Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

ӨСӨНСӨ БҮЛЕК

Алланы яратҡан кешеләр менән дуҫлаш

Алланы яратҡан кешеләр менән дуҫлаш

«Зирәктәр менән йөрөүсе зирәк булыр» (ҒИБРӘТЛЕ ҺҮҘҘӘР 13:20).

1—3. а) Ғибрәтле һүҙҙәр 13:20-ләге һүҙҙәр беҙҙе нимәгә өйрәтә? б) Ни өсөн дуҫтарҙы аҡыллы һайларға кәрәк?

САБЫЙ ата-әсәһен иғтибар менән күҙәтә. Һөйләшергә өйрәнмәҫ борон уҡ, ул ишеткәндәренең һәм күргәндәренең барыһын да үҙләштерә. Үҫә барған һайын бала үҙе лә аңламаҫтан ата-әсәһенең үрнәгенә эйәрә. Бергә күп ваҡыт үткәргән ололарҙың да бер-береһе һымаҡ уйлай һәм эш итә башлауына һис тә аптырарлыҡ түгел.

2 Ғибрәтле һүҙҙәр 13:20-лә: «Зирәктәр менән йөрөүсе зирәк булыр», — тип уҡыйбыҙ. «Берәйһе менән йөрөү» тигән һүҙҙәр шул кеше менән бергә күп ваҡыт үткәреү тигән мәғәнәгә эйә. Был уның эргәһендә булыуҙан күберәкте аңлата. Изге Яҙма белгесе әйтеүенсә, «берәйһе менән йөрөү» шул кешене яратыуҙы һәм уны яҡын күреүҙе үҙ эсенә ала. Бергә күп ваҡыт үткәргән, айырыуса беҙ яҡын күргән кешеләр, беҙгә барыһынан да нығыраҡ тәьҫир итә.

3 Дуҫтарыбыҙ беҙгә йә яҡшы, йә насар яҡтан йоғонто яһай. Ғибрәтле һүҙҙәр 13:20-лә былай тип дауам ителә: «Аҡылһыҙҙар менән аралашыусы зыян күрер». «Аралашыу» тигән һүҙ еврей телендә берәйһе менән дуҫлашыуҙы аңлатырға мөмкин (Ғибрәтле һүҙҙәр 22:24). Йәһүәне яратҡан дуҫтар беҙҙе уға тоғро булырға дәртләндерә. Дуҫтарҙы аҡыллы һайларға өйрәнер өсөн, әйҙә, Йәһүәнең үҙенә дуҫ итеп ниндәй кешеләрҙе һайлағанын ҡарап сығайыҡ.

КЕМ АЛЛАНЫҢ ДУҪЫ БУЛА АЛА?

4. Ни өсөн Алланың дуҫы булыу — ул ҙур хөрмәт? Ни өсөн Йәһүә Ибраһимды «дуҫым» тип атаған?

4 Йәһүә, Ғаләм хакимы, беҙгә үҙенең дуҫы булырға мөмкинлек бирә. Был ҙур хөрмәт. Йәһүә дуҫтар һайлауға бик етди ҡарай. Ул уны яратҡан һәм уға ышанған кешеләрҙе һайлай. Ибраһим тураһында уйланайыҡ. Ул Алла өсөн барыһын да эшләргә риза булған. Ибраһим ғүмере буйы Йәһүәгә тоғролоҡ һәм тыңлаусанлыҡ күрһәтеп йәшәгән. Ибраһим хатта үҙ улы Исхаҡты ҡорбан итеп килтерергә әҙер булған. Ул Алланың Исхаҡты «үленән терелтергә һәләтле» икәненә иман иткән (Еврейҙарға 11:17—19; Башланмыш 22:1, 2, 9—13). Тоғро һәм тыңлаусан булғанға, Йәһүә Ибраһимды «дуҫым» тип атаған (Ишағыя 41:8; Яҡуб 2:21—23).

5. Йәһүә тоғро дуҫтарына нисек ҡарай?

5 Йәһүә үҙ дуҫтарын ҡәҙерләй. Уның дуҫтары өсөн уға тоғро ҡалыу барыһынан да мөһимерәк. (2 Самуил 22:26-ны уҡы.) Улар Йәһүәгә тоғро һәм тыңлаусан, сөнки уны ярата. Изге Яҙмала, «намыҫлылар — уның яҡын дуҫтары», тиелә (Ғибрәтле һүҙҙәр 3:32). Аллаһы Тәғәлә дуҫтарын үҙенең «сатырына» ҡунаҡ булырға саҡыра. Ул үҙенә табынырға һәм теләгән һәр ваҡытта ла доға ҡылырға саҡыра (Зәбур 15:1—5).

6. Ғайсаны яратыуыбыҙҙы беҙ нисек күрһәтә алабыҙ?

6 Ғайса былай тигән: «Мине яратҡан кеше Минең Һүҙемде тотор. Ул саҡта Атам да уны яратыр» (Яхъя 14:23). Тимәк, Йәһүәнең дуҫы булыр өсөн, беҙ Ғайсаны яратырға һәм ул ҡушҡандарҙы эшләргә тейеш. Мәҫәлән, беҙ Ғайсаның һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләргә һәм шәкерттәр әҙерләргә тигән әмеренә буйһонабыҙ (Матфей 28:19, 20; Яхъя 14:15, 21). Ғайсаны яратҡанға беҙ уның «эҙенән бар[абыҙ]» (1 Петр 2:21). Көсөбөҙҙән килгәндең барыһын да эшләп һүҙҙәрҙә һәм эштәрҙә Ғайсанан үрнәк алһаҡ, беҙ Йәһүәне шатландырырбыҙ.

7. Ни өсөн дуҫтарыбыҙ Йәһүәнең дә дуҫы булырға тейеш?

7 Эйе, Йәһүәнең дуҫтары тоғро, тыңлаусан, улар уның Улын ярата. Беҙ ҙә дуҫтарҙы Йәһүә һайлаған һымаҡ һайлайбыҙмы? Һинең дуҫтарың Ғайсанан үрнәк алһа һәм башҡаларҙы Алла Батшалығы хаҡындағы хәҡиҡәткә өйрәтеү эше менән мәшғүл булһа, улар һиңә яҡшы яҡҡа үҙгәрергә һәм Йәһүәгә тоғро ҡалырға ярҙам итер.

ИЗГЕ ЯҘМАЛАҒЫ МИҪАЛДАРҘАН ӨЙРӘНӘБЕҘ

8. Руфь менән Нәғмиәнең дуҫлығы һиңә ҡайһы яҡтан оҡшай?

8 Изге Яҙмала дуҫлыҡ хаҡында күп миҫалдар килтерелә. Мәҫәлән, Руфь һәм уның ҡәйнәһе Нәғмиә араһындағы дуҫлыҡ. Улар төрлө халыҡтан сыҡҡан, төрлө тәрбиә алған, өҫтәүенә Нәғмиә Руфтән күпкә олораҡ булған. Әммә икеһе лә Йәһүәне яратҡас, улар яҡын дуҫтар булып киткән. Нәғмиә Муав иленән Израилгә ҡайтып китергә булғас, Руфь унан айырылып ҡалырға теләмәгән. Ул Нәғмиәгә: «Һинең халҡың минең халҡым, һинең Аллаң минең Аллам булыр», — тигән (Руфь 1:14, 16). Руфь ҡәйнәһенә ҡарата бик игелекле булған. Израилгә килгәс, ул үҙенең әхирәте хаҡында ҡайғыртыр өсөн, бөтә көсөн һалып эшләгән. Нәғмиә Руфте бик яратҡан һәм уға яҡшы кәңәш биргән. Руфь уны тыңлаған, һөҙөмтәлә улар икеһе лә мул фатихалар алған (Руфь 3:6).

9. Дауыт менән Йонафандың дуҫлығы һиңә ҡайһы яҡтан оҡшай?

9 Йәһүәгә тоғро Дауыт менән Йонафан да айырылғыһыҙ дуҫтар булған. Йонафан Дауыттан 30 йәш самаһы олораҡ булған һәм ул Израилдең киләһе батшаһы булырға тейеш булған (1 Самуил 17:33; 31:2; 2 Самуил 5:4). Әммә Йәһүәнең буласаҡ батша итеп Дауытты һайлауын белгәс, Йонафан көнләшмәгән һәм уның менән ярышмаған. Киреһенсә, ул бар көсөнә Дауытҡа булышлыҡ иткән. Мәҫәлән, Дауыттың ғүмеренә ҡурҡыныс янағанда, Йонафан уның «Йәһүәгә ышанысын нығытҡан». Дауыт хаҡына ул хатта үҙ ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйған (1 Самуил 23:16, 17). Дауыт та уға тоғро дуҫ булған. Ул Йонафандың ғаиләһе хаҡында ҡайғыртырға һүҙ биргән һәм, Йонафан һәләк булғас, үҙ вәғәҙәһен үтәгән (1 Самуил 18:1; 20:15—17, 30—34; 2 Самуил 9:1—7).

10. Өс еврей егетенең миҫалынан һин дуҫлыҡ хаҡында нимә белдең?

10 Өс дуҫты, еврей егеттәре Сидрах, Мисах һәм Әбдинәхте, йәштән үк ғаиләләренән айырып әсирлеккә алып киткәндәр. Туғандарынан йыраҡта булһалар ҙа, улар бер-береһенә Йәһүәгә тоғролоҡ һаҡларға ярҙам иткән. Үҫкәс, уларҙың иманы һынауға дусар булған. Набуҡаднизар батша уларға алтын һынға табынырға бойорған. Сидрах, Мисах һәм Әбдинәх алтын һынға табыныуҙан баш тартҡан һәм батшаға былай тигән: «Беҙ һинең илаһтарыңа хеҙмәт итмәйәсәкбеҙ һәм һин ҡуйған алтын һынға табынмаясаҡбыҙ». Имандары һыналғанда был өс дуҫ Аллаға тоғро ҡалған (Данил 1:1—17; 3:12, 16—28).

11. Нисек Павел һәм Тимофей яҡын дуҫтар булып киткән?

11 Илсе Павел йәш Тимофей менән танышҡас, уның Йәһүәне яратыуына һәм йыйылыш хаҡында эскерһеҙ ҡайғыртыуына иғтибар иткән. Шунлыҡтан Павел уны, төрлө ерҙә йәшәгән ҡәрҙәштәргә ярҙам итһен өсөн, өйрәтә башлаған (Ғәмәлдәр 16:1—8; 17:10—14). Тимофей шул тиклем тырышып хеҙмәт иткән, хатта Павел уның тураһында: «Ул Һөйөнөслө Хәбәрҙе таратыуҙа [ҡол булды, ЯДТ]», — тип әйткән. Павел Тимофейҙың үҙ ҡәрҙәштәре хаҡында «ихлас күңелдән хәстәрлек» күрәсәгенә бер ҙә шикләнмәгән. Йәһүәгә хеҙмәт итеп, Павел менән Тимофей яҡын дуҫтар булып киткән (Филиптарға 2:20—22; 1 Коринфтарға 4:17).

ДУҪТАРҘЫ НИСЕК ҺАЙЛАРҒА

12, 13. а) Ни өсөн беҙгә хатта йыйылышта ла дуҫтар һайлағанда иғтибарлы булырға кәрәк? б) Ни өсөн илсе Павел 1 Коринфтарға 15:33-тә яҙылған кәңәште биргән?

12 Йыйылышта беҙ ҡәрҙәштәрҙән өйрәнәбеҙ һәм бер-беребеҙгә тоғро ҡалырға ярҙам итәбеҙ. (Римдарға 1:11, 12-не уҡы.) Әммә хатта йыйылышта ла яҡын дуҫтарҙы һайлағанда бик иғтибарлы булырға кәрәк. Арабыҙҙа төрлө милләттән сыҡҡан, төрлө тәрбиә алып үҫкән ҡәрҙәштәр бар. Ҡайһылары йыйылышҡа яңы ғына килгән, икенселәре иһә Йәһүәгә инде күп йылдар хеҙмәт итә. Берәй емеш өлгөрөп етһен өсөн, билдәле ваҡыт кәрәк булған кеүек, кешенең Йәһүә менән мөнәсәбәттәре үҫһен өсөн дә ваҡыт кәрәк. Шуға күрә лә беҙ бер-беребеҙгә ҡарата сабыр булырға һәм дуҫтарҙы зирәклек менән һайларға тейеш (Римдарға 14:1; 15:1; Еврейҙарға 5:12—6:3).

13 Ҡайһы ваҡыт йыйылышта етди хәлдәр тыуырға мөмкин. Шундай саҡтарҙа бигерәк тә иғтибарлы булырға кәрәк. Бәлки, берәй ҡәрҙәш Изге Яҙма хупламағанды эшләйҙер. Ә кемдер ҡәнәғәтһеҙлек белдерергә яраталыр. Ундай рух бөтә йыйылышҡа тәьҫир итә. Был беҙҙе бер ҙә ғәжәпләндермәй, сөнки беренсе быуатта ла ундай ауырлыҡтар булғылаған. Ул саҡта илсе Павел мәсихселәрҙе: «Алданмағыҙ: „аҙғын кешеләр менән аралашыу яҡшы әхлаҡты боҙа“», — тип киҫәткән (1 Коринфтарға 15:12, 33). Павел шулай уҡ Тимофейҙы яҡын дуҫтар һайлағанда һаҡ булырға өндәгән. Был кәңәште беҙгә лә иҫтә тоторға кәрәк. (2 Тимофейға 2:20—22-не уҡы.)

14. Дуҫтар һайлауыбыҙ Йәһүә менән мөнәсәбәттәребеҙгә нисек тәьҫир итә?

14 Беҙгә Йәһүә менән мөнәсәбәттәребеҙҙе һаҡларға кәрәк. Был беҙҙең өсөн барыһынан да ҡиммәтерәк. Әммә ҡайһы бер кешеләр иманыбыҙҙы ҡаҡшатырға һәм был мөнәсәбәттәребеҙҙе емерергә мөмкин. Ундайҙар менән яҡын дуҫлашмау аҡыллы булыр. Таҫтамалды бысраҡ һыуға манып, ул таҙа килеш ҡалыр, тип уйлау мәғәнәһеҙ булыр ине. Насар эштәр ҡылыусы менән дуҫлашып, яҡшылыҡ ҡылыуы еңел булыр, тип уйлау ҙа дөрөҫ булмаҫ. Яҡын дуҫтарҙы һайлағанда беҙгә бик иғтибарлы булырға кәрәк (1 Коринфтарға 5:6; 2 Фессалоникаларға 3:6, 7, 14).

Һин Йәһүәне яратҡан яҡшы дуҫтар таба алаһың

15. Йыйылышта яҡшы дуҫтар табыр өсөн, нимә эшләп була?

15 Йыйылышта һин Йәһүәне ысын күңелдән яратҡан кешеләр менән танышырһың. Улар һинең яҡын дуҫтарың булып китергә мөмкин (Зәбур 133:1). Дуҫтарҙы тик тиңдәштәрең йә милләттәштәрең араһынан ғына эҙләмә. Онотма, Йонафан Дауыттан күпкә олораҡ, ә Руфь Нәғмиәнән күпкә йәшерәк булған. Беҙ «үҙегеҙҙең йөрәктәрегеҙҙе асығыҙ» тигән кәңәш буйынса йәшәргә теләйбеҙ (2 Коринфтарға 6:13; 1 Петр 2:17-не уҡы). Йәһүәнән күберәк үрнәк алған һайын, башҡалар һинең менән нығыраҡ дуҫлашырға теләр.

АУЫРЛЫҠТАР ТЫУҒАНДА

16, 17. Йыйылышта берәйһе беҙҙе рәнйетһә, ниндәй тәртиптән һаҡланырға кәрәк?

16 Һәр ғаиләлә холоҡтары, ҡараштары төрлө булған кешеләр йәшәй. Бынан тыш, ниндәй ҙә булһа эште һәр кем үҙенсә башҡара. Йыйылыш хаҡында ла шуны уҡ әйтеп була. Быларҙың барыһы тормошто ҡыҙығыраҡ итә. Әммә ҡайһы саҡта төрлө булыуыбыҙ арҡаһында беҙ бер-беребеҙҙе дөрөҫ аңламаҫҡа һәм асыуланырға мөмкин. Ваҡыт-ваҡыт беҙ үпкәләйбеҙ йә үҙебеҙ кемделер рәнйетәбеҙ (Ғибрәтле һүҙҙәр 12:18). Шундай ауырлыҡтарға үҙебеҙҙе ҡаҡшатып йыйылыштан йыраҡлаштырырға юл ҡуйыу аҡыллы булыр инеме?

17 Юҡ, аҡыллы булмаҫ. Берәйһе өмөтөбөҙҙө аҡламаһа, беҙ йыйылышты ҡалдырмаясаҡбыҙ. Беҙҙе Йәһүә үпкәләтмәгән бит. Ул беҙгә йәшәү һәм башҡа күп төрлө нәмә биргән. Ул беҙҙең яратыуыбыҙға һәм тоғролоғобоҙға лайыҡ (Асылыш 4:11). Йыйылыш иманыбыҙҙы ныҡ килеш һаҡларға ярҙам итә, ул — Йәһүәнең бүләге (Еврейҙарға 13:17). Кемдеңдер өмөтөбөҙҙө аҡламауы арҡаһында беҙ был бүләкте кире ҡаҡмаҫбыҙ. (Зәбур 119:165-те уҡы.)

18. а) Беҙгә ҡәрҙәштәр менән яҡшы мөнәсәбәттәрҙә булырға нимә ярҙам итер? б) Ни өсөн башҡаларҙы кисерергә кәрәк?

18 Беҙ ҡәрҙәштәребеҙҙе яратабыҙ һәм улар менән яҡшы мөнәсәбәттәрҙә булырға теләйбеҙ. Йәһүә бер кемдән дә камиллыҡ көтмәй, беҙ ҙә шулай эшләргә тейеш (Ғибрәтле һүҙҙәр 17:9; 1 Петр 4:8). Беҙ бөтәбеҙ ҙә хаталар яһайбыҙ, әммә яратыу беҙгә «бер-берегеҙҙе кисерегеҙ» тигән кәңәш буйынса йәшәргә ярҙам итер (Колосстарға 3:13). Яратыу беҙгә бәләкәй ҡыйынлыҡты ҙур проблемаға әйләндерергә бирмәҫ. Эйе, берәйһе беҙҙе рәнйетһә, быны тиҙ генә онотоу еңел түгел. Асыуланыу һәм үпкәләү күпкә еңелерәк. Әммә шулай эш итеү беҙҙе шатлыҡтан мәхрүм итер һәм күңелебеҙҙе ҡатырыр ғына.Ә үпкәләткән ҡәрҙәште кисерһәк, беҙ йыйылыштағы берҙәмлекте, йән тыныслығын, ә иң мөһиме, Йәһүә менән яҡшы мөнәсәбәттәрҙе һаҡларбыҙ (Матфей 6:14, 15; Лука 17:3, 4; Римдарға 14:19).

БЕРӘЙҺЕ ЙЫЙЫЛЫШТАН СЫҒАРЫЛҒАНДА

19. Ниндәй осраҡта беҙ ҡәрҙәш менән аралашыуҙан туҡтарға тейеш?

19 Яратыу хөкөм һөргән ғаиләлә һәр береһе башҡаларҙың бәхетле булыуына өлөш индерә. Әммә күҙ алдына килтер, ғаиләнең бер ағзаһы фетнәсе булып китә, ти. Ғаиләлә барыһы ла уға ҡабат-ҡабат ярҙам итергә тырышһа ла, ул уларҙың ярҙамын кире ҡаға. Бәлки, ул үҙе өйҙән сығып китер, йә ғаилә башлығы уны өйҙән китергә һорарға мәжбүр булыр. Быға оҡшаш хәл йыйылышта ла булырға мөмкин. Кеше Йәһүәне рәнйетә торған һәм йыйылышҡа зыян килтерә торған эштәр ҡылыуын дауам итергә мөмкин. Ул ярҙамдан баш тарта һәм эштәре менән йыйылыштың ағзаһы булырға бүтән теләмәүен күрһәтә. Бәлки, ул үҙе йыйылыштан китергә була йә уны йыйылыштан сығарырға тура килә. Изге Яҙма ундай кеше менән аралашмаҫҡа ҡуша. (1 Коринфтарға 5:11—13-тө уҡы; 2 Яхъя 9—11.) Шулай эш итеү бик ауыр булырға мөмкин, айырыуса был кеше беҙҙең дуҫыбыҙ йә яҡын туғаныбыҙ булһа. Әммә шундай осраҡта Йәһүәгә ҡарата тоғролоғобоҙ берәй кешегә тоғролоҡтан нығыраҡ булырға тейеш. (8-се ҡушымтаны ҡара.)

20, 21. а) Йыйылыштан сығарылыу сараһында нисек яратыу күрһәтелә? б) Ни өсөн дуҫтарҙы аҡыллы һайлау мөһим?

20 Йыйылыштан сығарылыу — Йәһүәнең яратыуын күрһәткән сара. Ул йыйылышты Йәһүә нормаларын һанға һуҡмаған кешеләрҙән һаҡлай (1 Коринфтарға 5:7; Еврейҙарға 12:15, 16). Ул Йәһүәнең изге исеменә, уның юғары нормаларына һәм Йәһүәнең үҙенә яратыуыбыҙҙы күрһәтергә ярҙам итә (1 Петр 1:15, 16). Был сарала йыйылыштан сығарылған кешегә лә яратыу сағыла. Шундай ҡаты яза уға үҙ тәртибенең дөрөҫ булмағанын аңларға ярҙам итә һәм үҙгәрештәр яһарға этәрә ала. Ҡасандыр йыйылыштан сығарылған кешеләрҙең күбеһе һуңыраҡ Йәһүәгә кире ҡайтҡан, һәм йыйылыш уларҙы йылы ҡабул иткән (Еврейҙарға 12:11).

21 Нисек кенә булмаһын, дуҫтар беҙгә тәьҫир итә. Шуға күрә уларҙы һайлағанда иғтибарлы булырға кәрәк. Йәһүәне яратҡандарҙы яратһаҡ, яныбыҙҙа уға мәңге тоғро булып ҡалырға ярҙам иткән кешеләр булыр.