Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

36-СЫ БҮЛЕК

Кемдәр терелтеләсәк? Улар ҡайҙа йәшәйәсәк?

Кемдәр терелтеләсәк? Улар ҡайҙа йәшәйәсәк?

БЕҘ һуңғы ике бүлектә терелтелгән кешеләр хаҡында уҡыныҡ. Уларҙың һанын хәтерләйһеңме? ~ Биш кеше. Улар араһында нисә бала булған? ~ Өс. Дүртенсеһе, Изге Яҙмала әйтелгәнсә, егет булған. Был нимәне күрһәтә? ~

Эйе, был Алла балаларҙы ярата икәнен күрһәтә. Ләкин ул күп ололарҙы ла терелтәсәк. Алла яҡшылыҡ эшләгәндәрҙе генә терелтәсәкме? ~ Беҙ шулай уйларға мөмкин. Әммә күп кеше Йәһүә Алла һәм уның Улы хаҡындағы хәҡиҡәтте бер ҡасан да ишетмәгән. Улар дөрөҫ өйрәтелмәгән булған, шуға күрә үҙҙәрен дөрөҫ тотмаған. Һин нисек уйлайһың, Йәһүә Алла ундай кешеләрҙе терелтерме? ~

Изге Яҙмала: «Тәҡүә кешеләр ҙә, тәҡүә булмағандар ҙа үленән тереләсәк», — тиелә (Ғәмәлдәр 24:15). Әммә ни өсөн тәҡүә булмағандарҙы, йәғни дөрөҫ эшләмәгән кешеләрҙе терелтергә һуң? ~ Сөнки уларҙың бығаса бер ҡасан да Йәһүә һәм уның өйрәтеүҙәре тураһында белергә мөмкинлектәре булмаған.

Ни өсөн Алла дөрөҫтө эшләмәгәндәрҙе лә терелтәсәк?

Терелеү ҡасан башланасаҡ? ~ Иҫеңдәме, Лазарь үлгәс, Ғайса Марфаға: «Ҡустығыҙ тереләсәк», — тип вәғәҙә биргән. Шул саҡ Марфа уға: «Беләм, ул ҡиәмәт көнөндәге терелеү ваҡытында тереләсәк», — тип яуаплаған (Яхъя 11:23, 24). Марфа, «ҡиәмәт көнөндә» Лазарь торасаҡ, тип әйткәндә, нимәне күҙ уңында тотҡан? ~

Ғайса был кешегә вәғәҙә иткән ожмах ҡайҙа буласаҡ?

Марфа Ғайсаның, ҡәберҙәгеләр, Алланың тауышын ишетеп, ҡәберҙәренән сығасаҡ, тигән вәғәҙәһе хаҡында ишеткән булған (Яхъя 5:28, 29). Эйе, «ҡиәмәт көнө» Алла хәтерендә һаҡланған бөтә кеше лә терелтелгәндә килеп етәсәк. Ул көн 24 сәғәт кенә дауам итмәйәсәк, ә мең йылға һуҙыласаҡ. Шул көндә, Изге Яҙмала әйтелгәнсә, Алла ерҙә йәшәгән бөтә кешене лә хөкөм итәсәк. Улар араһында терелтелгәндәр ҙә буласаҡ (Ғәмәлдәр 17:31; 2 Петр 3:8).

Уйлап ҡына ҡара, был көн ниндәй иҫ киткес буласаҡ! Меңйыллыҡ осор дауамында миллионлаған кеше терелтеләсәк. Улар йәшәйәсәк урынды Ғайса ожмах тип атаған. Әйҙә, ҡарап сығайыҡ, Ожмах ҡайҙа урынлашасаҡ, һәм ул нисегерәк буласаҡ.

Язалау бағанаһында үлерҙән өс сәғәт элек Ғайса үҙенең йәнәшәһендә ҡаҙаҡланған кешегә ожмах тураһында һөйләгән. Был кешене етди енәйәттәр өсөн үлемгә хөкөм иткәндәр. Әммә был енәйәтсе Ғайса тураһында ишеткәс һәм уның ниндәй кеше икәнен аңлағас, уға ышанған. Ул Ғайсаға: «Үҙ Батшалығыңа ингәс, мине иҫкә ал», — тигән. Ғайса уға: «Минең менән бергә ожмахта булырһың», — тип яуаплаған (Лука 23:42, 43).

Беҙ ожмахты ниндәй итеп күҙ алдына килтерергә тейеш?

Ғайсаның был һүҙҙәре нимә аңлата? Ожмах ҡайҙа һуң? ~ Әйҙә, был турала уйлап алайыҡ. Тәүге ожмах ҡайҙа булған? ~ Иҫеңә төшөр, Алла тәүге кешеләрҙе, Әҙәм менән Һауаны, ерҙәге ожмахҡа урынлаштырған. Ул урын Эден баҡсаһы тип аталған. Унда тәмле емештәр биргән ағастар үҫкән, күп төрлө хайуандар булған, әммә улар кешегә зыян килтермәгән. Баҡса аша ҙур йылға ағып ятҡан. Был йәшәү өсөн иҫ киткес урын булған (Башланмыш 2:8—10).

Енәйәтсегә вәғәҙә ителгән ожмах тураһында уҡығанда, беҙ ер шарының матур ожмах баҡсаһына әйләнеүен күҙ алдына килтерергә тейеш. Ғайса элек енәйәтсе булған шул кеше менән бергә ожмахта йәшәйәсәкме? ~ Юҡ. Беләһеңме, ни өсөн? ~

Сөнки Ғайса, күктә Батша булып, ер өҫтөнән идара итәсәк. Ғайса шул енәйәтсене терелтәсәк һәм уның хаҡында ҡайғыртасаҡ. Тап ошо мәғәнәлә ул уның менән бергә буласаҡ. Әммә ни өсөн Ғайса элекке енәйәтсегә ожмахта йәшәргә рөхсәт итәсәк? ~ Әйҙә, был һорауға яуап бирәйек.

Ғайса менән һөйләшкәнгә ҡәҙәр, был енйәтсе Алланың ниәте тураһында белгәнме? ~ Юҡ. Ул Алла тураһындағы хәҡиҡәтте белмәгән. Шуға күрә лә ул дөрөҫ булмаған эштәр эшләгән. Ожмахта уға Йәһүәнең ниәте тураһында аңлатасаҡтар. Шул саҡта уның Алланы ярата икәнен күрһәтергә һәм Йәһүә ҡушҡанса йәшәргә мөмкинлеге булыр.

Бар терелтелгән кеше лә ерҙәге ожмахта йәшәйәсәкме? ~ Юҡ. Беләһеңме, ни өсөн? ~ Сөнки терелтелгәндәрҙең ҡайһы берҙәре Ғайса менән бергә күктә буласаҡ. Улар батша булып Ғайса менән бергә ожмахҡа әйләндерелгән ер менән идара итәсәк. Быны ҡайҙан беләбеҙ? Әйҙә, ҡарап сығайыҡ.

Үлтерелеүенән элегерәк Ғайса илселәренә: «Атам йортонда йәшәр урын күп, һәм мин унда һеҙгә урын әҙерләргә китәм», — тигән. Шунан ул былай тип вәғәҙә иткән: «Һеҙ ҙә Минең менән бергә булһын өсөн, яңынан килеп, һеҙҙе Үҙ яныма аласаҡмын» (Яхъя 14:2, 3).

Терелтелгәс, Ғайса ҡайҙа киткән? ~ Эйе, күккә, кире Атаһы янына (Яхъя 17:4, 5). Ғайса илселәренә һәм башҡа шәкерттәренә, үҙе менән бергә күктә була алһын өсөн, уларҙы терелтергә вәғәҙә иткән. Улар унда нимә эшләйәсәк? ~ Изге Яҙмала, «беренсе терелеүҙә» ҡатнашыусы шәкерттәр Ғайса менән бергә күктә йәшәйәсәк, тип әйтелә. Улар «мең йыл буйы Мәсих менән бергә батшалыҡ итәсәктәр» (Асылыш 5:10; 20:6; 2 Тимофейға 2:12).

Күпме кеше «беренсе терелеүҙә» ҡатнашасаҡ һәм Ғайса менән бергә идара итәсәк? ~ Ғайса шәкерттәренә былай тигән: «Эй бәләкәй көтөү, ҡурҡмағыҙ! Батшалыҡты һеҙгә биреүҙе Атағыҙ яҡшы тип тапты» (Лука 12:32). Ғайса менән бергә күктә Батшалыҡта идара итер өсөн терелтеләсәк «бәләкәй көтөү[ҙең]» һаны теүәл билдәле. Изге Яҙмала әйтелгәнсә, уларҙың һаны «йөҙ ҙә ҡырҡ дүрт мең» (Асылыш 14:1, 3).

Терелтелгәндәр ҡайҙа йәшәйәсәк һәм улар нимә эшләйәсәк?

Ә ерҙә, ожмахта, күпме кеше йәшәйәсәк? ~ Изге Яҙмала был турала бер нәмә лә әйтелмәй. Әммә иҫеңә төшөр, Әҙәм менән Һауа Эден баҡсаһында йәшәгән саҡта, Алла уларға, балалар тыуҙырып, ер йөҙөн тултырырға ҡушҡан. Эйе, улар быны эшләй алмаған. Ләкин Алла үҙ ниәтен үтәү хаҡында, ер йөҙөн ғәҙел кешеләр менән тултырыу хаҡында ҡайғыртасаҡ (Башланмыш 1:28; Ишағыя 45:18; 55:11).

Уйлап ҡына ҡара, Ожмахта ниндәй ғәжәп тормош буласаҡ! Бөтә ер гүзәл баҡсаға әйләнәсәк. Унда күп төрлө ҡоштар һәм хайуандар буласаҡ, иҫ киткес ағастар һәм сәскәләр үҫәсәк. Ауырыуҙар булмаясаҡ, сөнки гонаһ юҡҡа сығасаҡ, һәм бер кем дә үлмәйәсәк. Ерҙә йәшәгән бөтә кеше лә дуҫ буласаҡ. Әгәр һин ожмахта мәңге йәшәргә теләһәң, инде хәҙер үк әҙерләнергә кәрәк.

Алланың ергә ҡарата ниәте тураһында ошо шиғырҙарҙан күберәк уҡы: Ғибрәтле һүҙҙәр 2:21, 22; Вәғәзсе 1:4; Ишағыя 2:4; 11:6—9; 35:5, 6 һәм 65:21—24.