Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

1-СЕ БҮЛЕК

Алла кешене Ожмахҡа урынлаштыра

Алла кешене Ожмахҡа урынлаштыра

Алла Ғәләмде барлыҡҡа килтерә һәм Ерҙә тормош булдыра; ул камил ир-ат менән ҡатын-ҡыҙҙы ярата һәм уларҙы матур баҡсаға урынлаштырып, уларға әмерҙәр бирә

ТӘҮРАТ китабы: «Иң элек Алла күк менән ерҙе яратты», — тигән һүҙҙәр менән башлана (Башланмыш 1:1). Был ябай, әммә бөйөк һүҙҙәр күп кешегә билдәле. Шулай итеп беҙ Изге Яҙмаларҙағы төп Шәхес — Сикһеҙ ҡөҙрәтле Алла, Йәһүә, менән танышабыҙ. Был һүҙҙәр Алланың ғәйәт ҙур Ғәләмде һәм беҙ йәшәгән планетаны барлыҡҡа килтергәнен асыҡлай. Киләһе шиғырҙар артабан нимә булғанын тасуирлай: образлы «көндәр» тип аталған бер нисә оҙайлы дәүер дауамында Алла тәбиғәт мөғжизәләрен булдырып, кешеләр өсөн Ерҙе әҙерләй.

Алланың ерҙәге ижади эштәре араһында иң күркәме кеше була. Ул Аллаға оҡшатып яратыла, йәғни уның сифаттарын, мәҫәлән, мөхәббәтен һәм аҡыллылығын сағылдыра ала. Алла кешене ер тупрағынан ярата, уны Әҙәм тип атай һәм Ожмахҡа, Эден баҡсаһына, урынлаштыра. Алла емешле ағастарға бай булған был баҡсаны үҙе ултыртҡан була.

Алла кешегә иптәш кәрәклеген белә. Әҙәмдең бер ҡабырғаһын алып, Алла ҡатын-ҡыҙҙы ярата һәм уны кеше янына килтерә. Ул Әҙәмдең ҡатыны булып китә һәм һуңыраҡ Һауа тип атала. Шатлыҡтан ҡанатланып, Әҙәм шиғырҙар менән һөйләй башлай: «Был һөйәк минең һөйәгемдән, тәне минең тәнемдән». Алла былай тип әйтә: «Бына шуға күрә кеше, атаһы менән әсәһен ҡалдырып, ҡатынына ҡушылыр һәм уның менән икеһе бер тән булыр» (Башланмыш 2:22—24; 3:20).

Алла Әҙәм менән Һауаға ике әмер бирә. Беренсенән, ул уларға үҙ йорттары — Ер — тураһында ҡайғыртырға һәм балалар тыуҙырып, уны кешеләр менән тултырырға ҡуша. Икенсенән, был ғәйәт ҙур баҡсала үҫкән бер генә ағастың — «яҡшылыҡ менән яуызлыҡты аңлау ағасының» — емешен ашауҙан тыя (Башланмыш 2:17). Тыңламаһалар, улар үлергә тейеш була. Был әмерҙәрҙе биреп, Алла ир менән ҡатынға уны үҙ Хакимдары итеп ҡабул итеүҙәрен күрһәтергә мөмкинлек бирә. Аллаға тыңлаусан булып, улар шулай уҡ уны яратҡандарын һәм уға рәхмәтле булғандарын күрһәтер ине. Һис шикһеҙ, был камил, кәмселекһеҙ кешеләрҙең бындай игелекле идара итеүҙе ҡабул итмәҫкә бер сәбәбе лә булмаған. Изге Яҙмаларҙа: «Алла Үҙе бар ҡылған донъяны байҡаны — ул бик яҡшы ине», — тип әйтелә (Башланмыш 1:31).

Тәүраттағы Башланмыш китабының 1-се һәм 2-се бүлектәренә нигеҙләнгән.