Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

1-СЕ БҮЛЕК

Алла кәңәштәре никахты бәхетле итә

Алла кәңәштәре никахты бәхетле итә

«Кешеләрҙе барлыҡҡа килтереүсе уларҙы башланғыстан уҡ ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ итеп яратҡан» (Маттай 19:4).

Беренсе никахҡа Йәһүә a Алла нигеҙ һалған. Изге Яҙмалар китабында әйтелгәнсә, Алла беренсе ҡатын-ҡыҙҙы булдырып, уны «кешегә алып килгән». Әҙәм быға бик ныҡ ҡыуанып: «Был һөйәк минең һөйәгемдән, тәне минең тәнемдән», — тип әйткән (Башланмыш 2:22, 23). Йәһүә бөгөнгө ғаиләләрҙең дә бәхетле булыуҙарын теләй.

Өйләнешкәндә, кешеләр йыш ҡына һис ниндәй ауырлыҡ кисермәйенсә ғүмер итергә өмөтләнәләр. Ләкин ысынбарлыҡта бер-береһен ысын күңелдән яратып йәшәгән кешеләр ҙә ҡайһы ваҡыт ауырлыҡтар менән осраша (1 Көринттәргә 7:28). Был брошюрала һеҙ Изге Яҙмалар китабынан алынған принциптарҙы табырһығыҙ. Уларҙы ҡулланыу һеҙҙең ғаиләгеҙҙе һәм никахығыҙҙы бәхетле итә ала (Мәҙхиә 19:8—11).

1. ЙӘҺҮӘ ҺЕҘГӘ БИЛДӘЛӘГӘН РОЛДЕ ТАНЫҒЫҘ

ИЗГЕ ЯҘМАЛАРҘА НИМӘ ӘЙТЕЛӘ? Ир — ғаилә башлығы (Эфестарға 5:23).

Йәһүә Алла ир кешенән үҙ ҡатыны хаҡында наҙ менән ҡайғыртыуын көтә (1 Петер 3:7). Ул ҡатынды ир өсөн ярҙамсы итеп яратҡан. Алла, ир үҙ ҡатынын хөрмәт итер һәм яратыр, тип өмөтләнә (Башланмыш 2:18). Ҡатынын ысын күңелдән яратҡан ир уның теләктәрен үҙенекенән өҫтөн ҡуйып йәшәр (Эфестарға 5:25—29).

Йәһүә ҡатындан үҙ ирен тәрән хөрмәт итеүен һәм уға үҙенең ролен үтәргә ярҙам итеүен көтә (1 Көринттәргә 11:3; Эфестарға 5:33). Ҡатынға ире ҡабул иткән ҡарарҙар менән килешергә һәм уның менән хеҙмәттәшлек итергә кәрәк (Көләсәйҙәргә 3:18). Шул саҡта ҡатын ире ҡарашында ла, Йәһүә ҡарашында ла күркәм буласаҡ (1 Петер 3:1—6).

ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР

  • Тормош иптәшегеҙҙән, яҡшыраҡ ир йәки ҡатын булыр өсөн нимә эшләй алам, тип һорағыҙ. Яуабын иғтибар менән тыңлағыҙ һәм кәрәкле үҙгәрештәр яһарға тырышығыҙ

  • Сабыр булығыҙ. Бер-берегеҙҙе бәхетле итергә өйрәнер өсөн ваҡыт кәрәк

2. ХИСТӘРГӘ ИҒТИБАРЛЫ БУЛЫҒЫҘ

ИЗГЕ ЯҘМАЛАРҘА НИМӘ ӘЙТЕЛӘ? Тормош иптәшегеҙҙең мәнфәғәттәре тураһында ҡайғыртып йәшәргә кәрәк (Филиппийҙарға 2:3, 4). Йәһүә үҙ хеҙмәтселәренә «бөтә кешеләр менән йомшаҡ» мөғәмәлә итергә ҡуша, шуға күрә тормош иптәшегеҙҙе ҡәҙерләгәнегеҙҙе күрһәтегеҙ (2 Тимутегә 2:24). «Уйламайынса әйтелгән һүҙ ҡылыстай яралай, ә аҡыллының теле дауалай» (Ғибрәтле һүҙҙәр 12:18). Һүҙегеҙҙе уйлап һөйләгеҙ. Йәһүәнең рухы һеҙгә игелек һәм яратыу менән һөйләргә ярҙам итер (Галаттарға 5:22, 23; Көләсәйҙәргә 4:6).

ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР

  • Тормош иптәшегеҙ менән берәй етди һорау буйынса һөйләшер алдынан, уның ҡарашын иҫәпкә алырға һәм тыныс булып ҡалырға ярҙам һорап Аллаға доға ҡылығыҙ

  • Нимә һәм нисек әйтергә икәнлеген төптән уйлағыҙ

3. БЕРҘӘМ БУЛЫҒЫҘ

ИЗГЕ ЯҘМАЛАРҘА НИМӘ ӘЙТЕЛӘ? Никахлашҡандан һуң кешеләр «икеһе бер тән булып» китә (Маттай 19:5). Әммә улар ике төрлө кеше булып ҡала, шуға күрә ҡараштары ла төрлө булырға мөмкин. Шунлыҡтан «бер фекерҙә» булырға өйрәнергә кәрәк (Филиппийҙарға 2:2). Төрлө ҡарарҙар ҡабул иткәндә, берҙәмлек айырыуса зарур. «Кәңәшләшеп алғас, уй-ниәттәр тормошҡа аша», — тип әйтелә Изге Яҙмаларҙа (Ғибрәтле һүҙҙәр 20:18). Мөһим ҡарарҙар ҡабул иткәндә, Изге Яҙмаларҙағы принциптар буйынса эш итегеҙ (Ғибрәтле һүҙҙәр 8:32, 33).

ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР

  • Тормош иптәшегеҙгә фекерегеҙҙе әйтеү менән генә сикләнмәгеҙ, хистәрегеҙ менән дә бүлешегеҙ

  • Берәй вәғәҙә бирер алдынан тормош иптәшегеҙ менән кәңәшләшегеҙ

a Изге Яҙмаларҙа яҙылғанса, Йәһүә — Алланың исеме.