Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

7-СЕ БҮЛЕК

Балаларҙы нисек тәрбиәләргә?

Балаларҙы нисек тәрбиәләргә?

«Мин бөгөн һиңә үтәргә ҡушҡан был һүҙҙәр һинең йөрәгеңдә булырға тейеш, һәм һин уларҙы балаларыңдың күңеленә һеңдерергә... тейеш» (Ҡанун 6:6, 7).

Йәһүә, Ғаиләгә Нигеҙ Һалыусы, баланы тәрбиәләү өсөн яуаплылыҡты ата-әсәгә йөкмәткән (Көләсәйҙәргә 3:20). Ата-әсә балаһын Йәһүәне яратырға һәм яуаплы кеше булырға өйрәтергә тейеш (2 Тимутегә 1:5; 3:15). Һеҙгә шулай уҡ балағыҙҙың күңел түрҙәрендә нимә булғанын белергә кәрәк. Унан тыш, һеҙҙең үрнәгегеҙ айырыуса мөһим. Йәһүә Һүҙен тәүҙә үҙегеҙҙең күңелегеҙгә һалһағыҙ, балағыҙ өсөн иң яҡшы уҡытыусы була алырһығыҙ (Мәҙхиә 40:8).

1. АЛСАҠ БУЛЫҒЫҘ

ИЗГЕ ЯҘМАЛАРҘА НИМӘ ӘЙТЕЛӘ? «Һәр кем тыңларға әҙер булһын, ә һөйләргә... ашыҡмаһын» (Яҡуп 1:19). Һис шикһеҙ, балағыҙ һеҙҙең менән иркен һөйләшергә ҡурҡмаһа, һеҙ бик шат булыр инегеҙ. Ул һәр ваҡыт һеҙҙең тыңларға әҙер булғанығыҙҙы белергә тейеш. Уға күңелен бушатырға еңел булһын өсөн, өйҙә тыныс мөхит булдырығыҙ (Яҡуп 3:18). Бала һеҙ асыуланып, уны әрләрһегеҙ тип ҡурҡһа, һеҙгә йөрәген асмаҫ. Сабыр булығыҙ һәм баланы яратыуығыҙҙа йышыраҡ ышандырып тороғоҙ (Маттай 3:17; 1 Көринттәргә 8:1).

ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР

  • Балағыҙ һеҙҙең менән һөйләшеп алырға теләһә, тыңларға әҙер булығыҙ

  • Балағыҙ менән проблемалар тыуғанда ғына түгел, ә даими аралашығыҙ

2. БАЛАНЫҢ ТЕЛ ТӨБӨН АҢЛАРҒА ТЫРЫШЫҒЫҘ

ИЗГЕ ЯҘМАЛАРҘА НИМӘ ӘЙТЕЛӘ? «Кеше ауыҙынан сыҡҡан һүҙ — тәрән һыуҙар ул» (Ғибрәтле һүҙҙәр 18:4). Ҡайһы ваҡыт балағыҙҙың ысынында нимә хис иткәнен аңлар өсөн үтә күреүсән булырға кәрәк. Асылда, йәштәргә күҙ уңында тотолмаған нәмәләрҙе һөйләү хас, улар шулай уҡ йыш ҡына арттырып һөйләй. «Һүҙҙе тыңламайынса яуап биреү — ахмаҡлыҡ» (Ғибрәтле һүҙҙәр 18:13). Асыуланырға ашыҡмағыҙ (Ғибрәтле һүҙҙәр 19:11).

ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР

  • Балағыҙ нимә генә әйтмәһен, уны бүлдермәгеҙ һәм һүҙҙәрен йөрәгегеҙгә яҡын алмағыҙ

  • Уның йәшендә булғанда кисергән хистәрегеҙҙе һәм үҙегеҙ өсөн мөһим булған нәмәләрҙе иҫкә төшөрөгөҙ

3. БЕРҘӘМ ЭШ ИТЕГЕҘ

ИЗГЕ ЯҘМАЛАРҘА НИМӘ ӘЙТЕЛӘ? «Улым, атаң нәсихәтен тыңла, әсәң күрһәтмәһен ҡалдырма» (Ғибрәтле һүҙҙәр 1:8). Йәһүә бала тәрбиәләүҙе атайға ла, әсәйгә лә йөкмәткән. Балаларҙы үҙегеҙҙе хөрмәт итергә һәм тыңлаусан булырға өйрәтегеҙ (Эфестарға 6:1—3). Тормош иптәшегеҙ менән «бер уй-фекерҙә булып, берҙәмлектә» йәшәмәһәгеҙ, балалар быны бик тиҙ һиҙеп алыр (1 Көринттәргә 1:10). Бер-берегеҙ араһында тыуған ҡаршылыҡтарҙы балалар алдында хәл итмәгеҙ, сөнки былай эш итеү һеҙҙең ата-әсә булараҡ абруйығыҙҙы төшөрөргә мөмкин.

ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР

  • Баланы нисек тәрбиәләргә? Был һорауҙы тормош иптәшегеҙ менән бергә алдан хәл итегеҙ

  • Тормош иптәшегеҙ менән бала тәрбиәләүгә төрлөсә ҡараһағыҙ, бер-берегеҙҙең фекерен аңларға тырышығыҙ

4. АЛДАН УЙЛАП ЭШ ИТЕГЕҘ

ИЗГЕ ЯҘМАЛАРҘА НИМӘ ӘЙТЕЛӘ? «Баланы дөрөҫ юлға өйрәт» (Ғибрәтле һүҙҙәр 22:6). Балалар үҙенән-үҙе аҡыллы һәм тәртипле булып үҫмәй. Балаларығыҙҙы нисек төҙәтерһегеҙ? Был һорауҙы алдан хәл итегеҙ (Мәҙхиә 127:4; Ғибрәтле һүҙҙәр 29:17). Баланы төҙәтеү яза биреү менән генә сикләнмәй, уға әйткәнегеҙҙе ни өсөн үтәргә кәрәклеген аңларға ярҙам итегеҙ (Ғибрәтле һүҙҙәр 28:7). Уны Йәһүә Һүҙен яратырға һәм уның принциптарына төшөнөргә өйрәтегеҙ (Мәҙхиә 1:2). Бының ярҙамында баланың выжданы дөрөҫ тәрбиәләнгән буласаҡ (Еврейҙарға 5:14).

ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР

  • Балағыҙҙы Алланың барлығына ышанырға һәм уға таянырға өйрәтегеҙ

  • Уны Интернетта һәм социаль селтәрҙәрҙә осрай алған ҡурҡыныстарҙан киҫәтегеҙ, енси боҙоҡлоҡҡа тартыусы кешеләрҙән һаҡланырға өйрәтегеҙ

«Баланы дөрөҫ юлға өйрәт»