Йәһүә Шаһиттарының Етәксе советының хаты
Йәһүәне яратыусы ҡәҙерле уҡыусыбыҙ!
«Һеҙ хәҡиҡәтте белерһегеҙ, һәм хәҡиҡәт һеҙҙе ирекле итер», — тип әйткән Ғайса (Яхъя 8:32). Был һүҙҙәр беҙҙе рухландырып ебәрә! Эйе, был ауыр «һуңғы көндәрҙә» ялған киң таралған булһа ла, хәҡиҡәтте белеп була (2 Тимутегә 3:1). Алла Һүҙендәге хәҡиҡәтте беренсе тапҡыр ишетеп аңлағас, ниндәй хистәр кисергәнеңде хәтерләйһеңме? Улар күңелеңдә онотолмаҫлыҡ эҙ ҡалдырғандыр!
Әлбиттә, хәҡиҡәтте теүәл белеү һәм уны башҡаларға һөйләү мөһим, әммә беҙ хәҡиҡәт буйынса йәшәргә лә тейеш. Бының өсөн беҙгә Алла мөхәббәтендә ҡалырға кәрәк. Был һүҙҙәр нимәне аңлата? Ғайса үҙ үлеме алдынан тоғро илселәренә былай тигән: «Мин Атамдың әмерҙәрен үтәп, уның мөхәббәтендә ҡалған кеүек, һеҙ ҙә, минең әмерҙәремде үтәһәгеҙ, минең мөхәббәтемдә ҡалырһығыҙ» (Яхъя 15:10).
Иғтибар ит: Ғайса үҙ Атаһының әмерҙәрен үтәп, уның мөхәббәтендә ҡалған. Беҙгә лә, Алла мөхәббәтендә ҡалыр өсөн, һәр көн хәҡиҡәт буйынса йәшәргә кәрәк. Шул уҡ кисте Ғайса: «Һеҙ быларҙы беләһегеҙ, уларҙы үтәйһегеҙ икән, һеҙ — бәхетле», — тигән (Яхъя 13:17).
Был китап һиңә хәҡиҡәт буйынса йәшәргә һәм Алла мөхәббәтендә ҡалырға ярҙам итәсәк тип ысын күңелдән өмөтләнеп ҡалабыҙ. Ә был һине «мәңгелек тормошҡа алып барасаҡ» (Йәһүд 21).
Йәһүә Шаһиттарының Етәксе советы