Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

7-СЕ БҮЛЕК

Тыңлаусанлыҡ һине һаҡлар

Тыңлаусанлыҡ һине һаҡлар

КҮҘ алдыңа килтер: һин нимә теләйһең, шуны эшләйһең, ти. Бер кем дә һиңә, тегене эшлә, быны эшләмә, тип әйтеп тормай. Һинең был турала хыялланғаның бармы? ~

Ни өсөн ололарҙы тыңларға кәрәк?

Әммә, нимә теләйем, шуны эшләйем, тип йәшәү аҡыллы булыр инеме? Атайың менән әсәйеңде тыңлаһаң, яҡшыраҡ булмаҫмы? ~ Алла, һин атай-әсәйеңде тыңларға тейеш, тип әйтә. Тимәк, бының өсөн етди сәбәптәр бар. Әйҙә, был сәбәптәрҙе беләйек.

Һиңә нисә йәш? ~ Ә атайыңа нисә йәш икәнен беләһеңме? ~ Ә әсәйеңә, өләсәйеңә, олатайыңа нисә йәш? ~ Улар һинән күпкә олораҡ. Күберәк йәшәгән һайын кешенең төрлө нәмәләргә өйрәнергә ваҡыты ла күберәк була. Ололар йәштәргә ҡарағанда күберәкте ишеткән, күргән һәм эшләгән. Шуға күрә йәштәр ололарҙан өйрәнә ала.

Үҙеңдән кесерәк булған балаларҙы беләһеңме? ~ Һинеңсә, кем күберәк белә, һинме әллә улармы? ~ Ә ни өсөн һин күберәк беләһең тип әйтеп була? ~ Сөнки һин уларҙан олорак, уларҙан күберәк йәшәйһең. Өйрәнер өсөн, һинең, уларға ҡарағанда, ваҡытың күберәк булған.

Ә кем минән дә, һинән дә — барыһынан да олораҡ? ~ Йәһүә Алла. Ул һинән дә, минән дә күберәк белә. Алла ҡушҡанды эшләү беҙгә һис шикһеҙ тик файҙа ғына килтерәсәк. Әммә Алланың йөкләмәләрен үтәү ҡайһы саҡта ауыр булырға мөмкин. Бер ваҡыт хатта Бөйөк Остазға ла Алланы тыңлауы ауыр булған. Һин был турала белә инеңме? ~

Бер ваҡыт Алла Ғайсаға ауыр йөкләмә биргән. Рәсемдә күрһәтелгәнсә, Ғайса был турала доға ҡылған. Ул былай тигән: «Атам! Әгәр теләһәң, был ғазаптар кәсәһен Минән үткәреп ебәр». Ғайсаның был һүҙҙәре Йәһүә ҡушҡанды ҡайһы саҡта үтәүе еңел түгел икәнен күрһәтә. Әммә Ғайса доғаһын нисек тамамлаған, беләһеңме? ~

Ғайсаның доғаһынан беҙ нимәгә өйрәнәбеҙ?

Ғайса: «Әммә был Минең ихтыярымса түгел, ә Һинең ихтыярыңса булһын!» — тип әйткән (Лука 22:41, 42). Эйе, Ғайса үҙенең ихтыярын түгел, ә Алланыҡын үтәргә теләгән. Шуға күрә ул үҙе теләгәнсә түгел, ә барыһын да Алла теләгәнсә эшләгән.

Беҙ бынан нимәгә өйрәнәбеҙ? ~ Алланың ҡушҡандарын үтәүе ауыр булһа ла, быны эшләү һәр ваҡыт дөрөҫ. Ләкин беҙ тағы бер нәмәгә өйрәнәбеҙ. Беләһеңме, нимәгә? ~ Алла һәм Ғайса бер үк шәхес тигән фекер дөрөҫ түгел. Йәһүә үҙенең Улы Ғайсанан олораҡ һәм унан күберәк белә.

Аллаға тыңлаусан булып, беҙ уны яратҡаныбыҙҙы күрһәтәбеҙ. Изге Яҙмала былай тиелә: «Алланың әмерҙәрен үтәүебеҙ Уны яратыуыбыҙҙы күрһәтә» (1 Яхъя 5:3). Шулай итеп, беҙҙең бөтәбеҙгә лә Алланы тыңларға кәрәк. Һин дә уға тыңлаусан булырға теләйһең, шулай бит? ~

Әйҙә, Изге Яҙманы асайыҡ та, Алланың балаларға нимә эшләргә ҡушҡанын ҡарайыҡ. Беҙ һинең менән Ефестарға 6-сы бүлектәге 1-се, 2-се һәм 3-сө шиғырҙарҙы уҡырбыҙ. Унда былай тиелә: «Балалар, атай-әсәйҙәрегеҙгә Раббы теләгәнсә итәғәтле булығыҙ, сөнки ғәҙеллек шуны талап итә. „Атай-әсәйеңә хөрмәт күрһәт“ — был Алла тарафынан бирелгән беренсе әмер. Ә әмергә өҫтәлгән вәғәҙәһе шул: „шулай эшләһәң, һинең өсөн яҡшы булыр һәм ерҙә оҙон ғүмерле булырһың“».

Күрәһеңме, Йәһүә Алла үҙе һиңә атайың менән әсәйеңә итәғәтле булырға, йәғни уларҙы тыңларға ҡуша. «Атай-әсәйеңә хөрмәт күрһәт» тигән һүҙҙәр нимә аңлата? Был уларға тыңлаусан булыу тигәнде аңлата. Әгәр атай-әсәйеңә тыңлаусан булһаң, был «һинең өсөн яҡшы булыр», тип вәғәҙә итә Алла.

Мин һиңә тыңлаусан булыуҙары арҡаһында ғүмерҙәрен һаҡлап ҡалған кешеләр тураһында бер хикәйә һөйләргә теләйем. Был кешеләр бик күп йылдар элек Иерусалим тип аталған ҙур ҡалала йәшәгән. Ул ҡалала йәшәгән кешеләрҙең күпселеге Аллаға тыңлаусан булмаған. Шуға күрә Ғайса уларҙы, Алла был ҡаланы емерәсәк, тип киҫәткән. Ғайса шулай уҡ, яҡшылыҡты яратҡан кешеләр ҡотола алыр, тип әйткән. Ул былай тигән: «Иерусалимдың ғәскәр менән ҡамап алыныуын күргән мәлдә белеп тороғоҙ: уның емерелеү ваҡыты яҡынлаша. Шул саҡта Йәһүҙиәлә булғандар тауҙарға ҡасһын» (Лука 21:20—22).

Ғайсаны тыңлап, уның һүҙҙәре буйынса эш итеү был кешеләрҙе нисек яҡлаған?

Барыһы ла Ғайса әйткәнсә булып сыҡҡан: дошман ғәскәре Иерусалимды ҡамап алған. Әммә ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында улар артҡа сигенгән. Кешеләрҙең күпселеге, бүтән инде ҡурҡырға кәрәкмәй, тип уйлаған. Шуға күрә улар ҡалала ҡалған. Әммә Ғайса нимә эшләргә ҡушҡан? ~ Һин ул ваҡытта Иерусалимда йәшәгән булһаң, нимә эшләр инең? ~ Ғайсаның һүҙҙәренә ҡолаҡ һалған кешеләр, өйҙәрен ҡалдырып, Иерусалимдан сығып тауҙарға ҡасҡан.

Бер йыл үткән, ә Иерусалим менән бер нәмә лә булмаған. Икенсе, өсөнсө йыл үткән, әммә Иерусалим нисек торған, шулай тора биргән. Ҡайһы берәүҙәр, ҡаланан ҡасып киткән кешеләр аҡылһыҙ эш итте, тип уйлағандыр. Әммә дүрт йыл үткәс, Рим ғәскәре кире әйләнеп килгән. Улар Иерусалимды ҡабат ҡамап алған. Хәҙер инде бер кем дә ҡасып ҡотола алмаған. Был юлы Рим ғәскәре ҡаланы емергән. Ҡалала йәшәгән кешеләрҙең күбеһе һәләк булған, ә иҫән ҡалғандарын әсирлеккә алып киткәндәр.

Ә Ғайсаны тыңлаған кешеләр менән нимә булған? ~ Улар ҡотолоп ҡалған. Ул ваҡытта улар Иерусалимдан йыраҡ булған. Шунлыҡтан улар менән бер нәмә лә булмаған. Эйе, тыңлаусанлыҡ уларҙың ғүмерҙәрен һаҡлап ҡалған.

Тыңлаусанлыҡ һине лә яҡлармы? ~ Бәлки, атай-әсәйең һиңә, юлда уйнарға ярамай, тип әйтәлер. Ни өсөн улар шулай әйтә? ~ Сөнки һинең машина аҫтына эләгеүең бар. Әммә тышта уйнағанда, һин былай тип уйларға мөмкин: «Хәҙер бит машиналар юҡ. Минең менән бер нәмә лә булмаҫ. Башҡа балалар юлда уйнай бит, һәм улар менән бер нәмә лә булғаны юҡ».

Ҡурҡыныс янамаған кеүек тойолһа ла, ни өсөн тыңлаусан булырға кәрәк?

Иерусалимда йәшәгән кешеләрҙең күпселеге тап шулай уйлаған да. Рим ғәскәре артҡа сигенгәс, күптәр, ҡурҡыныс башҡа инде янамай, тип уйлаған. Кешеләр, күптәрҙең ҡалала ҡалыуын күреп, үҙҙәре лә китмәҫкә булған. Уларға, ҡасырға кәрәк, тип алдан уҡ әйтелгән булған, ләкин улар тыңламаған. Шуға күрә лә улар һәләк булған.

Әйҙә, тағы бер миҫалға иғтибар итәйек. Һинең шырпы менән уйнағаның бармы? ~ Шырпы яндырып утҡа ҡарап ултырыу ҡыҙыҡ булып күренергә мөмкин. Әммә шырпы менән уйнау бик ҡурҡыныс. Һинең өйөгөҙҙө яндырып ебәреүең һәм үҙең дә янып үлеүең бар!

Иҫеңдә тот: атай-әсәйеңә ҡайһы бер саҡта ғына тыңлаусан булыу дөрөҫ түгел. Һин һәр ваҡыт тыңлаусан булһаң ғына, тыңлаусанлығың һинең өсөн яҡлау булып торор. «Атай-әсәйҙәрегеҙгә итәғәтле булығыҙ» тигән һүҙҙәрҙе кем әйткән, хәтерләйһеңме? ~ Эйе, был һүҙҙәрҙе Алла әйткән. Онотма, Алла был һүҙҙәрҙе һине яратҡанға күрә әйтә.

Тыңлаусанлыҡ ни тиклем мөһим икәнен күрһәткән шиғырҙарҙы уҡы: Ғибрәтле һүҙҙәр 23:22; Вәғәзсе 12:13; Ишағыя 48:17, 18; Колосстарға 3:20.