа һәм йөрәгебеҙҙә тамырланып китә аламы? Эйе, әгәр рухи уяулығыбыҙҙы кәметеп, уға рөхсәт итһәк. (Ғибрәтле һүҙҙәр 4:23 уҡы.) Йыш ҡына ул һиҙҙермәйенсә эш итә башлай, бәлки, Йәһүәне яратмаған, әммә яҡшы кеше булып күренгән таныштарыбыҙ аша (Ғибрәтле һүҙҙәр 13:20; 1 Көринттәргә 15:33). Шулай уҡ был яуыз рух беҙгә әҙәпһеҙ эстәлекле әҙәбиәт, порнографик сайттар йәки мөртәттәрҙең сайттары, зыянлы күңел асыуҙар һәм спорттың агрессив төрҙәре, икенсе һүҙҙәр менән әйткәндә, Иблистең фекер йөрөтөүен йәки уның төҙөлөшөнөң рухын сағылдырған бар нәмә аша һеңә ала.
10. Беҙ был донъяның рухына нисек ҡаршы тора алабыҙ?
10 Беҙ был донъяның хәйләле рухына нисек ҡаршы тора алабыҙ һәм үҙебеҙҙе Алла мөхәббәтендә нисек һаҡлай алабыҙ? Бының өсөн беҙгә Йәһүә биргән рухи бүләктәр менән тулыһынса ҡулланырға һәм изге рух һорап 1 Яхъя 4:4). Шуға күрә Йәһүәгә доға ҡылып, уға яҡын булып ҡалайыҡ. Был бик мөһим!
өҙлөкһөҙ доға ҡылырға кәрәк. Йәһүә Шайтандан һәм уның боҙоҡ донъяһынан күпкә көслөрәк (ТЫШҠЫ ҠИӘФӘТТӘ ТЫЙНАҠЛЫҠ
11. Был донъяның рухы арҡаһында кейемгә ҡараш нисек үҙгәргән?
11 Кешенең эске торошо уның кейеме, тышҡы ҡиәфәте һәм таҙалыҡҡа ҡарашы аша күренә. Күп илдәрҙә кейемгә ҡараш шул тиклем ныҡ үҙгәргән, хатта бер тележурналист әйткәнсә, тиҙҙән фәхишәләргә башҡа ҡатын-ҡыҙҙарҙан айырылып торор өсөн кейергә кейем ҡалмаясаҡ. Хатта бәләкәй ҡыҙҙар ҙа ундай модаға эйәрә һәм бер гәзиттә был мода «асыҡ тән күберәк, тыйнаҡлыҡ әҙерәк» тип аталған. Ә ҡайһы бер кешеләр үҙ-үҙҙәрен хөрмәт итмәгәндәрен күрһәткән һәм фетнәсел рух сағылдырған әҙәпһеҙ кейем кейә.
12, 13. Һүҙ тышҡы ҡиәфәт тураһында барғанда, беҙ ниндәй принциптар буйынса эш итергә тейеш?
12 Йәһүәнең хеҙмәтселәре булараҡ, беҙ тейешенсә кейенергә, йәғни таҙа, бөхтә һәм әҙәпле кейем кейергә теләйбеҙ. Беҙ кейемде осрағына ҡарап һайлайбыҙ. Тышҡы ҡиәфәтебеҙҙә «тыйнаҡлыҡ, төплөлөк» сағылырға тейеш. Был сифаттар һәм «игелекле эштәр» «Аллаға бирелеп» йәшәүсе һәр ҡайһы кешене — ирме ул йәки ҡатын-ҡыҙмы — яҡшы яҡтан күрһәтә. Әлбиттә, беҙ бының барыһын кешеләрҙең иғтибарын йәлеп итер өсөн түгел, ә «Алла мөхәббәтендә ҡалыр» өсөн эшләйбеҙ (1 Тимутегә 2:9, 10; Йәһүд 21). Беҙ үҙебеҙҙе «эске матурлыҡ» менән биҙәргә теләйбеҙ, сөнки «Алла ҡаршыһында ундай рух бик ҡиммәтле» (1 Петер 3:3, 4).
13 Шуны ла иҫтә тот: тышҡы ҡиәфәтебеҙ башҡаларҙың хаҡ ғибәҙәт ҡылыуға ҡараштарын үҙгәртә ала. «Тыйнаҡлыҡ» тип тәржемә ителгән грек һүҙе, әхлаҡ тураһында һүҙ барғанда, башҡаларҙың хистәрен һәм фекерҙәрен тәрән хөрмәт итеү һәм ололау тигән мәғәнә 1 Көринттәргә 4:9; 10:31; 2 Көринттәргә 6:3, 4; 7:1).
йөрөтә. Беҙ берәй төрлө кейемде кейергә хаҡыбыҙ бар тип уйлайбыҙҙыр ҙа, әммә башҡа кешенең выжданын да иҫәпкә алырға кәрәк. Өҫтәүенә, беҙ «һәммәһен дә Алла даны өсөн эшләп», Йәһүәгә һәм уның халҡына дан килтерергә һәм үҙебеҙҙе Алла хеҙмәтселәре итеп тәҡдим итергә теләйбеҙ (14. Тышҡы ҡиәфәт һәм гигиена тураһында әйткәндә, үзеңә ниндәй һорауҙар бирергә кәрәк?
14 Вәғәзгә йә йыйылыш осрашыуҙарына барғанда, тышҡы ҡиәфәткә һәм таҙалыҡҡа айырыуса иғтибарлы булырға кәрәк. Үҙеңә бындай һорауҙар бир: «Тышҡы ҡиәфәтем һәм шәхси гигиенам үҙемә сиктән тыш иғтибар йәлеп итмәйме? Мин башҡаларҙы уңайһыҙ хәлгә ҡуймайыммы? Минең өсөн нимә мөһимерәк: хоҡуҡтарыммы йәки йыйылышта хөрмәтле вазифаларҙы үтәр өсөн талаптарға тура килеүме?» (Мәҙхиә 67:7; Филиппийҙарға 4:5; 1 Петер 5:6).
15. Ни өсөн Изге Яҙмаларҙа кейем, тышҡы ҡиәфәт һәм гигиенаға ҡағылышлы ҡағиҙәләр исемлеге бирелмәй?
15 Изге Яҙмаларҙа тышҡы ҡиәфәткә һәм гигиенаға ҡағылышлы ҡағиҙәләр исемлеге бирелмәй. Йәһүә һайлау иркебеҙҙе йәки фекер йөрөтөү һәләтебеҙҙе сикләргә теләмәй. Киреһенсә, ул беҙҙең Изге Яҙмаларҙағы принциптар тураһында уйланған һәм «үҙ һиҙгерлектәрен, ҡулланыу аша, яҡшылыҡ менән яманлыҡты айырырға Еврейҙарға 5:14). Ә иң мөһиме, беҙҙең менән яратыу — Аллаға һәм яҡындарыбыҙға ҡарата яратыу етәкселек итһен. (Марк 12:30, 31 уҡы.) Был яратыу, кейем һәм тышҡы ҡиәфәт тураһында әйткәндә, ҡайһы бер яҡтарҙан сикләһә лә, беҙҙең ҙур һайлау иркебеҙ ҡала. Быны төрлө илдәрҙәге Йәһүә халҡының яҡшы һәм матур итеп кейенгәненән күреп була.
өйрәткән» етлеккән кешеләр булыуыбыҙҙы теләй (ЯБАЙ ТОРМОШ
16. Донъяның рухы Ғайсаның өйрәтеүҙәренән нимә менән айырылып тора, һәм үҙебеҙгә ниндәй һорауҙар бирергә кәрәк?
16 Донъяның рухы миллионлаған кешене алдап, бәхетте аҡсала һәм мөлкәттә эҙләргә өндәй. Ләкин Ғайса: «Кеше нисек кенә бай булһа ла, уның тормошо мөлкәтенә бәйле түгел», — тигән (Лука 12:15). Ғайса аскет булып йәки донъя рәхәтенән ваз кисеп йәшәргә өндәмәгән. Шулай ҙа ул «рухи нәмәләргә һыуһаусылар» һәм иғтибарҙарын Алла менән мөнәсәбәттәргә туплап, «ябай» тормош алып барған кешеләр ысын бәхеткә һәм тормошҡа эйә буласаҡ тип өйрәткән (Маттай 5:3; 6:22). Үҙеңә шундай һорауҙар бир: «Мин Ғайса һүҙҙәренә ысын күңелдән ышанаммы йәки „ялғандың атаһы“ йоғонтоһона биреләмме?» (Яхъя 8:44). «Тормошомда беренсе урында нимә тора? Һүҙҙәрем, маҡсаттарым, йәшәү рәүешем нимә күрһәтә?» (Лука 6:45; 21:34—36; 2 Яхъя 6).
17. «Ябай» тормош алып барыусылар ниндәй фатихалар ура?
17 «Аҡыллылыҡтың хаҡлығы эштәре менән күрһәтелә», — тигән Ғайса (Маттай 11:19). «Ябай» тормош алып барған кешеләр мул фатихалар ура. Мәҫәлән, Батшалыҡ эштәрендә ҡатнашыу уларға көс өҫтәй (Маттай 11:29, 30). Улар сиктән тыш борсолмай, һәм һөҙөмтәлә үҙҙәрен йән әрнеүенән һәм ҡайғы-хәсрәттән һаҡлай. (1 Тимутегә 6:9, 10 уҡы.) Тормош өсөн кәрәкле нәмәләр менән ҡәнәғәт булғанға, улар үҙ ғаиләләре һәм мәсихсе дуҫтары менән күберәк ваҡыт үткәрә. Һөҙөмтәлә улар йыш ҡына яҡшыраҡ йоҡлай (Вәғәзсе 5:11). Башҡалар өсөн көстәренән килгәнде эшләү уларға күберәк шатлыҡ килтерә (Илселәр 20:35). Уларҙың «өмөттәре нығый бара», улар күңел тыныслығы һәм ҡәнәғәтлек кисерә (Римлыларға 15:13; Маттай 6:31, 32). Был фатихалар ысынлап та бик ҡиммәтле!
«ХӘРБИ КЕЙЕМДӘРҘЕ АЛЫҒЫҘ»
18. Инжилдә дошманыбыҙ, уның ысулдары һәм һуғышыбыҙҙың төрө тураһында нимә әйтелә?
18 Шайтан мәсихселәрҙең бәхеттәрен генә түгел, ә мәңгелек тормоштарын да урларға теләй, әммә Алла мөхәббәтендә ҡалыусылар унан рухи яҡтан яҡланған (1 Петер 5:8). «Беҙ кешеләргә ҡаршы түгел, — тигән Паул, — ә хөкүмәттәргә, хакимиәттәргә, был ҡараңғылыҡ менән хакимлыҡ итеүсе донъя идарасыларына, күктәрҙәге яуыз рухи көстәргә ҡаршы көрәшәбеҙ» (Эфестарға 6:12). «Көрәшәбеҙ» тигән һүҙ берәй ышыҡ урында ултырып алыҫтан һуғышыуҙы түгел, ә йөҙгә-йөҙ көрәшеүҙе аңлата. «Хөкүмәттәр», «хакимиәттәр», «хакимлыҡ итеүселәр» тигән һүҙҙәр рухи донъялағы заттарҙың һөжүмдәре планлаштырылған һәм яҡшы ойошторолған икәнлеген күрһәтә.
19. Мәсихсенең ниндәй рухи хәрби кейемдәре бар?
19 Кешеләргә хас кәмселектәребеҙ һәм көсһөҙ яҡтарыбыҙ булһа ла, беҙ еңә алабыҙ. Бының өсөн «Алла биргән хәрби кейемдәрҙе» кейергә кәрәк (Эфестарға 6:13). Улар тураһында Эфестарға 6:14—18-ҙә былай тип әйтелә: «Билегеҙҙе хәҡиҡәт билбауы менән быуып, тәҡүәлек күкрәксәһен кейеп, тыныслыҡ тураһындағы яҡшы хәбәрҙе вәғәзләүҙе аяҡ кейеме итеп кейеп, ныҡ тороғоҙ. Имандың ҙур ҡалҡаны һәр ваҡыт үҙегеҙ менән булһын, уның ярҙамында һеҙ Яуыздың утлы уҡтарын һүндерә алырһығыҙ. Ҡотҡарыуҙы [йәки өмөттө] тимер баш кейеме итеп кейегеҙ һәм рух ҡылысын — Алла һүҙен алығыҙ, шул уҡ ваҡыт доға менән ялбарыуҙың һәр төрөн ҡулланып, изге рухтың көсө арҡыры һәр осраҡта өҙлөкһөҙ доға ҡылығыҙ».
20. Беҙ һалдаттарҙан нимә менән айырылып торабыҙ?
20 Был рухи хәрби кейемдәр Алланан, шуға күрә улар беҙҙе һәр ваҡыт яҡлаясаҡ, әммә бының өсөн уларҙы һалмаҫҡа кәрәк. Һалдаттар ҡайһы ваҡыт һуғышта оҙаҡ ваҡыт ҡатнашмай, ә мәсихселәр иһә һәр ваҡыт үҙ тормоштары өсөн көрәшә, һәм был көрәш Шайтандың донъяһы юҡ ителеп, бар яуыз рухтар упҡынға ташланғас ҡына тамамланасаҡ (Асыш 12:17; 20:1—3). Шуға күрә көсһөҙ яҡтарың йәки насар теләктәрең менән көрәш алып бараһың икән, бирешмә, сөнки һәр беребеҙ Йәһүәгә тоғро булып ҡалыр өсөн үҙен «тыйып» торорға тейеш (1 Көринттәргә 9:27). Ә бына көрәшмәйһең икән, был инде борсолор өсөн сәбәп!
21. Ниндәй осраҡта ғына беҙ көрәшеүҙә еңә алабыҙ?
Филимунға 2; Еврейҙарға 10:24, 25) Был талаптарҙы тоғро үтәүселәр еңеп сығасаҡ һәм кәрәк булған саҡта үҙ имандарын да яҡлай аласаҡ.
21 Беҙ был һуғышта үҙ көсөбөҙгә генә таянып еңә алмайбыҙ. Шуға күрә Паул Йәһүәгә «изге рухтың көсө арҡыры һәр осраҡта өҙлөкһөҙ доға ҡылырға» өндәй. Беҙгә Алла Һүҙен өйрәнеп һәм «көрәштәштәребеҙ» менән аралашып, Йәһүәне тыңларға кәрәк. Эйе, был көрәштә беҙ яңғыҙ түгел! (ҮҘ ИМАНЫҢДЫ ЯҠЛАРҒА ӘҘЕР БУЛ
22, 23. а) Ни өсөн беҙ иманыбыҙҙы һәр ваҡыт яҡларға әҙер булырға тейеш, һәм үҙ-үҙебеҙгә ниндәй һорауҙар бирергә кәрәк? б) Сираттағы бүлектә ниндәй тема ҡараласаҡ?
22 «Һеҙ донъяныҡы түгел... — тигән Ғайса, — шуға күрә донъя һеҙҙе нәфрәт итә» (Яхъя 15:19). Эйе, мәсихселәр үҙ имандарын баҫалҡылыҡ һәм хөрмәт менән яҡларға һәр ваҡыт әҙер булырға тейеш. (1 Петер 3:15 уҡы.) Үҙеңә бындай һорауҙар бир: «Ни өсөн Йәһүә Шаһиттарының ҡарашы дөйөм ҡабул ителгән ҡараштан ҡайһы ваҡыт айырылып тора? Мин быны аңлайыммы? Ундай ҡараштарҙы ҡабул итер өсөн, мин Изге Яҙмаларҙың һәм ышаныслы хеҙмәтсе һүҙҙәренең хаҡ булыуына инанғанмынмы?» (Маттай 24:45; Яхъя 17:17). «Мин Йәһүә дөрөҫ тип һанағанды эшләргә тейеш булғанда, башҡаларҙан айырылып торорға ғына түгел, ә айырылып тороуым менән ғорурланырға ла әҙерменме?» (Мәҙхиә 33:3; Маттай 10:32, 33).
23 Донъянан ситтә торорға теләгебеҙ йыш ҡына бик хәйләкәр ысулдар менән һынала. Мәҫәлән, алдараҡ әйтелгәнсә, Шайтан Йәһүәнең хеҙмәтселәрен күңел асыуҙар ярҙамында алдап үҙ донъяһына ылыҡтырырға тырыша. Беҙгә көс биргән һәм выжданыбыҙҙы бысратмаған файҙалы күңел асыуҙарҙы нисек һайларға? Был тема сираттағы бүлектә ҡараласаҡ.
^ 3 абз. Б. э. 33 йылының Илленсе көн байрамынан башлап Мәсих ерҙәге майланған шәкерттәренең йыйылышы өҫтөнән Батша булып хеҙмәт итә (Көләсәйҙәргә 1:13). Ә 1914 йылда ул «донъя өҫтөнән» батша хакимлығын алған. Шуға күрә майланған мәсихселәр бөгөн дә Мәсих Батшалығының вәкилдәре булып хеҙмәт итәләр (Асыш 11:15).
^ 8 абз. «Изге Яҙма нигеҙендә һөйләшеү» (урыҫ) тигән китаптың 135—139-сы биттәрен ҡара. Йәһүә Шаһиттары тарафынан баҫтырылған.
^ 65 абз. «Байраҡҡа честь биреү, тауыш биреү һәм граждан хеҙмәте» тигән ҡушымтаны ҡара.