Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

47-СЕ БҮЛЕК

Армагеддон яҡын икәнен беҙ ҡайҙан беләбеҙ?

Армагеддон яҡын икәнен беҙ ҡайҙан беләбеҙ?

БИЛДӘ нимә ул, һин беләһеңме? ~ Беҙ 46-сы бүлектә, Алла донъяны бүтән бер ҡасан да Туфан ебәреп юҡ итмәйәсәгенә билдә биргән, тип уҡыныҡ. Илселәр ҙә Ғайсанан билдә һораған. Улар Ғайсаның ҡасан киләсәген һәм был донъяның ахыры ҡасан етәсәген белергә теләгән (Матфей 24:3).

Ғайса күктә. Уны күреп булмай. Шуның өсөн дә, уның идара итә башлауын кешеләр аңлаһын өсөн, асыҡ билдә кәрәк булған. Шуға күрә Ғайса ул ваҡытта ерҙә нимә буласағы хаҡында һөйләгән. Ғайса әйткән ваҡиғаларҙың күҙәтелә башлауы уның килгәнен һәм Батша булып идара итә башлағанын күрһәтергә тейеш булған.

Шәкерттәренә уяу булыуҙың мөһимлеген күрһәтер өсөн, Ғайса былай тигән: «Инжир ағасына йәки ниндәй ҙә булһа башҡа берәй ағасҡа ҡарағыҙ: уларҙың япраҡ яра башлауын күреп, һеҙ йәйҙең инде яҡын икәнлеген беләһегеҙ». Һин йәйҙең яҡынлашыуын билдәләй беләһең. Тап шуның кеүек үк, Ғайса әйткәндәр үтәлә башлағас, һин Армагеддон яҡын икәнен аңларһың (Лука 21:29, 30).

Ғайса, инжир ағасы тураһында әйтеп, беҙҙе нимәгә өйрәтергә теләгән?

Ошо һәм алдағы биттәрҙә Ғайса әйткәнсә, билдәнең өлөшө булып торған ваҡиғалар һүрәтләнгән. Улар Алла Батшалығының яҡын икәнен күрһәтә. Быларҙың барыһы ла үтәлгәс, Ғайса Мәсих етәкселегендәге Алла Батшалығы башҡа хөкүмәттәрҙе емерәсәк. Был турала беҙ 46-сы бүлектә уҡығайныҡ.

Иғтибар менән алдағы ике биттәге һүрәттәргә ҡара. Әйҙә, улар тураһында һөйләшәйек. Был һүрәттәрҙә күргәндәребеҙ тураһында Матфей 24:6—14-тә һәм Лука 21:9—11-ҙә уҡып була. Һәр бер һүрәттең һаны бар икәненә иғтибар ит. Һүрәтте тасуирлаған абзац та шул уҡ һан менән билдәләнгән. Ә хәҙер Ғайса әйткән билдә беҙҙең көндәрҙә үтәләме икәнен ҡарап сығайыҡ.

1. Ғайса былай тигән: «Һеҙ яҡындағы һуғыш тауыштарын һәм алыҫтағы яу хәбәрҙәрен ишетерһегеҙ... Халыҡ халыҡҡа һәм батшалыҡ батшалыҡҡа ҡаршы күтәрелер». Һин һуғыш тураһындағы хәбәрҙәр ишеткәнең бармы? ~ Беренсе бөтә донъя һуғышы 1914 йылдан алып 1918 йылға тиклем дауам иткән. 1939 йылда Икенсе бөтә донъя һуғышы башланған, ул 1945 йылға тиклем барған. Быға тиклем бер ҡасан да бөтә донъя һуғыштары булмаған! Ә беҙҙең көндәрҙә һуғыштар бөтә ер йөҙө буйлап бара. Көн һайын тиерлек һуғыштар тураһында радионан, телевизорҙан ишетергә йә гәзиттәрҙән уҡырға була.

2. Ғайса шулай уҡ: «Урыны-урыны менән аслыҡ булыр», — тигән. Һин беләһеңдер, бөтә кешенең дә етерлек ризығы бар тип әйтеп булмай. Көн һайын меңләгән кеше астан үлә.

3. Ғайса былай тип өҫтәгән: «Урыны-урыны менән ҡурҡыныс йоғошло сирҙәр хөкөм һөрөр». Һин беләһеңме, ҡурҡыныс һәм йоғошло сирҙәр нимә менән айырылып тора? ~ Улар арҡаһында бик күп кеше үлә. «Испанка» тип аталған шундай бер ауырыуҙан яҡынса бер йыл эсендә 20 миллион тирәһе кеше үлгән! Беҙҙең көндәрҙә СПИД ауырыуынан үлгән кешеләрҙең һаны унан да күберәк булыуы ихтимал. Йыл һайын рак ауырыуынан, йөрәк ауырыуҙарынан һәм башҡа сирҙәрҙән меңәрләп кеше үлә.

4. Ғайса билдәнең тағы бер өлөшөн әйткән: «урыны-урыны менән... ер тетрәүҙәр булыр». Һин беләһеңме, нимә ул ер тетрәү? ~ Ер тетрәү ваҡытында аяҡ аҫтындағы ер һелкенә һәм ҡалтырай. Шул саҡта йорттар емерелә, һәм хатта кешеләр ҙә һәләк була. 1914 йылдан башлап йыл һайын ер шары буйынса ер тетрәүҙәр йыш-йыш булып тора. Һин ер тетрәүҙәр тураһында ишеткәнең бармы? ~

5. Ғайса билдәнең тағы бер өлөшөнә — «яуызлыҡтың артыуына» иғтибар иткән. Шуның өсөн дә донъяла ҡараҡлыҡ һәм көс ҡулланыу арта бара. Бөтә ерҙәрҙә лә кешеләр өйҙәренә ҡараҡтар инер тип ҡурҡа. Быға тиклем бер ҡасан да енәйәтселектең һәм ҡанһыҙлыҡтың шул тиклем киң таралғаны булмаған. Һәм был хәл бөтә донъя буйлап күҙәтелә.

6. Ғайса билдәнең тағы бер бик мөһим өлөшөн асыҡлаған: «Барса халыҡтар Алла Батшалығы хаҡындағы ошо Һөйөнөслө Хәбәрҙе ишетһен өсөн, ул бөтә донъяла иғлан ителер. Ана шунан һуң аҙағы килер» (Матфей 24:14). Әгәр һин «Һөйөнөслө Хәбәргә» ышанһаң, һиңә уны башҡаларға ла еткерергә кәрәк. Шулай эшләп, һин билдәнең ошо өлөшөнөң үтәлеүендә ҡатнаша алаһың.

Әммә кемдер, Ғайса әйткән ваҡиғалар элек тә булып торған, тип әйтергә мөмкин. Ләкин әле быға тиклем бер ҡасан да был ваҡиғалар бөтә донъя буйынса барыһы ла бер үк ваҡытта күҙәтелгәне булмаған. Һин хәҙер билдә нимә икәнен аңланыңмы? ~ Ғайса әйткәндәрҙең үтәлеүен күреп, беҙ был донъяның ахыры яҡын булыуын һәм тиҙҙән яңы донъя етәсәген аңлайбыҙ.

Ғайса билдә тураһында әйткәндә йылдың айырым бер миҙгелен иҫкә алған. Ул: «Ҡасыуығыҙ ҡышҡа... тап килмәһен тип доға ҡылығыҙ», — тигән (Матфей 24:20). Һин нисек уйлайһың, ул нимәне күҙ уңында тотҡан? ~

Етеп килгән берәй ҡурҡыныстан ҡыш көнө ҡасыу еңелме? ~ Әлбиттә, юҡ. Сөнки ҡыш көнө бик һыуыҡ һәм ҡасыу ауыр. Кеше хатта ҡасып ҡотола алмаҫҡа ла мөмкин. Берәйһе, үҙ эштәре менән артыҡ мауығып, иҫкәртеүгә шунда уҡ ҡолаҡ һалмағанға күрә һәләк булһа, аяныс булыр ине, шулай бит? ~

Ҡыш көнө ҡасыу тураһында әйткәндә, Ғайса беҙҙе нимәгә өйрәтергә теләгән?

Хәҙер һин Ғайсаның, ҡыш килгәнен көтмәйенсә, ҡасып ҡотолорға кәрәк, тигән һүҙҙәрен аңлайһыңмы? ~ Армагеддондың яҡын булыуын аңлап, беҙгә инде хәҙер Алланы яратҡаныбыҙҙы күрһәтергә һәм уға ашҡынып хеҙмәт итергә кәрәк. Ғайса тап шуны әйтергә теләгән дә. Оҙаҡҡа һуҙһаҡ, һуң булырға мөмкин. Шул саҡта беҙ Туфанға тиклем йәшәгән кешеләр кеүек буласаҡбыҙ: улар Нухтың киҫәтеүен ишеткән, әммә карапҡа инмәгән.

Ә хәҙер, әйҙә, Армагеддондан һуң тормоштоң ниндәй буласағы хаҡында һөйләшәйек. Алланың беҙҙең өсөн, уны яратҡан һәм уға хеҙмәт иткән кешеләр өсөн, нимә әҙерләгәнен белербеҙ.

Ошо шиғырҙар ҙа Армагеддондың яҡын булыуын күрһәтә: 2 Тимофейға 3:1—5 һәм 2 Петр 3:3, 4.