23-СӨ БҮЛЕК
Ни өсөн кешеләр ауырый?
ҺИН ауырыған кешеләрҙе беләһеңме? ~ Һинең дә, бәлки, ауырығаның барҙыр. Бәлки, һиңә һыуыҡ тейгәне барҙыр йә һинең эсең ауыртҡандыр. Ҡайһы бер кешеләр бик ныҡ ауырый. Башҡалар уларға ярҙам итмәһә, улар хатта тора ла алмай. Кеше ныҡ ҡартайһа, йыш ҡына шулай булырға мөмкин.
Ваҡыт-ваҡыт бөтә кешеләр ҙә ауырый. Ни өсөн кешеләр ауырый, ҡартая һәм үлә, беләһеңме? ~ Бер көндө Ғайса янына атлай алмаған кешене килтергәндәр, һәм Ғайса кешеләр ни өсөн ауырый һәм үлә икәнен аңлатып биргән. Әйҙә, мин һиңә был турала һөйләйем.
Ғайса Галилея күле янында урынлашҡан бер ҡалаға килә. Ул туҡталған йортта уны күрер өсөн халыҡ йыйыла. Кеше шул тиклем күп була, хатта йортҡа инергә теләгән башҡа кешеләр өсөн урын ҡалмай. Кешеләр хатта ишек янына ла үтә алмай. Әммә халыҡ йыйылғандан-йыйыла бара! Бына паралич һуҡҡан, атлай алмаған кешене килтерәләр. Уны носилкаға һалып килтерер өсөн дүрт кеше кәрәк булған.
Һин беләһеңме, ни өсөн улар ауырыған был кешене Ғайса янына килтерергә булған? ~ Улар Ғайсаның ошо кешегә ярҙам итә алғанына һәм уны ауырыуынан һауыҡтыра алғанына ышанған. Ләкин шығрым тулы өйгә был кешене нисек индерергә? ~
Рәсемгә ҡараһаң, уларҙың быны нисек эшләгәнен күрерһең. Башта улар уны йорттоң түбәһенә алып менә. Түбә яҫы булған. Улар шул түбәлә ҙур тишек яһай. Шунан улар ауырыған кешене
түшәге менән бергә шул тишек аша бүлмәгә төшөрә. Эйе, шулай эшләп, был ирҙәр иҫ киткес иман күрһәтә!Йортта булғандар ныҡ аптырай, сөнки түшәмдән бүлмәнең тап уртаһына паралич һуҡҡан кешене түшәге менән төшөрәләр. Был ирҙәрҙең нимә эшләгәнен күргәс, Ғайса асыуланамы? ~ Юҡ! Ул уларҙың иманын күреп шатлана. Ул паралич һуҡҡан кешегә: «Һинең гонаһтарың кисерелде», — ти.
Ҡайһы берәүҙәргә Ғайсаның ошо һүҙҙәре оҡшамай. Уларҙың уйлауынса, Ғайса гонаһтарҙы кисерә алмай. Гонаһтарҙы кисерә алыуын күрһәтер өсөн, Ғайса паралич һуҡҡан кешегә: «Һиңә әйтәм, тор, түшәгеңде ал да өйөңә ҡайт!» — тип әйтә.
Ғайсаның был һүҙҙәрҙе әйтеүе була, теге кеше шунда уҡ һауыға! Хәҙер инде ул үҙе тороп йөрөй ала. Был мөғжизәне күргән кешеләр ғәжәпләнә. Уларҙың быға тиклем бер ҡасан да бындай хәлде күргәне булмаған! Кешеләр Йәһүәне данлай башлай, сөнки Йәһүә улар янына ауырыуҙарҙан һауыҡтыра алған Бөйөк Остазды ебәргән (Был мөғжизәнән беҙ нимәгә өйрәнәбеҙ? ~ Ғайсаның кешеләрҙең гонаһтарын кисерергә һәм ауырығандарҙы һауыҡтырырға көсө бар. Әммә беҙ шулай уҡ тағы бер мөһим нәмәне белдек: кешеләр гонаһ арҡаһында ауырый.
Ваҡыт-ваҡыт беҙ барыбыҙ ҙа ауырыйбыҙ. Был бөтәбеҙҙең дә гонаһлы булыуын аңлатамы? ~ Эйе, Изге Яҙмала беҙҙең барыбыҙ ҙа гонаһлы булып тыуа тип әйтелә. Гонаһлы булып тыуыу нимәне аңлата икәнен беләһеңме? ~ Был һәр кеше камилһыҙ булып тыуа тигәнде аңлата. Ҡайһы саҡта, беҙ, үҙебеҙ теләмәһәк тә, дөрөҫ булмағанды эшләйбеҙ. Бөтә кешеләрҙең нисек гонаһлы булып киткәнен беләһеңме? ~
Беҙ гонаһлы булып тыуабыҙ, сөнки беренсе кеше Әҙәм Алланы тыңламаған. Ул, Алланың әмерен боҙоп, гонаһ ҡылған. Әҙәм арҡаһында беҙ бөтәбеҙ ҙә гонаһлы булып тыуабыҙ. Беләһеңме, Әҙәмдең гонаһы беҙгә нисек күскән? Хәҙер мин һиңә аңлатып ҡарармын.
Һин, бәлки, берәйһенең икмәк бешергәнен күргәнең барҙыр. Икмәк бешереү һауытының йәмшәйгән урыны булһа,
икмәк ниндәй килеп сығыр? ~ Ундай һауытта бешерелгән икмәк йәмшәйгән булып бешер, шулай бит? ~Әҙәмде икмәк бешереү һауыты менән, ә беҙҙе икмәк менән сағыштырып була. Алланың ҡанунын боҙоп, ул камиллығын юғалтҡан, йәғни уның «йәмшәйгән урыны» барлыҡҡа килгән. Ә тыуған балалары тураһында нимә әйтеп була? ~ Уның бер балаһы ла камил булып тыуа алмаған.
Кешеләрҙең күбеһе күренеп торған кәмселек менән, мәҫәлән, ҡулһыҙ йә аяҡһыҙ тыумай. Әммә камил булмау уларға шул тиклем ныҡ тәьҫир итә, улар хатта ауырый һәм ваҡыт үтеү менән үлә.
Эйе, ҡайһы бер кешеләр башҡаларҙан йышыраҡ ауырый. Ни өсөн? Әллә улар башҡаларҙан гонаһлыраҡмы? ~ Юҡ, бөтә кешеләр ҙә бер үк кимәлдә гонаһлы булып тыуа. Беҙҙең бөтәбеҙ ҙә камилһыҙ. Шуға күрә иртәме, һуңмы бөтә кешеләр ҙә ауырып китә. Кеше Алланың әмерҙәренә тыңлаусан булырға һәм насарлыҡ эшләмәҫкә тырышһа ла, барыбер ауырып китергә мөмкин.
Улайһа, ни өсөн ҡайһы берәүҙәр башҡаларҙан йышыраҡ ауырый? ~ Быға күп сәбәптәр бар. Бәлки, уларға ризыҡ етмәйҙер. Йәки ашаған ризыҡтары файҙалы түгелдер. Йә булмаһа улар бик күп пирожный, кәнфит ашайҙыр. Ҡайһы берәүҙәр һуң ята һәм уларҙың йоҡоһо туймай. Йә, һыуыҡ булғанда, улар йылы кейенмәй. Ә ҡайһы берәүҙәрҙең һаулығы шул тиклем насар, улар үҙҙәрен ҡарарға тырышһа ла, ауырыуҙарға ҡаршы көрәшә алмай.
Берәй ҡасан бер кем дә ауырымаған ваҡыт булырмы? Беҙ ҡасан да булһа гонаһтан арына алырбыҙмы? ~ Хәтерләйһеңме, Ғайса паралич һуҡҡан кешегә нисек ярҙам иткән? ~ Ғайса уның гонаһтарын кисергән һәм уны һауыҡтырған. Шулай эшләп, Ғайса дөрөҫ булғанды эшләргә тырышҡан бөтә кешеләр өсөн киләсәктә нимә эшләйәсәген күрһәткән.
Беҙ гонаһ ҡылырға теләмәһәк һәм насарлыҡты яратмаһаҡ, Ғайса беҙҙе лә һауыҡтырыр. Киләсәктә ул камилһыҙлығыбыҙҙы юҡ итәсәк, сөнки ул — Алла Батшалығының Батшаһы. Гонаһ шунда уҡ юҡҡа сыҡмаясаҡ. Бының өсөн күпмелер ваҡыт кәрәк булыр. Гонаһ тулыһынса юҡҡа сығарылғас, беҙ бүтән бер ҡасан да ауырымаясаҡбыҙ. Бөтәбеҙҙең дә камил һаулығы булыр. Ысындан да, был иҫ киткес ваҡыт буласаҡ!
Гонаһтың һәр беребеҙгә нисек тәьҫир иткәне тураһында күберәк ошо шиғырҙарҙан уҡып була: Әйүп 14:4; Зәбур 51:5; Римдарға 3:23; 5:12 һәм 6:23.