Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

5-се бүлеккә инеш һүҙ

5-се бүлеккә инеш һүҙ

Ҡыҙыл диңгеҙ янындағы ваҡиғанан һуң ике ай үткәс, изра́илдәр Сина́й тауы янына килгән. Унда Йәһүә улар менән килешеү төҙөп, уларҙы үҙ халҡы иткән. Ул уларҙы яҡлап торған һәм кәрәкле нәмәләр — ашарға ма́нна, туҙмай торған кейем, йәшәргә хәүефһеҙ урын биргән. Был китапты бала менән уҡыһағыҙ, уға шуны аңларға ярҙам итегеҙ: ни өсөн Йәһүә изра́илдәргә Ҡанун биргән, изге сатыр ҡорорға ҡушҡан һәм руханиҙар билдәләгән. Уға шулай уҡ ни өсөн биргән вәғәҙәне үтәү, баҫалҡы булыу һәм Йәһүәгә һәр ваҡыт тоғро ҡалыу мөһим икәнен аңлатығыҙ.

БЫЛ БҮЛЕКТӘ

23-СӨ ДӘРЕС

Йәһүәгә һүҙ биреү

Синай тауы янында израилдәр Йәһүәгә махсус вәғәҙә биргән.

24-СЕ ДӘРЕС

Улар вәғәҙәһен үтәмәгән

Алла Мусаға Ун әмер биргән ваҡытта, кешеләр ауыр гонаһ ҡылған.

25-СЕ ДӘРЕС

Изге Сатыр

Был сатырҙа килешеү һандығы торған.

26-СЫ ДӘРЕС

Ун ике шымсы

Ешуа менән Ҡалиптың ынтылышы Ҡынаан ерҙе күҙәтергә барған башҡа 10 шымсының ҡарашынан айырылып торған.

27-СЕ ДӘРЕС

Улар Йәһүәгә ҡаршы сыҡҡан

Корах, Датан, Абирам һәм 250 кеше Йәһүәгә ҡаршы сыҡҡан.

28-СЕ ДӘРЕС

Валаамдың ишәге һөйләшә башлай

Ишәк Валаам күрмәгәнде күргән.