Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

УНЫНСЫ БҮЛЕК

Никах — яратыусы Алланың бүләге

Никах — яратыусы Алланың бүләге

«Өс ҡаттан ишелгән бауҙы... еңел генә өҙөп булмай» (ВӘҒӘЗСЕ 4:12).

1, 2. а) Яңы тыуған ғаиләне күргәндә, ҡайһы ваҡыт беҙ үҙебеҙгә ниндәй һорауҙар бирәбеҙ һәм ни өсөн? б) Беҙ ниндәй һорауҙар ҡарап сығасаҡбыҙ?

ҺИН туйҙарға йөрөргә яратаһыңмы? Күптәр ярата, сөнки ундай ваҡиғалар ҙур шатлыҡ килтерә. Кейәү менән кәләштең матур, ҡупшы кейемдәрен күреп һоҡланып ҡуяһың. Уларҙың йөҙҙәре шатлыҡтан балҡып тора! Улар мөләйем йылмая, һәм яңы ғаиләнең киләсәге өмөтлө булып күренә.

2 Ләкин шуны ла әйтергә кәрәк: бөгөн кешеләрҙең никахҡа ҡарашы насар яҡҡа үҙгәргән. Яңы ғаиләнең бәхетле йәшәйәсәгенә өмөтләнһәк тә, ҡайһы ваҡыт беҙ үҙебеҙгә бындай һорауҙар бирәбеҙ: «Улар ысындан да бәхетле булырмы? Был никах ғүмерлеккәме?» Алла ир менән ҡатынға никахҡа ҡағылышлы кәңәштәр биргән. Әгәр улар был кәңәштәргә ышаныс күрһәтеп уларҙы ҡулланһалар, никахтары бәхетле лә, ғүмерлеккә лә буласаҡ, һәм шул саҡта ғына улар Алла мөхәббәтендә ҡаласаҡ. (Ғибрәтле һүҙҙәр 3:5, 6 уҡы.) Ни өсөн кешеләр никахлаша? Тормош иптәше итеп кемде һайларға? Ғаилә тормошона нисек әҙерләнергә? Ир менән ҡатынға бәхетле йәшәргә нимә ярҙам итә ала? Был дүрт һорауға Изге Яҙмаларҙан яуап алайыҡ.

НИ ӨСӨН КЕШЕЛӘР НИКАХЛАША?

3. Ни өсөн мөһим сәбәптәр булмай тороп, никахҡа инеү аҡыллы булмаҫ ине?

3 Ҡайһы берәүҙәр уйлауынса, кеше ғаилә ҡороп ҡына бәхетле була ала. Ирең йәки ҡатының булмаһа, тормошоңда ҡәнәғәтлек һәм шатлыҡ булмаясаҡ, тип һанай улар. Был һис тә улай түгел! Өйләнмәйенсә йәшәгән Ғайса яңғыҙлыҡты бүләк тип атаған һәм кешеләрҙе, улар никахҡа инмәйенсә яңғыҙ булып ҡала алһа, шулай йәшәргә өндәгән (Маттай 19:11, 12). Илсе Паул да шулай йәшәүҙең өҫтөнлөктәре тураһында яҙған (1 Көринттәргә 7:32—38). Әммә Ғайса ла, Паул да кеше яңғыҙ йәшәргә тейеш тип әйтмәгән. Ысынында, «никахлашырға рөхсәт итмәү» Изге Яҙмаларҙа «ендәрҙең тәғлимәттәре» һанына индерелгән (1 Тимутегә 4:1—3). Шулай ҙа кеше иғтибарын ситкә йүнәлтмәйенсә Йәһүәгә хеҙмәт итергә теләһә, никахҡа инмәү уға был яҡтан күп мөмкинлектәр бирә. Етди сәбәптәр булмай тороп, башҡаларҙың баҫымы арҡаһында ғына никахҡа инеү аҡыллы булмаҫ ине.

4. Уңышлы никах балалар үҫтерер өсөн ниндәй нигеҙ һала?

4 Ә никахҡа инер өсөн етди сәбәптәр бармы? Эйе, бар. Никах — яратыусы Алланың бүләге. (Башланмыш 2:18 уҡы.) Шуға күрә никахтың да үҙ өҫтөнлөктәре бар һәм ул да кешегә бәхет килтерә ала. Мәҫәлән, уңышлы никах — ғаилә тормошо өсөн иң яҡшы нигеҙ. Балалар ундай ғаиләлә ата-әсәһенең яратыуын күреп, тәрбиәһен һәм етәкселеген алып, тыныс, татыу үҫә (Мәҙхиә 126:3; Эфестарға 6:1—4). Шулай ҙа никахҡа инер өсөн башҡа сәбәптәр ҙә бар.

5, 6. а) Вәғәзсе 4:9—12 буйынса, яҡын дуҫлыҡ ниндәй файҙа килтерә? б) Ни өсөн никахты өс ҡаттан ишелгән бау менән сағыштырып була?

5 Был бүлектең төп шиғырына һәм контексына иғтибар итәйек: «Икәү бергә булыу яңғыҙ булыуҙан яҡшыраҡ; сөнки икәүҙең берҙәм хеҙмәтендә яҡшы әжер бар. Әгәр береһе йығылһа, икенсеһе үҙенең иптәшен торғоҙоп аяҡҡа баҫтырыр. Әммә кеше яңғыҙ ҡалһа, уны бәлә көтә: йығылһа, уны торғоҙоп баҫтырыусы булмаҫ. Шулай уҡ, икеһе бергә ятҡанда, уларҙың икеһенә лә йылы булалыр; ә яңғыҙ кеше нисек йылына алһын? Берәүҙең яңғыҙ кешене еңеүе мөмкин, ә инде икәү ҡаршы торһа, улар бирешмәҫ. Өс ҡаттан ишелгән бауҙы ла еңел генә өҙөп булмай» (Вәғәзсе 4:9—12).

6 Был өҙөктә дуҫлыҡтың мөһимлеге тураһында әйтелә. Әлбиттә, никах яҡын дуҫлыҡ мөнәсәбәттәрен үҙ эсенә ала. Ундай дуҫлыҡ ир менән ҡатынға ярҙам, йыуаныс һәм яҡлау бирә ала. Никахтағы ике кешене тағы берәй нәмә берләштерһә, был никах айырыуса ныҡ буласаҡ. Юғарыла килтерелгән өҙөктән күренгәнсә, ике ҡаттан ишелгән бауҙың тиҙ өҙөлөүе ихтимал. Әммә өс ҡаттан үрелгән бауҙы өҙөү ауыр. Ир менән ҡатындың төп маҡсаты Йәһүәне шатландырып йәшәү булһа, уларҙың никахтары өс ҡаттан ишелгән бау кеүек буласаҡ. Уларҙың Йәһүәгә йән-тән менән бирелгәнлектәре никахтарын айырыуса ныҡ итәсәк.

7, 8. а) Никахҡа инмәгән һәм енси теләк менән көрәшкән мәсихселәр өсөн, Паул ниндәй кәңәш яҙған? б) Изге Яҙмаларҙа никахҡа ҡарата ниндәй айыҡ ҡараш тураһында яҙылған?

7 Өҫтәүенә, енси теләктәрҙе никахта ғына тейешенсә ҡәнәғәтләндереп була. Шуға күрә никахтағы енси мөнәсәбәттәрҙе шатлыҡ килтереүсе сығанаҡ тип атап була (Ғибрәтле һүҙҙәр 5:17, 18). Йәш саҡта енси теләк көслө була. Әммә кешенең ундай тормош осоро үтеп киткән булһа ла, ул әле лә был табиғи теләктәр менән көрәшәлер. Улар менән көрәшмәү бысраҡ һәм дөрөҫ булмаған тәртипкә килтерә ала. Паул Алла тарафынан рухландырылып яңғыҙ булған кешеләргә бындай һүҙҙәр яҙған: «Ә инде үҙ-үҙҙәрен ҡулда тота алмаһалар, өйләнһендәр йәки кейәүгә сыҡһындар, сөнки енси дәрт менән янып йөрөгәнсе, өйләнеү йәки кейәүгә сығыу яҡшыраҡ» (1 Көринттәргә 7:9, 36; Яҡуп 1:15).

8 Кешене никахҡа инергә ниндәй генә сәбәп этәрмәһен, уның никахҡа айыҡ ҡарашы булырға тейеш. Паул яҙғанса, никахта тороусыларҙың «тормоштарында үҙ ауырлыҡтары буласаҡ» (1 Көринттәргә 7:28). Ләкин никахҡа ингәнсе, уларҙың ундай ауырлыҡтары булмаған. Әйтәйек, һин никахҡа инергә теләйһең. Ғаиләләге ауырлыҡтарҙы нисек кәметергә һәм ғаилә тормошон нисек бәхетлерәк итергә? Мөмкинлектәрҙең береһе — тормош иптәшен аҡыл менән һайлау.

НИНДӘЙ КЕШЕ ЯҠШЫ ТОРМОШ ИПТӘШЕ БУЛА АЛА?

9, 10. а) Паул иманһыҙ менән никахлашыу ни тиклем ҡурҡыныс икәнен нисек күрһәткән? б) Алланың иманһыҙ менән никахлашмағыҙ тигән кәңәшен һанға һуҡмау күп осраҡтарҙа нимәгә килтерә?

9 Паул Алла тарафынан рухландырылып: «Иманһыҙҙар менән бер ҡамытҡа егелмәгеҙ», — тип яҙған (2 Көринттәргә 6:14). Тормош иптәше һайлағанда, ошо мөһим принципты ҡулланырға кәрәк. Көс яғынан бик ныҡ айырылып торған ике төрлө малды бер ҡамытҡа екһәң, улар өсөн был тик интегеү генә буласаҡ. Тап шулай уҡ иман итеүсе менән иманһыҙ кеше никахлашһа, улар араһында, һис шикһеҙ, ҡаршылыҡтар һәм ыҙғыштар тыуып торасаҡ. Береһе Алла мөхәббәтендә ҡалырға теләһә, икенсеһе иһә бының тураһында уйлап та бирмәһә, уларҙың тормош маҡсаттары төрлө буласаҡ. Һөҙөмтәлә уларҙың күп ҡайғы-хәсрәт кисереүҙәре ихтимал. Шуға күрә Паул мәсихсегә «Хужабыҙ шәкерте» булған кеше менән генә никахҡа инергә кәңәш биргән (1 Көринттәргә 7:39).

10 Ҡайһы бер мәсихселәр үҙ тормошоңдо иманһыҙ кеше менән бәйләү яңғыҙ тороуға ҡарағанда яҡшыраҡ булыр тигән һөҙөмтәгә килгән. Улар Изге Яҙмаларҙағы кәңәште һанға һуҡмайынса, Йәһүәгә хеҙмәт итмәгән кеше менән никахлаша. Күп осраҡтарҙа был аяныс эҙемтәләргә килтерә. Ундай ҡәрҙәштәр тормош иптәштәре менән үҙҙәре өсөн ҡәҙерле булған нәмәләр тураһында һөйләшә алмай. Һөҙөмтәлә бындай никахта тыуған яңғыҙлыҡ хисе никахҡа тиклем булған яңғыҙлыҡ хисенән күпкә көслөрәк булырға мөмкин. Бәхеткә ҡаршы, яңғыҙ йәшәгән меңләгән мәсихсе Алланың был һорауға ҡағылышлы кәңәшен тоғро тота. (Мәҙхиә 31:8 уҡы.) Киләсәктә никахҡа инергә өмөтләнеп, улар, Йәһүә Алла хеҙмәтселәре араһынан тормош иптәше тапҡансы, яңғыҙ ҡалалар.

11. Тормош иптәше һайлағанда, һиңә аҡыллылыҡ менән эш итергә нимә ярҙам итә ала? (« Мин тормош иптәшемдең ниндәй булыуын теләйем?» тигән рамканы ла ҡара.)

11 Әлбиттә, Йәһүәнең һәр бер хеҙмәтсеһе һиңә яраҡлы тормош иптәше була ала тигәнде аңлатмай. Әгәр һин никахҡа инергә уйлайһың икән, сифаттары, рухи маҡсаттары һинекенә тура килгән кешене эҙлә. Уның Йәһүәгә ҡарата яратыуы һинеке кеүек көслө булһын. Ышаныслы һәм аҡыллы хеҙмәтсе тарафынан шул һорауға ҡағылышлы күп кенә материал баҫтырып сығарылған. Изге Яҙмаларға нигеҙләнгән был кәңәштәрҙе ҡарап сығыу, ундай кәңәштәр тураһында доға ҡылыу аҡыллы булыр ине. Тормош иптәшен һайлау кеүек мөһим ҡарар ҡабул иткәндә, был кәңәштәргә таянып эш ит *. (Мәҙхиә 118:105 уҡы.)

12. Күп илдәрҙә никахҡа ҡағылышлы ниндәй ғәҙәт бар, һәм Изге Яҙмаларҙағы ниндәй миҫал ундай осраҡтарҙа ярҙам итә ала?

12 Күп илдәрҙә үҙ балалары өсөн тормош иптәшен ата-әсәләр һайлай. Был илдәрҙә ата-әсәләрҙең ундай мөһим һайлау яһарға аҡылдары ла, тәжрибәләре лә ҙурыраҡ тип һанала. Йыш ҡына ундай никахтар, Изге Яҙмалар яҙылған осорҙағы никахтар кеүек, бәхетле булып сыға. Мәҫәлән, Ибраһим үҙ хеҙмәтсеһенә улы Исхаҡҡа ҡатын табырға ҡушҡан. Был осраҡ бөгөн үҙ балаларына тормош иптәшен эҙләгән ата-әсәләр өсөн үрнәк булып тора. Ибраһим өсөн Исхаҡтың ҡатыны аҡсалы һәм дәрәжәле ғаиләнән булыуы мөһим булмаған. Киреһенсә, ул Йәһүәгә ғибәҙәт ҡылған кешеләр араһынан улына ҡатын табыр өсөн күп көс ҡуйған * (Башланмыш 24:3, 67).

ҒАИЛӘ ТОРМОШОНА НИСЕК ӘҘЕРЛӘНЕРГӘ?

13—15. а) Ғибрәтле һүҙҙәр 24:27-ге принцип өйләнергә йыйынған йәш кешегә нисек ярҙам ала? б) Ҡатын-ҡыҙ никахҡа нисек әҙерләнә ала?

13 Никах тураһында етди уйланһаң, үҙеңә бындай һорау бир: «Мин ысынлап та быға әҙерме?» Һин мөхәббәт, ғаилә тормошо, енси мөнәсәбәттәр йәки балалар үҫтереү тураһында уйланаһыңдыр, ләкин был һинең никахҡа әҙер булыуыңды аңлатмай әле. Ир йәки ҡатын булырға йыйынған һәр кеше махсус маҡсаттар тураһында уйларға тейеш.

14 Өйләнергә йыйынған йәш кеше: «Әүәл тыштағы эштәреңде башҡар, ҡырҙағыларын тамамла; шунан һуң йортоңдо ҡор», — тигән принцип тураһында яҡшылап уйланырға тейеш (Ғибрәтле һүҙҙәр 24:27). Был шиғырҙа нимә тураһында һүҙ бара? Ул көндәрҙә кеше ғаилә ҡорорға теләһә, уға үҙенә бындай һорау бирергә кәрәк булған: «Мин ҡатыным һәм балаларым тураһында ҡайғыртырға әҙерме?» Ул башта үҙ ҡырҙары, йәғни ҡырҙағы уңыштары тураһында ҡайғыртырға тейеш булған. Был шиғырҙағы принцип бөгөн дә ҡулланырлыҡ. Никахлашырға йыйынған ир кешегә ғаиләлә яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алырға әҙер булырға кәрәк. Сәләмәтлеге булһа, ул эшләргә тейеш. Алла Һүҙендә, үҙ ғаиләһенең физик, эмоциональ һәм рухи ихтыяждары тураһында ҡайғыртмаған кеше иманһыҙҙан да яманыраҡ, тип әйтелә. (1 Тимутегә 5:8 уҡы.)

15 Кейәүгә сығырға булған ҡатын-ҡыҙ ҙа үҙ өҫтөнә яуаплы бурыстар алырға ризалаша. Иренә ярҙам итер өсөн, хужалыҡ менән йорттағылар тураһында ҡайғыртыр өсөн, ҡатын-ҡыҙға билдәле сифаттар һәм һәләттәр кәрәк. Изге Яҙмаларҙа ундай ҡатын маҡтап телгә алына (Ғибрәтле һүҙҙәр 31:10—31). Буласаҡ тормош иптәштәре хаҡында ҡайғыртырға һәм ғаилә тормошо менән бәйле вазифаларҙы үтәргә әҙерләнмәйенсә, никахлашырға ашыҡҡан ир-аттар менән ҡатын-ҡыҙҙар, ысынында, үҙ-үҙҙәре тураһында ғына уйлайҙар. Ә иң мөһиме, никахлашырға йыйынған кеше рухи яҡтан әҙер булырға тейеш.

16, 17. Ғаилә ҡорорға әҙерләнеүселәр Изге Яҙмаларҙағы ниндәй принциптар тураһында уйланырға тейеш?

16 Никахҡа әҙерләнеү Алла ир менән ҡатынға биргән вазифалар хаҡында уйланыуҙы үҙ эсенә ала. Ир кешегә мәсихсе ғаиләнең башлығы булыу нимәне аңлатҡанын белергә кәрәк. Ундай вазифа уға ғаилә ағзаларын йәберләргә хоҡуҡ бирмәй. Киреһенсә, ғаилә башлығы был яҡтан Ғайсанан үрнәк алырға тейеш (Эфестарға 5:23). Ә апай-ҡәрҙәшкә ҡатын булыу һәм был хөрмәтле вазифаны үтәү нимәне аңлатҡанын белергә кәрәк. Ул «иренең ҡанунына» теләп буйһонормо? (Римлыларға 7:2) Ул хәҙер үк Йәһүә менән Мәсихтең ҡануны аҫтында йәшәй, әммә иренең хакимлығы — башҡа төрлө ҡанун (Галаттарға 6:2). Ҡатын-ҡыҙ камил булмаған иренең хакимлығына буйһоноп, уға ярҙам итә алырмы? Ул быға әҙер түгел икән, кейәүгә сыҡмаһа, яҡшыраҡ булыр.

17 Өҫтәүенә, ир менән ҡатынға бер-береһенең махсус ихтыяждары тураһында ҡайғыртырға әҙер булырға кәрәк. (Филиппийҙарға 2:4 уҡы.) Паул Алла тарафынан рухландырылып: «Һәр берегеҙ үҙ ҡатынын үҙен яратҡандай яратһын, ә ҡатын үҙ ирен тәрән хөрмәт итһен», — тип яҙған. Ул шуға баҫым яһаған: ир — ҡатынының тәрән хөрмәтен, ә ҡатын иренең яратыуын һиҙергә тейеш. Был уларҙың махсус ихтыяждары (Эфестарға 5:21—33).

Осрашҡан саҡта, күп кенә ҡыҙҙар һәм егеттәр аҡыллылыҡ менән эш итеп, икәүҙән-икәү ҡалмай

18. Ни өсөн осрашҡан саҡта, үҙ-үҙеңде ҡулда тоторға кәрәк?

18 Ҡыҙ менән егеттең осрашҡан саҡтары — күңел асып йөрөү ваҡыты ғына түгел, ә бер-береһе менән яҡшыраҡ танышыу һәм бергә ғаилә ҡороуҙары аҡыллы булырмы икәнлеген билдәләү ваҡыты. Был мәлдә шулай уҡ үҙ-үҙеңде ҡулда тотоу мөһим! Уларҙың енси яҡынлыҡ ҡылырға теләктәре бик көслө булырға мөмкин, сөнки был теләк тәбиғи. Әммә бер-береһен ысынлап та яратҡан кешеләр рухи яҡтан зыян килтереүсе тәртиптән ҡасасаҡ (1 Тессалуникиҙарға 4:6). Шуға күрә осрашҡан саҡта үҙ-үҙеңде ҡулда тот! Никахлашырһыңмы-юҡмы, тотанаҡлыҡ сифаты һиңә һәр ваҡыт файҙа килтереп торасаҡ.

НИКАХ ҒҮМЕРЛЕК БУЛҺЫН ӨСӨН НИМӘ ЭШЛӘРГӘ?

19, 20. Мәсихселәрҙең никахҡа ҡараштары был донъяның ҡарашынан нисек айырылып торорға тейеш? Миҫал килтер.

19 Ир менән ҡатын ныҡлы ғаилә ҡорорға теләһәләр, улар никахҡа дөрөҫ ҡарарға тейеш. Романдар һәм фильмдар йыш ҡына бәхетле туй менән тамамлана. Ә тормоштағы туй — яңы ғаиләнең башланғысы ғына. Йәһүә никахтың ғүмерлек булыуын теләй (Башланмыш 2:24). Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөнгө донъяла ғаиләгә башҡаса ҡарайҙар. Никах — «төйөнләп бәйләнгән бау», тип әйтәләр ҡайһы бер илдәрҙә. Был һүҙҙәр донъялағы никахҡа ҡарашты бик яҡшы тасуирлай. Ни өсөн шулай әйтеп була? Яҡшы төйөн күпме кәрәк шул тиклем сиселмәҫкә тейеш булһа ла, уның икенсе бер үҙенсәлеге бар: уны анһат ҡына бәйләгән кеүек, шулай уҡ анһат ҡына сисеп тә була.

20 Бөгөн күптәр никахты ғүмерлек тип һанамай. Улар үҙҙәренең ихтыяждарын ҡәнәғәтләндерергә өмөтләнеп, еңел генә никахлаша, әммә ауырлыҡтар тыуыу менән шунда уҡ айырылышырға әҙер. Иҫеңә төшөр: Изге Яҙмаларҙа никах тураһында әйтелгәндә, бау менән миҫал килтерелә. Караптар өсөн яһалған бауҙар йәки канаттар бик оҙаҡ ваҡыт хеҙмәт иткән һәм хатта ҡаты дауылдар ваҡытында ла өҙөлмәгән. Никах та кешеләргә ғүмерлеккә бирелгән. Ғайса һүҙҙәрен иҫеңә төшөр: «Алла ҡушылдырғанды кеше айырмаһын» (Маттай 19:6). Никахлашырға йыйынһаң, никахҡа тап шундай ҡараш менән ҡара. Ундай никах ауыр йөк булып китерме? Юҡ.

21. Ир менән ҡатынға бер-береһенә ниндәй ҡараш һаҡларға кәрәк, һәм был яҡтан уларға нимә ярҙам итә ала?

21 Ир менән ҡатынға бер-береһенә ҡарата дөрөҫ ҡараш һаҡларға кәрәк. Улар бер-береһенең яҡшы сифаттарына һәм тырышлыҡтарына иғтибар итеп торһа, никахтары бәхетле буласаҡ һәм уларға шатлыҡ килтерәсәк. Камил булмаған тормош иптәшеңә ыңғай ҡараш менән ҡарап буламы? Йәһүә хаталарыбыҙҙы күрә, ләкин ул беҙҙең яҡшы яҡтарыбыҙға иғтибар итер тип өмөтләнәбеҙ. «Һин (кешенең) ҡанунһыҙланыуҙарын һиҙәһең икән, эй Хоҙай, эй Хоҙай, кем сыҙап тора алыр?» — тип һораған мәҙхиә йырлаусы (Мәҙхиә 129:3). Ир менән ҡатынға ла бер-береһенә ыңғай ҡараш менән ҡарарға һәм бер-береһен кисереп торорға кәрәк. (Көләсәйҙәргә 3:13 уҡы.)

22, 23. Ибраһим менән Сара бөгөнгө ғаиләләр өсөн ниндәй яҡшы үрнәк ҡалдырған?

22 Йылдар уҙыу менән никах ир менән ҡатынға күберәк бәхет һәм ҡәнәғәтлек килтерә ала. Изге Яҙмаларҙа оло йәшкә еткән Ибраһим менән Сараның бергә тормош көтөүҙәре тураһында әйтелә. Әлбиттә, уларҙың күп ауырлыҡтары булған. Күҙ алдыңа килтер: 60 йәштән уҙған Сара гөрләп торған Ур ҡалаһындағы бөтә уңайлыҡтары булған йортон ҡалдырып, ҡалған ғүмерен сатырҙарҙа йәшәр өсөн, күпме үҙгәрештәр яһаған. Еңел булмаһа ла, ул иренә буйһонған. Сара Ибраһимдың ысын ярҙамсыһы, тулыландырыусыһы булып, уға бөтә эштәрендә хөрмәт күрһәтеп ярҙам иткән. Уның буйһоноуы күҙ буяу өсөн генә булмаған. Сара ирен хатта эстән дә «хужам» тип атаған (Башланмыш 18:12; 1 Петер 3:6). Ул Ибраһимды ысын күңелдән хөрмәт иткән.

23 Әлбиттә, Ибраһим менән Сара бөтә нәмәгә һәр ваҡыт бер ҡараш менән ҡараған тип әйтеп булмай. Бер тапҡыр Сараның кәңәше Ибраһимға бик ныҡ оҡшамаған. Шулай ҙа, Йәһүәнең ҡушыуы буйынса, ул баҫалҡылыҡ күрһәтеп үҙ ҡатынын тыңлаған, һәм был һуңыраҡ уларҙың ғаиләһенә фатиха килтергән (Башланмыш 21:9—13). Бөгөн ирле-ҡатынлылар, хатта тиҫтәләгән йылдар бергә йәшәһә лә, Аллаға тыңлаусан булған Ибраһим менән Саранан бик күп нәмәгә өйрәнә ала.

24. Ниндәй ғаиләләр Йәһүә Аллаға дан килтерә һәм ни өсөн?

24 Мәсихсе йыйылыштарҙа меңләгән бәхетле ғаилә бар. Был ғаиләләрҙә ҡатын үҙ ирен тәрән хөрмәт итә, ә ир кеше ҡатынын ярата һәм уға иғтибарлы. Улар икеһе лә Йәһүә ихтыярын беренсе урынға ҡуйып йәшәй. Һин никахлашырға уйлайһың икән, тормош иптәше һайлағанда, аҡыллылыҡ менән эш ит, ғаилә тормошона яҡшылап әҙерлән. Никахың Йәһүә Аллаға дан килтерһен өсөн һәм тормошоғоҙҙа тыныслыҡ, яратыу хөкөм һөрһөн өсөн көс ҡуй! Ул саҡта никахың, һис шикһеҙ, һиңә Алла мөхәббәтендә ҡалырға ярҙам итәсәк.

^ 11 абз. «Ғаилә бәхетенең сере» (тат.) тигән китаптың 2-се бүлеген ҡара. Йәһүә Шаһиттары тарафынан баҫтырылған.

^ 12 абз. Ҡайһы бер ырыу башлыҡтарының бер нисә ҡатыны булған. Боронғо Исраил заманында Йәһүә быны рөхсәт иткән. Ул ундай тәртип урынлаштырмаһа ла, быға ҡағылышлы ҡағиҙәләр биргән. Ләкин мәсихселәр шуны иҫтә тота: бөгөн Йәһүә үҙ хеҙмәтселәренә күп ҡатынлылыҡ рөхсәт итмәй (Маттай 19:9; 1 Тимутегә 3:2).