ЕТЕНСЕ БҮЛЕК
Һин тормошто Алла кеүек ҡәҙерләйһеңме?
«Тереклек шишмәһе Һиндә» (МӘҘХИӘ 35:10).
1, 2. Алла биргән ниндәй ҡиммәтле бүләк айырыуса беҙҙең көндәрҙә кәрәкле һәм ни өсөн?
КҮКТӘГЕ Атабыҙ беҙҙе аҡыллы һәм үҙ сифаттарын сағылдырырға һәләтле итеп яратҡан (Башланмыш 1:27). Аҡыл — был ҡиммәтле бүләк, һәм уның ярҙамында беҙ Изге Яҙмаларҙағы принциптар тураһында уйлана алабыҙ. Уларҙы ҡулланып, беҙ «үҙ һиҙгерлегебеҙҙе, ҡулланыу аша, яҡшылыҡ менән яманлыҡты айырырға өйрәтәбеҙ», рухи яҡтан етлеккән һәм Йәһүәне яратҡан кешеләр булып китәбеҙ (Еврейҙарға 5:14).
2 Изге Яҙмаларҙағы принциптар тураһында уйланырға һәләт айырыуса беҙҙең көндәрҙә бик кәрәк, сөнки донъя бик ҡатмарлы булып китте һәм тормошта тыуған ҡайһы бер хәлдәрҙә ҡулланырлыҡ тейешле законды табып булмай. Бының дөрөҫлөгөн медицина фәне асыҡ күрһәтә. Мәҫәлән, ҡандан яһалған препараттар һәм ҡан менән бәйле процедураларға иғтибар итәйек. Йәһүәгә тыңлаусан булып ҡалырға теләгән һәр бер кеше өсөн был бик мөһим тема. Әгәр беҙ Изге Яҙмаларҙағы ниндәй принципты ниндәй осраҡҡа ҡулланырға икәнен белһәк, аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итә алырбыҙ. Был выжданыбыҙҙы саф килеш һаҡлар һәм беҙ Алла мөхәббәтендә ҡалырбыҙ (Ғибрәтле һүҙҙәр 2:6—11). Ҡайһы бер принциптарҙы ҡарап сығайыҡ.
ТОРМОШ ҺӘМ ҠАН ИЗГЕ
3, 4. Изге Яҙмаларҙа ҡандың изгелеге тураһында беренсе тапҡыр ҡасан әйтелгән булған, һәм уның изге булыуы ниндәй принциптарға нигеҙләнгән?
3 Ҡабил Һабилды үлтергәндән һуң, Йәһүә тормош менән Башланмыш 4:10). Йәһүәнең ҡарашы буйынса, Һабилдың ҡаны уның кинәт өҙөлгән ғүмере булған. Шуға күрә Һабилдың ҡаны Аллаға үс алыу тураһында ыңғырашҡан тип әйтеп була (Еврейҙарға 12:24).
ҡан араһында мөһим бәйләнеш барлығын һәм уларҙың изге булыуын күрһәткән. Алла Ҡабилға: «Туғаныңдың ҡаны тупраҡтан Миңә иңрәп өндәшә!» — тип әйткән (4 Туфан һыуынан һуң Алла кешеләргә хайуандарҙың итен ашарға рөхсәт иткән. Әммә уларға тәүҙә ҡанды сығарырға кәрәк булған. «Йәне, йәғни ҡаны булған итте ашар булмағыҙ. Һинең ҡаның ҡойолдо, ғүмерең өҙөлдө икән, ошо ҡанды кем ҡойһа, ... шуны үҙенең ҡаны ҡойолоуына дусар итәсәкмен», — тигән Алла (Башланмыш 9:4, 5). Был әмерҙе Нухтың бар тоҡомдары, шул иҫәптән беҙҙең көндәрҙә йәшәүселәр ҙә, үтәргә тейеш. Был әмер шулай уҡ Алланың алдараҡ Ҡабилға әйткән һүҙҙәрен раҫлай: ҡан бөтә заттарҙың тормошо, йәғни йәне булып тора. Өҫтәүенә, был әмер күрһәтеүенсә, Тормош сығанағы булараҡ, Йәһүә тормош менән ҡанды хөрмәт итмәгән һәр кешене яуапҡа тартасаҡ (Мәҙхиә 35:10).
5, 6. Муса ҡанунында ҡандың изге һәм ҡәҙерле булыуы нисек күрһәтелгән булған? (« Хайуандарҙың тормошон хөрмәт ит» рамканы ла ҡара.)
5 Был ике мөһим хәҡиҡәт Муса ҡанунында ла сағылған булған: «Әгәр... берәйһе ҡан ашай икән, Мин ҡан ашаусы кешегә ҡаршы сығасаҡмын һәм уны үҙ халҡынан ситләштерәсәкмен. Сөнки һәр тәндең йәне үҙенең ҡанында; шуға күрә Мин, һеҙҙең йәндәрегеҙ гөнаһынан арынһын өсөн, ҡорбан килтереү урынында ҡанды түгергә ҡуштым, ҡан йәнде гөнаһтан арындыра» * (Левиттар 17:10, 11). (« Ҡандың йолоп алыу көсө» тигән рамканы ҡара.)
6 Салынған малдың ҡаны ҡорбан килтереү урыны өсөн ҡулланылмаһа, уны ергә түгергә кәрәк булған. Шулай Ҡанун 12:16; Йәзәкил 18:4). Ләкин шуға иғтибар ит: исраилдарға хайуан итенән бөтә ҡанды сығарыр өсөн саманан тыш тырышырға кәрәк булмаған. Дөрөҫ салынған хайуандан ҡан тейешле рәүештә сығарылған икән, исраиллы уның итен саф выждан менән ашай алған, сөнки Йәшәү биреүсегә хөрмәт күрһәтелгән булған.
итеп, тормош үҙенең Сығанағына, йәғни Аллаға кире ҡайтҡан тип әйтеп була (7. Дауыт ҡандың изгелегенә нисек хөрмәт күрһәткән?
Илселәр 13:22). Бер саҡ Дауыт ныҡ һыуһағас, уның өс һуғышсыһы дошмандар араһына кереп, ундағы һыу һаҡлағыстан уға һыу алып килтергәндәр. Дауыт нимә эшләгән? «Минең өсөн үҙ йәндәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйған кешеләрҙең ҡанын эсәйемме ни?» — тип әйткән ул. Дауыт өсөн был һыу уларҙың ҡанына тиң булған. Шуға күрә һыуһауына ҡарамаҫтан, ул һыуҙы «Йәһүә алдында ергә түккән» (2 Ишмуил 23:15—17).
7 Дауыт — Алланың «күңеленә ятышлы» ир — ҡан тураһындағы Алла әмере нигеҙендә ятҡан принциптарҙы яҡшы аңлаған (8, 9. Мәсихселәр йыйылышы ойошторолғас, Алланың тормошҡа һәм ҡанға ҡарашы үҙгәргәнме? Аңлат.
8 Нухҡа ҡан тураһында әмер бирелгәндән һуң яҡынса 2 400 йыл, ә Ҡанун килешеүе төҙөлгәндән һуң яҡынса 1 500 йыл үткәс, Йәһүә беренсе мәсихселәрҙең етәксе советын бындай һүҙҙәр яҙырға рухландырған: «Изге рух һәм беҙ һеҙҙең өҫкә бындай кәрәкле нәмәләрҙән башҡа һис ниндәй өҫтәмә йөк һалмаҫҡа булдыҡ: боттар менән нәжесләнгән нәмәләрҙән, ҡандан, быуып үлтерелгән хайуан итенән һәм фәхешлектән тыйылығыҙ» (Илселәр 15:28, 29).
9 Тимәк, беренсе мәсихселәрҙең етәксе советы ҡандың изге булыуын таныған. Улар ҡанды Алла күҙлегенән дөрөҫ булмаған маҡсаттар өсөн ҡулланыуҙы боттарға табыныу йә енси аҙғынлыҡ кеүек боҙоҡ эш тип һанаған. Бөгөнгө ысын мәсихселәр ҙә шундай уҡ фекерҙә торалар. Өҫтәүенә, улар Изге Яҙмаларҙағы принциптар тураһында уйланып, уларҙы тоталар, шуға күрә ҡанды ҡулланыу тураһында ҡарарҙар ҡабул иткәндә, Йәһүәне һөйөндөрә алалар.
МЕДИЦИНАЛА ҠАНДЫ ҠУЛЛАНЫУ
10, 11. а) Йәһүә Шаһиттары ҡан һәм уның дүрт төп компонентын үҙ тәндәренә ебәреүгә нисек ҡарай? б) Ҡан тураһында әйткәндә, ниндәй осраҡтарҙа мәсихселәр үҙҙәре ҡарар иткәнсә эш итә?
10 Йәһүә Шаһиттары шуны таный: «ҡандан... тыйылыу» — үҙ тәнеңә ҡан ебәреүҙән, уны тапшырыуҙан һәм
һаҡлауҙан тыйылыу тигәнде аңлата. Алла законын хөрмәт итеп, улар шулай уҡ ҡандың дүрт төп компонентынан — эритроциттар, лейкоциттар, тромбоциттар һәм плазманан тыйылалар.11 Бөгөн был компоненттарҙы фракцияларға бүлеп ҡулланалар. Мәсихсегә был фракцияларҙан тыйылырғамы? Ул уларҙы ҡан тип һанаймы? Һәр кеше быны үҙе хәл итергә тейеш. Шулай уҡ кеше үҙенең ҡаны ҡулланылып үткәрелгән, әгәр был ҡан бер ерҙә лә һаҡланмаған булһа, гемодиализ, гемодилюция һәм реинфузия кеүек медик процедураларға ризалашырғамы-юҡмы икәнен үҙе ҡарар итә. («Ҡан фракциялары һәм төрлө процедуралар» тигән ҡушымтаны ҡара.)
12. Выжданға бәйле һорауҙар ҡаралғанда, беҙ нисек эш итергә тейеш?
12 Әгәр беҙ үҙебеҙ ҡарар ҡабул итергә тейеш икән, был ҡарарыбыҙ Йәһүә өсөн мөһим түгел тигәнде аңлатамы? Ғибрәтле һүҙҙәр 17:3; 24:12 уҡы.) Берәй дарыу йәки процедураға ризалашыр алдынан доға ҡылып, уларҙы тикшереп сыҡҡандан һуң, беҙ Изге Яҙмалар буйынса өйрәтелгән выжданыбыҙҙы тыңларға тейеш (Римлыларға 14:2, 22, 23). Һис шикһеҙ, башҡа кешеләр беҙгә үҙ ҡараштарын тағырға тейеш түгел. Шулай уҡ беҙгә лә башҡаларҙан: «Әгәр минең урынымда булһаң, һин нимә эшләр инең?» — тип һорарға кәрәкмәй. Ундай осраҡтарҙа һәр бер мәсихсе «үҙ йөгөн үҙе йөрөтә» (Галаттарға 6:5; Римлыларға 14:12; « Мин ҡанды изге тип һанайыммы?» тигән рамканы ҡара) *.
Юҡ, был уның өсөн мөһим, сөнки ул фекерҙәребеҙ һәм был ҡарарҙы ҡабул итергә этәргән эске теләктәребеҙ менән ныҡ ҡыҙыҡһына. (ЙӘҺҮӘНЕҢ ЗАКОНДАРЫНДА УНЫҢ АТАЙҘАРСА ЯРАТЫУЫ САҒЫЛА
13. Йәһүәнең закондары һәм принциптары уның тураһында нимәне асыҡлай? Миҫал килтер.
13 Изге Яҙмаларҙағы закондар һәм принциптар Йәһүәнең аҡыллы Ҡанундар сығарыусы һәм үҙ балаларының именлеген ҡайғыртыусы яратыусан Атай булыуын күрһәтә (Мәҙхиә 18:8—12). «Ҡандан тыйылығыҙ» тигән әмер бирелгәндә, һүҙ һаулыҡ тураһында бармаһа ла, был әмер беҙҙе ҡан ебәреү тыуҙырған проблемаларҙан һаҡлай (Илселәр 15:20). Медицина өлкәһендә эшләүсе күп кенә кеше ҡанды ҡулланмайынса дауалауҙы иң сифатлы дауалау тип атай. Ысын мәсихселәр өсөн ундай һүҙҙәр Йәһүәнең сикһеҙ аҡыллылығына һәм атайҙарса яратыуына тағы бер дәлил булып яңғырай. (Ишағия 55:9 уҡы; Яхъя 14:21, 23.)
14, 15. а) Алланың үҙ халҡын яратыуы ниндәй закондарҙа сағылған булған? б) Һин был закондарҙағы принциптарҙы нисек ҡуллана алаһың?
14 Алланың үҙ халҡының именлеген ҡайғыртыуы боронғо Исраилға бирелгән күп закондарҙа сағылған. Мәҫәлән, түбәнең ситтәре буйлап һаҡлағыс таҡта яһарға әмер биргән (Ҡанун 22:8; 1 Ишмуил 9:25, 26; Нихами 8:16; Илселәр 10:9). Алла шулай уҡ һөҙгәк үгеҙҙе күҙәтеү аҫтында тоторға ҡушҡан (Сығыш 21:28, 29). Был закондарҙы үтәмәгән кеше башҡаларҙың именлеге тураһында бер ҙә уйламағанын күрһәткән һәм ҡан ҡойоуҙа ғәйепле була алған.
исраилдар йыш ҡына йорттарының яҫы түбәһендә йыйылғанға, Алла, улар яңылыш йығылып төшмәһендәр өсөн,15 Был закондарҙағы принциптарҙы нисек ҡулланып була? Үҙ йортоң, эш урының, машинаң, машина йөрөтөү ғәҙәтең, малдарың һәм һайлаған күңел асыуҙарың тураһында уйлан. Ҡайһы бер илдәрҙә йәш үҫмерҙәр үлеменең төп сәбәбе — юлдағы авариялар, сөнки улар машинаны йыш ҡына үҙ ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып йөрөтә. Ләкин Алла мөхәббәтендә ҡалырға теләгән йәштәр тормошто ҡәҙерләй һәм ҡурҡыныс эштәрҙә ҡатнашып рәхәтлек эҙләмәй. Улар: «Эй, беҙгә, йәштәргә, нәмә булһын инде», — тип уйламай, ә, киреһенсә, үҙҙәрен зыянлы нәмәләрҙән һаҡлап, йәш булыуҙарына шатланып йәшәй (Вәғәзсе 11:9, 10).
16. Аборт тураһында әйткәндә, Изге Яҙмаларҙағы ниндәй принцип ҡулланыла? (Төшөрмәне лә ҡара.)
16 Алла өсөн хатта әле тыумаған баланың тормошо ла ҡәҙерле. Боронғо Исраилда берәйһе ауырлы ҡатынға зыян килтерһә, һәм һөҙөмтәлә был ҡатын үҙе йәки уның балаһы үлһә, Алла был кешене үлтереүсе тип һанаған, һәм уға «йән өсөн йән» түләргә кәрәк булған. (Сығыш 21:22, 23 уҡы.) * Күптәр үҙ файҙаларын эҙләп йәки аҙғын тормош алып барыр өсөн үҙ теләктәре менән аборт яһатҡанға, йыл һайын һанап бөтөргөһөҙ күп тыумаған бала үлә. Быны күреп, Йәһүә ниндәй хистәр кисергәнен күҙ алдыңа килтерә алаһыңмы?
17. Хәҡиҡәт менән танышҡансы аборт яһаған ҡатын-ҡыҙҙы нисек йыуатып була?
Мәҙхиә 102:8—14; Эфестарға 1:7). Ғайса үҙе: «Мин тәҡүәләрҙе түгел, ә гөнаһ ҡылыусыларҙы тәүбәгә саҡырырға тип килдем», — тигән (Лука 5:32).
17 Ә хәҡиҡәт менән танышҡансы аборт яһаған ҡатын-ҡыҙ тураһында нимә әйтеп була? Ул Алланың мәрхәмәтенә өмөтләнә аламы? Һис шикһеҙ! Йәһүә ысын күңелдән тәүбә иткән кешене Ғайсаның түгелгән ҡаны нигеҙендә кисерә (НӘФРӘТТЕ ЙӨРӘГЕҢДӘН АЛЫП ТАШЛА!
18. Изге Яҙмаларҙа ҡан ҡойоуға килтерә торған төп сәбәп тураһында нимә әйтелә?
18 Беҙ башҡаларға зыян килтерергә тейеш түгел. Ләкин Йәһүә йөрәгебеҙҙән ҡан ҡойоуға килтерә торған төп сәбәпте лә — нәфрәтте тамыры менән йолҡоп алып ташлауыбыҙҙы теләй. «Ҡәрҙәшен нәфрәт итеүсе һәр кем кеше үлтереүсе була», — тип яҙған илсе Яхъя (1 Яхъя 3:15). Бындай кеше дошманлыҡ хисе менән генә сикләнмәй, ул үҙ ҡәрҙәшенең хатта үлемен дә теләй. Уның үҙен дошмандарса тотоуы, бәлки, асыулы яла яғыуҙан йәки Алланың хөкөм итеүенә килтергән эштәрҙә ялған ғәйепләүҙәрҙән күренәлер (Левиттар 19:16; Ҡанун 19:18—21; Маттай 5:22). Йөрәгебеҙҙә берәй төрлө асыу тойғоһо урынлашһа, уны алып ташлар өсөн көс ҡуйыу бик мөһим! (Яҡуп 1:14, 15; 4:1—3)
19. Изге Яҙмаларҙағы принциптар буйынса йәшәгән кеше Ғибрәтле һүҙҙәр 6:16, 17 һәм Филиппийҙарға 4:8, 9-ҙа яҙылған һүҙҙәргә нисек ҡарай?
19 Тормошто Йәһүә кеүек ҡәҙерләгән һәм уның мөхәббәтендә ҡалырға теләгән кеше шулай уҡ көс ҡулланыуҙың һәр төрөн кире ҡаға. Йәһүә «ғәйепһеҙгә ҡан ҡойоусы ҡулдарҙы» нәфрәт итә (Ғибрәтле һүҙҙәр 6:16, 17). Был һүҙҙәр Алланың шәхесен асыҡлауҙан тыш тормошобоҙ менән идара итеүсе принципты ла үҙ эсенә ала. Был принцип Йәһүәне яратҡан кешеләрҙе көс ҡулланыуға һөйөү үҫтергән күңел асыуҙарҙан ҡасырға өндәй. Йәһүә — «тыныслыҡ Аллаһы» тигән һүҙҙәр уның хеҙмәтселәрен үҙ аҡылдарын һәм йөрәктәрен тыныслыҡҡа килтереүсе нәмәләр, йәғни яҡшы, яратыуға һәм маҡтауға лайыҡлы нәмәләр менән тултырырға дәртләндерә. (Филиппийҙарға 4:8, 9 уҡы.)
ҠАН ҠОЙОУҘА ҒӘЙЕПЛЕ ОЙОШМАЛАРҘАН СИТТӘ ТОР
20—22. Мәсихселәр был донъяға ҡарата ниндәй ҡарашта тора һәм ни өсөн?
20 Алла ҡаршыһында Шайтандың бөтөн донъяһы ҡан ҡойоуҙа ғәйепле. Изге Яҙмаларҙа төрлө януарҙар итеп күрһәтелгән сәйәси системалар миллионлаған кешеләрҙе, шул иҫәптән Йәһүәнең күп хеҙмәтселәрен, үлтергәндәр (Данил 8:3, 4, 20—22; Асыш 13:1, 2, 7, 8). Үҙҙәрен януарҙарса тотҡан был державалар коммерция һәм фән менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итеп, иң ҡурҡыныс һуғыш ҡоралдары тыуҙырған һәм ҙур табыш алған. «Бөтә донъя Яуыздың хакимлығы аҫтында тора» тигән һүҙҙәр ысынлап та хаҡ! (1 Яхъя 5:19)
21 Ғайсаның шәкерттәре был «донъянан түгел», улар был донъяның сәйәси эштәрендә һәм һуғыштарында ҡатнашмай, шулай итеп улар үҙҙәрен ҡан ҡойоуҙа, коллектив һәм айырым шәхес булараҡ та, ғәйепле булыуҙан һаҡлай (Яхъя 15:19; 17:16) *. Мәсихтән үрнәк алып, улар эҙәрлекләүҙәр ваҡытында көс ҡулланып яуап ҡайтармай. Улар үҙ дошмандарын ярата һәм хатта улар тураһында доға ҡыла (Маттай 5:44; Римлыларға 12:17—21).
22 Өҫтәүенә, ысын мәсихселәр «Бөйөк Бабилдың» — иң күп ҡан ҡойоуҙа ғәйепле булған ялған диндең бөтә донъя империяһының — эштәрендә ҡатнашмай. Алла Һүҙендә: «Был ҡалала [Бөйөк Бабилда] бар пәйғәмбәрҙәрҙең, изгеләрҙең һәм ерҙә үлтерелгән барлыҡ кешеләрҙең ҡаны табылды», — тип әйтелә. Шуға күрә беҙгә: «Минең халҡым... сыҡ унан», — тигән кәңәш бирелә (Асыш 17:6; 18:2, 4, 24).
23. Бөйөк Бабилдан сығыу нимәне аңлата?
23 Бөйөк Бабилды ташлап китеү — был ялған дин менән бөтә бәйләнештәрҙе өҙөү генә түгел, ә шулай уҡ ялған дин асыҡ рәүештә яҡлаған йәки рөхсәт иткән яуыз эштәрҙе, мәҫәлән, әхлаҡһыҙлыҡты, сәйәсәттә ҡатнашыуҙы һәм байлыҡҡа ҡомһоҙланып ынтылыуҙы, нәфрәт итеү. (Мәҙхиә 96:10 уҡы; Асыш 18:7, 9, 11—17.) Бындай яуыз эштәр йыш ҡына ҡан ҡойоуға килтерә!
24, 25. Алла ҡан ҡойоуҙа ғәйепле булған, әммә тәүбә иткән кешегә нимәгә нигеҙләнеп мәрхәмәт күрһәтә ала, һәм боронғо Исраилда быға нимә прообраз булып торған?
24 Хаҡ ғибәҙәт ҡылыуға ҡушылғансы һәр беребеҙ, нисек кенә булмаһын, Шайтан системаһын яҡлап торған, һәм шуға күрә ҡан ҡойоуҙа ғәйепле булған тип әйтеп була. Ләкин үҙ тәртибебеҙҙе үҙгәртеп, Ғайса Мәсихтең йолом ҡорбанына иман үҫтереп һәм Аллаға үҙ тормошобоҙҙо бағышлап, беҙ Алла мәрхәмәтенә эйә булдыҡ һәм рухи яҡлау алдыҡ (Илселәр 3:19). Боронғо Исраилдағы һыйыныу ҡалалары бындай яҡлауҙың символы булған (Һандар 35:11—15; Ҡанун 21:1—9).
25 Һыйыныу ҡалалары ниндәй роль уйнаған? Берәйһен яңылыш үлтергән исраиллы һыйыныу ҡалаһына ҡасҡан. Судьялар уның енәйәтен тикшереп ҡарар сығарғас, ул унда ҡалырға тейеш булған. Ә баш рухани үлгәс, исраиллы ҡаланан китеп үҙе теләгән урында йәшәй алған. Ысындан да, Алланың мәрхәмәте бөйөк һәм ул кеше тормошон юғары баһалай! Бөгөн дә тормош менән ҡандың изгелеге Маттай 24:21; 2 Көринттәргә 6:1, 2).
тураһындағы әмер ғәмәлдә ҡала. Беҙ был әмерҙе аңғармаҫтан боҙған осраҡта Алла беҙҙе, Мәсихтең йолом ҡорбанына нигеҙләнеп, үлемдән яҡлар өсөн, бик күп саралар күргән. Был саралар боронғо һыйыныу ҡалалары ролен уйнай. Һин Алланың был сараларын ҡәҙерләйһеңме? Ҡәҙерләгәнеңде нисек күрһәтә алаһың? Мәҫәлән, «бөйөк афәт» тиҙ яҡынлашып килгәнен иҫәпкә алып, башҡаларҙы бөгөнгө һыйыныу ҡалаһына инергә саҡырып күрһәтә алаһың (ВӘҒӘЗДӘ ҠАТНАШЫП ТОРМОШТО ҠӘҘЕРЛӘГӘНЕҢДЕ КҮРҺӘТ
26—28. Ҡайһы яҡтарҙан беҙ Йәзәкил пәйғәмбәргә оҡшаш, һәм нисек беҙ Алла мөхәббәтендә ҡала алабыҙ?
26 Алланың бөгөнгө халҡын боронғо замандарҙа йәшәгән Йәзәкил пәйғәмбәр менән сағыштырып була. Йәһүә уны Исраил йортона рухи ҡарауылсы итеп билдәләгән. Алла Йәзәкилгә: «Ауыҙымдан сыҡҡан һүҙҙе ишеткәс, уларҙы минең исемемдән киҫәт», — тип әйткән. Йәзәкил үҙ йөкләмәһен үтәмәһә, Иерусалим емерелгәндә, үлтерелгән кешеләрҙең ҡанында ғәйепле булыр ине (Йәзәкил 33:7—9). Әммә Йәзәкил Алланы тыңлаған һәм ҡан ҡойоуҙа ғәйепле булмаған.
27 Тиҙҙән Шайтандың бөтә донъяһы юҡ ителәсәк. Йәһүә Шаһиттары өсөн Алланың «үс алыу көнө» һәм Батшалыҡ тураһындағы хәбәрҙе вәғәзләү — хөрмәтле бурыс (Ишағия 61:2; Маттай 24:14). Һин был мөһим эштә ашҡыныусанмы? Илсе Паул үҙенең вәғәз эшенә бик етди ҡараған, шуға күрә ул: «Мин бер кешенең дә ҡанында ғәйепле түгел, сөнки мин һеҙгә Алла ихтыяры тураһында һөйләүҙән баш тартманым, барыһын һөйләнем», — тип әйтә алған (Илселәр 20:26, 27). Беҙҙең өсөн ниндәй яҡшы үрнәк!
28 Йәһүәнең атайҙарса яратыуының ҡосағында ҡалғыбыҙ килһә, тормош менән ҡанға Алла ҡараған кеүек ҡарайыҡ. Әммә был ғына әле етмәй. Беҙгә уның алдында саф, йәғни изге булып ҡалырға ла кәрәк. Быны сираттағы бүлектә ҡарап сығырбыҙ.
^ 5 абз. «Һәр тәндең йәне үҙенең ҡанында» тигән һүҙҙәр тураһында бер журналда былай тип әйтелә: «Ҡан тормош символы итеп иҫәпләнһә лә, был һүҙҙәрҙе шулай уҡ туранан-тура ла ҡулланып була, сөнки йәшәү өсөн ҡан күҙәнәктәренең һәр төрө кәрәк» («Scientific American»).
^ 12 абз. «Уянығыҙ!» (урыҫ) 2006 йыл, август айы, 3—12-се биттәрҙе ҡара. Йәһүә Шаһиттары тарафынан баҫтырылған.
^ 16 абз. Изге Яҙмаларҙың лексикографтары әйткәнсә, еврей тексындағы был һүҙҙәр, «күрәһең, ҡатын-ҡыҙға ғына килтерелгән зыянға ҡағылмай». Изге Яҙмаларҙан шуныһы ла билдәле: Йәһүә зыян килтергән кешене хөкөм иткәндә, эмбриондың, йәғни яралғының йәшен иҫәпкә алырға кәрәк тип әйтмәгән.
^ 21 абз. «Нисек был донъянан ситтә торорға?» тигән 5-се бүлекте ҡара.
^ 70 абз. «Ҡан фракциялары һәм төрлө процедуралар» тигән ҡушымтаны ҡара.