АЛТЫНСЫ БҮЛЕК
Күңел асыуҙарҙы нисек һайларға?
«Бөтөнөһөн дә Алла даны өсөн башҡарығыҙ» (1 КОРИНФТАРҒА 10:31).
1, 2. Күңел асыуҙы һайлағанда ни өсөн беҙ аҡыл менән эш итергә тейеш?
ӘЙТӘЙЕК, һин берәй емеш ашарға булдың, ти. Әммә, инде тешләйем генә тигәндә, уның серек урынын абайлап ҡалдың, ти. Һин нимә эшләрһең? Барыбер ашарһыңмы? Әллә ташларһыңмы? Йә булмаһа, серегән урынын ҡырҡып ташлап, таҙа өлөшөн генә ашарһыңмы?
2 Ниндәйҙер мәғәнәлә күңел асыуҙарҙы шундай емеш менән сағыштырып була. Уларҙың ҡайһылары
яҡшы, әммә күбеһе «серек», сөнки әхлаҡһыҙлыҡ, аяуһыҙлыҡ йә ендәр менән бәйле. Күңел асыуҙы һайлағанда һин: «Мин үҙем беләм. Ҡайһыһын теләйем, шуныһын һайлайым», — тип уйлайһыңмы? Йә: «Бөтә күңел асыуҙар ҙа насар», — тип һанайһыңмы? Әллә аҡыл менән эш итеп, насарын кире ҡағып, яҡшыһын ғына һайлайһыңмы?3. Күңел асыуҙы һайлағанда беҙ нимә тураһында уйларға тейеш?
3 Барыбыҙға ла ял итергә, күңел асырға кәрәк, һәм был өлкәлә беҙ дөрөҫ һайлау яһарға теләйбеҙ. Шуға күрә үҙебеҙгә шундай һорау бирергә кәрәк: беҙ һайлаған күңел асыу Йәһүә менән дуҫлығыбыҙға нисек тәьҫир итер?
«БӨТӨНӨҺӨН ДӘ АЛЛА ДАНЫ ӨСӨН БАШҠАРЫҒЫҘ»
4. Беҙгә күңел асыуҙы һайларға Изге Яҙмалағы ниндәй принцип ярҙам итер?
4 Йәһүәгә бағышланғанда беҙ, ғүмер буйы уға хеҙмәт итербеҙ, тигән вәғәҙә бирәбеҙ. (Вәғәзсе 5:4-те уҡы.) Беҙ «бөтөнөһөн дә Алла даны өсөн» башҡарырға ант итәбеҙ (1 Коринфтарға 10:31). Эйе, йыйылыш осрашыуҙарында һәм вәғәздә генә түгел, ә ял иткәндә лә, күңел асҡанда ла, беҙ — Аллаға бағышланған хеҙмәтселәр.
5. Йәһүәгә табыныуыбыҙ ниндәй булырға тейеш?
5 Тормошта башҡарған бөтә эштәребеҙ ҙә Йәһүәгә табыныуыбыҙ менән бәйле. Илсе Павел былай тип аңлатҡан: «Үҙегеҙҙе Аллаға яраҡлы тере изге ҡорбан итеп тәҡдим итегеҙ» (Римдарға 12:1). Ғайса ла: «Раббы Аллаңды бөтә йөрәгең, бөтә йәнең, бөтә аҡылың һәм бөтә көсөң менән ярат», — тигән (Марк 12:30). Беҙ Йәһүәгә һәр ваҡыт тик яҡшыны ғына бирергә теләйбеҙ. Боронғо Израилдә кешеләр Йәһүәгә ҡорбан килтергәндә сәләмәт хайуанды һайларға тейеш булған. Әгәр хайуандың кәмселеге булһа, Алла ҡорбанды ҡабул итмәгән (Левиттар 22:18—20). Шуның кеүек үк табыныуыбыҙ ҙа яраҡһыҙ булып китергә мөмкин. Нисек итеп?
6, 7. Күңел асыуҙарыбыҙ Йәһүәгә табыныуыбыҙға нисек тәьҫир итергә мөмкин?
6 Йәһүә беҙгә: «Изге булығыҙ, сөнки Мин изге», — тип өндәшә (1 Петр 1:14—16; 2 Петр 3:11). Табыныуыбыҙ изге, йәғни саф булһа ғына, Йәһүә уны ҡабул итер (Ҡанун 15:21). Йәһүә нәфрәт иткәнде эшләһәк, мәҫәлән, әхлаҡһыҙ, рәхимһеҙ йә ендәр менән бәйле эштәр ҡылһаҡ, ғибәҙәтебеҙ инде саф булмаҫ (Римдарға 6:12—14; 8:13). Әммә шундай эштәр менән бәйле күңел асыуҙарҙы һайлаһаҡ та, Йәһүәне рәнйетер инек. Ул саҡта ла табыныуыбыҙ саф һәм Аллаға яраҡлы булмаясаҡ, һәм уның менән мөнәсәбәттәребеҙ боҙоласаҡ.
7 Улайһа, күңел асыуҙарҙы һайлағанда нисек аҡыл менән эш итергә һуң? Күңел асыуҙарҙың ҡайһыһы беҙҙең өсөн яраҡлы, ә ҡайһыһы яраҡһыҙ икәнен аңларға ниндәй принциптар ярҙам итер?
ЯМАНЛЫҠТЫ НӘФРӘТ ИТ
8, 9. Күңел асыуҙарҙың ҡайһы төрҙәренән беҙ ҡасырға тейеш? Ни өсөн?
8 Бөгөн күңел асыуҙарҙың ниндәй генә төрө юҡ. Уларҙың ҡайһы берҙәре мәсихсе өсөн яраҡлы, әммә күбеһе — яраҡһыҙ. Күңел асыуҙарҙың ҡайһы төрҙәренән беҙ ҡасырға тейеш? Әйҙә, башта шуны беләйек.
Ғәмәлдәр 15:28, 29; 1 Коринфтарға 6:9, 10). Ундай күңел асыуҙарҙы кире ҡағып, беҙ Йәһүәгә яманлыҡты нәфрәт итеүебеҙҙе күрһәтәбеҙ (Зәбур 34:14; Римдарға 12:9).
9 Фильмдар, сайттар, телетапшырыуҙар, видеоуйындар һәм йырҙарҙың күбеһе әхлаҡһыҙлыҡ, рәхимһеҙлек менән тулы йә ендәр менән бәйле. Яманлыҡ йыш ҡына зыянһыҙ, хатта ҡыҙыҡлы итеп һүрәтләнә. Әммә мәсихселәр Йәһүәнең саф нормаларын сағылдырмаған күңел асыуҙы таный ала һәм кире ҡаға (10. Күңел асыуҙарҙы дөрөҫ һайламау нимәгә килтерергә мөмкин?
10 Әммә ҡайһы берәүҙәр, әхлаҡһыҙ, рәхимһеҙ йә ендәр менән бәйле күңел асыуҙарҙың бер насарлығы ла юҡ, тип уйлай. Улар: «Бының ниндәй зыяны бар? Үҙем ундай эштәрҙе бер ҡасан да ҡылмам», — тип аҡланырға мөмкин. Шулай тип уйлаһаҡ, беҙ үҙ-үҙебеҙҙе алдарбыҙ. Изге Яҙмала әйтелгәнсә, «кеше йөрәге дыуамал һәм бар нәмәнән дә мәкерлерәк» (Иремия 17:9). Әгәр беҙҙе Йәһүәгә яраҡһыҙ нәмәләр ҡыҙыҡһындыра икән: «Мин быны нәфрәт итәм», — тип нисек әйтә алырбыҙ? Ваҡыт уҙыу менән выжданыбыҙ тупаҫланасаҡ һәм яңылыш һайлау яһарға торғанда беҙҙе киҫәтмәй башлаясаҡ (Зәбур 119:70; 1 Тимофейға 4:1, 2).
11. Галаттарға 6:7 күңел асыуҙар һайлағанда нисек ярҙам итә?
11 Алла Һүҙендә: «Кеше ни сәсһә, шуны ура», — тиелә (Галаттарға 6:7). Шуныһы билдәле: яман нәмәләр күңелебеҙҙе аса икән, оҙаҡламай үҙебеҙҙең дә яманлыҡ ҡылыуыбыҙ бар. Мәҫәлән, ҡайһы берәүҙәр әхлаҡһыҙ күңел асыуҙар һөҙөмтәһендә үҙҙәре лә әхлаҡһыҙлыҡ ҡылған. Әммә, күңел асыуҙарҙы һайлағанда аҡыллы эш итер өсөн, Йәһүә беҙгә кәрәкле ярҙам бирә.
ҠАРАР ҠАБУЛ ИТКӘНДӘ ИЗГЕ ЯҘМАЛАҒЫ ПРИНЦИПТАРҒА ТАЯН
12. Күңел асыуҙарҙы һайлағанда, дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул итергә беҙгә нимә ярҙам итер?
12 Ҡайһы бер күңел асыуҙарҙың Йәһүә ҡарашынан яраҡһыҙ булыуы ап-асыҡ билдәле, һәм беҙ уларҙан ситтә торорға кәрәклеген беләбеҙ. Ләкин бик үк асыҡ булмаһа, нишләргә? Быны ҡарарға, тыңларға йә уҡырға ярай, ә быныһын — ярамай, тип, Йәһүә ҡағиҙәләр исемлеге бирмәй. Бының урынына ул Изге Яҙма буйынса тәрбиәләнгән выжданыбыҙ ярҙамында ҡарар ҡабул итеүебеҙҙе теләй. (Галаттарға 6:5-те уҡы.) Йәһүә беҙгә принциптар, йәғни бөтә нәмәгә лә үҙ ҡарашын күрһәткән төп хәҡиҡәттәрҙе бирә. Шул принциптар выжданыбыҙҙы өйрәтергә, «Раббы ихтыярын» белергә ярҙам итә, һөҙөмтәлә беҙ уны шатландырған ҡарарҙар ҡабул итә алабыҙ (Ефестарға 5:17).
13. Ни өсөн төрлө мәсихсе күңел асыуҙарҙы һайлағанда, төрлө ҡарар ҡабул итә? Әммә мәсихселәр өсөн нимә мөһим?
13 Йыш ҡына төрлө мәсихсе төрлө күңел асыуҙар һайлай. Ни өсөн шулай килеп сыға? Сөнки һәр кем үҙе оҡшатҡанды һайлай. Шулай уҡ кемдер үҙе өсөн яраҡлы тип иҫәпләгән күңел асыуҙы икенсе бер кеше үҙе өсөн яраҡһыҙ тип табырға мөмкин. Нисек кенә булмаһын, дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул итер өсөн, Изге Яҙмалағы принциптар буйынса эш итергә кәрәк (Филиптарға 1:9). Улар ярҙамында беҙ Йәһүә ҡарашынан яраҡлы булған күңел асыуҙар һайлай алырбыҙ (Зәбур 119:11, 129; 1 Петр 2:16).
14. а) Ваҡытыбыҙҙы файҙаланыу тураһында әйткәндә, нимәгә иғтибар итеү мөһим? б) Павел мәсихселәргә ниндәй кәңәш биргән?
14 Иғтибарға лайыҡ тағы бер һорау бар: күңел асыуҙарға беҙ күпме ваҡыт бүләбеҙ? Был һорауға Матфей 6:33-тө уҡы.) Әммә яйлап ҡына үҙебеҙ ҙә һиҙмәҫтән күңел асыуҙарға бик күп ваҡыт бүлә башлауыбыҙ ихтимал. Павел мәсихселәргә: «Уяу булығыҙ, аҡылһыҙҙар кеүек түгел, ә аҡыл эйәләре кеүек йәшәгеҙ. Ваҡытығыҙҙы яҡшы эштәр башҡарыу өсөн файҙаланығыҙ», — тип кәңәш иткән (Ефестарға 5:15, 16). Шуға күрә күңел асыуҙарға бүлгән ваҡытты сикләргә һәм Аллаға хеҙмәт итеүебеҙ тормошобоҙҙа беренсе урындамы икәнен һәр ваҡыт күҙәтеп торорға кәрәк (Филиптарға 1:10).
яуап күңел асыуҙар беҙҙең өсөн ни тиклем мөһим икәнен күрһәтер. Беҙ — мәсихсе, һәм тормошобоҙҙа иң мөһиме — Йәһүәгә хеҙмәт итеү. (15. Йәһүә менән дуҫлығыбыҙға зыян килтерерҙәй күңел асыуҙарҙан беҙ үҙебеҙҙе нисек һаҡлайбыҙ?
Ғибрәтле һүҙҙәр 4:25—27). Шуға күрә беҙ насар икәне асыҡ билдәле булған күңел асыуҙарҙы кире ҡағыу ғына түгел, ә беҙҙең өсөн яраҡһыҙ һәм Йәһүә менән дуҫлығыбыҙға зыян килтерергә мөмкин тип күренгән күңел асыуҙарҙан да ситтә торабыҙ.
15 Йәһүә хупламаған күңел асыуҙарҙы кире ҡағырға кәрәклеген беҙ яҡшы беләбеҙ, әлбиттә. Ә ниндәйҙер күңел асыу хаҡында икеле фекер тыуһа, нимә эшләргә? Шундай осраҡта һаҡ булыу кәрәкме? Бына нимә хаҡында уйлап ал. Һин бейек тау юлы буйлап барғанда, юл ситенә яҡын килерһеңме? Юҡтыр. Ғүмереңде ҡәҙерләһәң, юлдың хәүефһеҙ яғынан атларһың. Күңел асыуҙарҙы һайлау менән дә шундайыраҡ хәл. Алла Һүҙендә: «Аяғыңды яман нәмәнән ситкә бор», — тиелә (ЙӘҺҮӘНЕҢ ҠАРАШЫН ҮҘЛӘШТЕР
16. а) Йәһүә нәфрәт иткән ҡайһы бер нәмәләрҙе әйтеп бир. б) Йәһүә нәфрәт иткәндәрҙе үҙебеҙ ҙә нәфрәт итеүебеҙҙе нисек күрһәтә алабыҙ?
16 Мәҙхиә йырлаусы: «Йәһүәне яратыусылар, яманлыҡты нәфрәт итегеҙ», — тип яҙған (Зәбур 97:10). Изге Яҙманан Йәһүәнең фекерҙәрен һәм хистәрен белеп була. Үҙеңдән, белгәндәрем миңә нисек бар нәмәгә лә Йәһүә ҡараған кеүек ҡарарға ярҙам итә, тип һора. Мәҫәлән, беҙ Изге Яҙманан Йәһүәнең «ялған тел, ғәйепһеҙҙең ҡанын ҡойоусы ҡулдар, яуыз ниәттәр ҡороусы йөрәк, яманлыҡ ҡылырға тип тиҙ сабыусы аяҡтарҙы» нәфрәт итеүен беләбеҙ (Ғибрәтле һүҙҙәр 6:16—19). Беҙ, шулай уҡ «фәхешлек... ялған илаһтарға табыныу, сихырсылыҡ... көнсөллөк, ярһыу, мин-минлек... эскеселек, ҡоторонҡо мәжлестәр һәм башҡа шундай яманлыҡтар[ҙан]» ситтә торорға кәрәклеген белдек (Галаттарға 5:19—21). Изге Яҙмалағы шул принциптарҙың күңел асыуҙарҙы һайларға нисек ярҙам итеүен аңлайһыңмы? Беҙ башҡалар араһында булғанда ла, үҙебеҙ генә ҡалғанда ла тормоштоң бөтә өлкәләрендә Йәһүә нормалары буйынса йәшәргә теләйбеҙ (2 Коринфтарға 3:18). Башҡалар эргәлә булмағанда яһаған һайлауыбыҙ беҙҙең ысынында ниндәй кеше булыуыбыҙҙы күрһәтә (Зәбур 11:4; 16:8).
17. Күңел асыуҙы һайлар алдынан үҙебеҙгә ниндәй һорауҙар бирергә кәрәк?
17 Шулай итеп, күңел асыуҙарҙы һайлағанда, үҙеңдән: «Һайлауым Йәһүә менән дуҫлығыма нисек тәьҫир итер? Выжданыма ниндәй йоғонто яһар?» — тип һора. Әйҙә, күңел асыуҙарҙы һайларға ярҙам иткән тағы бер нисә принципты ҡарап сығайыҡ.
18, 19. а) Павел мәсихселәргә ниндәй кәңәш биргән? б) Күңел асыуҙарҙы һайлағанда ниндәй принциптар ярҙам итә ала?
18 Күңел асыуҙы һайлағанда беҙ, ысынында, аңыбыҙҙы нимә менән тултырырға икәнен һайлайбыҙ. Павел былай тип яҙған: «Уйҙарығыҙҙы хәҡиҡәткә, ихтирамға, ғәҙеллеккә, сафлыҡҡа, мөхәббәткә, һоҡланыуға, ҡыҫҡаһы, әҙәпкә һәм маҡтауға лайыҡлы эштәргә йүнәлтегеҙ» (Филиптарға 4:8). Аңыбыҙҙы шундай фекерҙәр менән тултырһаҡ, «ауыҙымдан сыҡҡан һүҙҙәрем һәм күңелемдәге уйҙарым һиңә хуш килһен ине, эй Йәһүә», тип әйтә алырбыҙ (Зәбур 19:14).
19 Үҙеңә ошондай һорауҙар бир: «Мин аңымды нимә менән тултырам? Был фильм йә телетапшырыу Ефестарға 5:5; 1 Тимофейға 1:5, 19). Мин саф намыҫ менән Йәһүәгә доға ҡыла аламмы? Әллә уңайһыҙланаммы? Һайлаған күңел асыу мине аяуһыҙ һәм әхлаҡһыҙ эштәр хаҡында уйларға этәрмәйме? (Матфей 12:33; Марк 7:20—23). Ошо күңел асыуҙы һайлап, „был донъяның йәшәү рәүешенә“ яраҡлашмайыммы?» (Римдарға 12:2). Намыҫлы яуаптарыбыҙ Йәһүә менән дуҫлығыбыҙҙы ныҡ килеш һаҡлап ҡалыр өсөн нимә эшләргә кәрәклеген күрһәтер. Беҙ мәҙхиә йырлаусы кеүек: «Күҙҙәремде боҙоҡ нәмәләрҙән ситкә бор, үҙ юлыңда мине иҫән килеш һаҡла», — тип доға ҡылырға теләйбеҙ (Зәбур 119:37) *.
миндә хәл өҫтәгән яҡшы тәьҫорат ҡалдырамы? Уны ҡарағандан һуң күңел тыныслығы тояммы? Выжданым сафмы? (ҠАРАРҘАРЫБЫҘ БАШҠАЛАРҒА ТӘЬҪИР ИТӘ
20, 21. Ни өсөн күңел асыуҙы һайлағанда башҡаларҙың хистәрен иҫәпкә алырға кәрәк?
20 Беҙгә тағы бер мөһим принципты иҫтә тоторға кәрәк: «„Бөтөн нәмә рөхсәт ителә“... әммә барыһы ла файҙалы түгел. „Бөтөн нәмә рөхсәт ителә“, әммә барыһы ла берҙәмлеккә хеҙмәт итмәй. Һәр кем үҙенә файҙа булғанды түгел, ә башҡаға файҙалыны эҙләһен» (1 Коринфтарға 10:23, 24). Ниҙер эшләргә азат булыу, шуны эшләргә тейешбеҙ тигәнде аңлатмай әле. Ҡарарҙарым ҡәрҙәштәремә нисек тәьҫир итер, тип етди уйланырға кәрәк.
1 Коринфтарға 8:12). Беҙ ҡәрҙәшебеҙ өсөн абыныу ташы булырҙай бер ни ҙә ҡылырға теләмәйбеҙ (Римдарға 14:1; 15:1; 1 Коринфтарға 10:32).
21 Бөтә кешенең дә выжданы бер төрлө түгел. Мәҫәлән, выжданың һиңә берәй телетапшырыуҙы ҡарарға рөхсәт итә, ти. Әммә һуңынан һин был тапшырыуҙың ҡәрҙәшеңдең выжданын борсоғанын белеп ҡалһаң, нимә эшләрһең? Ҡарарға хоҡуғың булһа ла, һин, бәлки, уны ҡарамаҫҡа хәл итерһең. Ни өсөн? Сөнки һин имандашыңа йә хатта Мәсихкә ҡарата гонаһ ҡылырға теләмәйһең (22. Башҡалар яһаған һайлау тураһында һүҙ барғанда, нисек аҡыллы эш итергә?
22 Ә инде башҡа ҡәрҙәш ҡабул итерлек тип һанағанды һинең выжданың ҡарарға, уҡырға йә эшләргә рөхсәт итмәһә, нимә эшләргә? Имандашыңды яратҡанға күрә, ул да һин һайлағанды һайлаһын, тип уға баҫым яһамаҫһың. Машинаны йөрөтөүсе башҡаларҙың уға ҡарағанда шәберәк йә яйыраҡ барырға мөмкин икәнен белә, әммә шуға ҡарамаҫтан уларҙың яҡшы водитель булыуын да аңлай. Шуға оҡшаш, ҡәрҙәшең менән икегеҙ ҙә Изге Яҙмалағы принциптар буйынса йәшәһәгеҙ ҙә, күңел асыуҙарға килгәндә, ҡараштарығыҙ бер аҙ айырылып торорға мөмкин (Вәғәзсе 7:16; Филиптарға 4:5).
23. Күңел асыуҙы дөрөҫ һайларға беҙгә нимә ярҙам итер?
23 Шулай итеп, беҙгә күңел асыуҙарҙы дөрөҫ һайларға нимә ярҙам итер? Әгәр Изге Яҙма буйынса өйрәтелгән выждан ҡушҡанса эш итһәк һәм ҡәрҙәштәребеҙ хаҡында ысындан да ҡайғыртһаҡ, дөрөҫ һайлау яһарбыҙ. Шул саҡта беҙ, «бөтөнөһөн дә Алла даны өсөн» башҡарып, шатлыҡ кисерербеҙ.
^ 19 абз. Күңел асыуҙарҙы һайлағанда ярҙам итә алған принциптарҙы тағы Ғибрәтле һүҙҙәр 3:31; 13:20; Ефестарға 5:3, 4 һәм Колосстарға 3:5, 8, 20-лә табып була.