Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

ҠУШЫМТА

Ҡан фракциялары һәм төрлө процедуралар

Ҡан фракциялары һәм төрлө процедуралар

Ҡан фракциялары. Ҡан фракциялары уның дүрт төп өлөшөнән — эритроциттар, лейкоциттар, тромбоциттар һәм плазманан — алына. Мәҫәлән, эритроциттарҙа гемоглобин тигән аҡһым бар. Кеше йәки хайуан гемоглобинынан яһалған препараттар ҡаты анемияны дауалағанда йәки күп ҡан юғалтҡанда ҡулланыла.

Плазма 90 процентҡа һыуҙан тора һәм унда күп гормондар, органик булмаған тоҙҙар, ферменттар һәм файҙалы матдәләр, шул иҫәптән минераль матдәләр һәм шәкәр, бар. Плазмала шулай уҡ ҡан ойоу факторҙары, организмға ауырыу менән көрәшергә ярҙам иткән антиматдәләр (антитела) һәм альбумин кеүек аҡһымдар бар. Кешенең берәй сир менән ауырып китеү ҡурҡынысы булһа, ҡайһы ваҡыт табиптар был ауырыуға иммунитеты булған кешенең плазмаһынан алынған гамма-глобулин инъекцияларын яһарға ҡуша. Лейкоциттарҙан интерферондар һәм интерлейкиндар алына. Уларҙы йоғошло инфекцияларҙы һәм рак ауырыуҙарын дауалау өсөн ҡулланалар.

Мәсихсегә ҡан фракциялары ҡулланылған дауалауға ризалашырғамы? Изге Яҙмаларҙа бының тураһында бер ниндәй ҙә аныҡ күрһәтмәләр килтерелмәй, шуға күрә һәр мәсихсе Алла алдында выжданы ҡушҡанса эш итеп ҡарар ҡабул итергә тейеш. Алланың исраилдарға бирелгән ҡануны буйынса, ҡанды «ергә ағыҙырға» кәрәк булған. Быға нигеҙләнеп ҡайһы берәүҙәр бер фракцияға ла ризалашмай (Ҡанун 12:22—24). Башҡалар иһә, ҡанды йәки уның дүрт төп өлөшөн үҙ тәндәренә ебәреүҙән баш тартһа ла, берәй ниндәй фракция булған препараттарҙы ҡулланырға ризалаша. Улар, бәлки, шулай иҫәпләйҙәрҙер: ҡандан алынған фракциялар ваҡыт уҙыу менән тере заттың тормошо тип һаналмай башлай.

Ҡан фракцияһын ҡулланыу буйынса һорауҙы хәл иткәндә, үҙеңә бындай һорауҙар бир: «Бар фракцияларҙы ҡулланыуҙан баш тартып, мин организмға ауырыу менән көрәшергә ярҙам иткән һәм ҡан китеүҙе туҡтатыр өсөн ҡан ойоуына булышлыҡ иткән ҡайһы бер фракциялы дарыуҙарҙан да баш тартҡанымды аңлайыммы? Мин табипҡа ни өсөн бер йәки күберәк фракцияларҙы ҡулланырға ризалашҡанымды йә уларҙан баш тартҡанымды аңлата аламмы?»

Медицина процедуралары. Мәҫәлән, гемодилюция һәм реинфузия. Гемодилюция ваҡытында ҡандың бер өлөшө тәндән ситкә ебәрелә, ҡандың күләмен ҙурайтҡан препарат менән алмаштырыла һәм һуңыраҡ кире пациент тәненә ҡайтарыла. Реинфузия ваҡытында операция дауамында юғалтылған ҡан йыйыла һәм кире организмға ҡайтарыла. Яралағы йәки тән ҡыуышлығындағы ҡан таҙартыла йәки фильтр аша үткәрелә, унан һуң пациент тәненә ҡайтарыла. Төрлө табиптар был процедураларҙы төрлөсә ҡуллана, шуға күрә мәсихсегә табиптан уларҙы нисек ҡулланырға йыйынғанын һорарға кәрәк.

Был процедураларға ҡағылышлы ҡарар ҡабул иткәндә, үҙеңдән һора: «Ҡанымдың бер өлөшө тәнемдән сыҡһа һәм, бәлки, ҡан ағымы бер ни тиклем ваҡытҡа туҡталып торһа, выжданым был ҡанды тәнемдең өлөшө тип иҫәпләргә һәм ергә ағыҙмаҫҡа рөхсәт итәсәкме?» (Ҡанун 12:23, 24). «Медицина процедураһы ваҡытында ҡанымдың бер өлөшө алынһа, бер аҙ үҙгәртелһә һәм һуңынан кире тәнемә ҡайтарылһа, минең Изге Яҙмалар буйынса өйрәтелгән выжданым саф булырмы? Үҙ ҡанымды ҡулланып башҡарылған бөтә медицина процедураларынан баш тартып, мин шулай уҡ ҡан анализдарынан, гемодиализдан йәки йөрәк менән үпкә функцияларын ваҡытлыса үтәй торған аппараттан да баш тартҡанымды аңлайыммы?»

Операция була ҡалһа, үҙ ҡанын нисек ҡулланырға икәнен мәсихсе үҙе ҡарар итергә тейеш. Был шулай уҡ медицина анализдарына ла, пациенттың ҡанын бер аҙ алып, бәлки, бер ни тиклем үҙгәртергә һәм тәнгә кире ҡайтарырға кәрәк булған дауалауға ла ҡағыла.