Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

23-СӨ ДӘРЕС

Йәһүәгә һүҙ биреү

Йәһүәгә һүҙ биреү

Мысырҙа́н сығып ике ай самаһы үткәс, изра́илдәр Сина́й тауы итәгендә лагерь ҡороп урынлашҡан. Йәһүә Мусаға́ тау башына менергә ҡушҡан һәм былай тигән: «Мин изра́илдәрҙе ҡотҡарҙым. Әгәр улар мине тыңлаһа, закондарымды үтәһә, мин уларҙы үҙ халҡым итәсәкмен». Муса́ тауҙан төшөп, Йәһүәнең һүҙҙәрен изра́илдәргә еткергән. Улар иһә: «Йәһүә ни әйтһә, шуны эшләрбеҙ», — тип һүҙ биргән.

Муса́ ҡабат тауға менә. Унда Йәһүә былай ти: «Иртәнән һуңға мин һинең менән һөйләшәсәкмен. Кешеләргә әйт, Сина́й тауына яҡын да килмәһендәр». Муса́ тауҙан төшә һәм изра́илдәргә Йәһүәнең һүҙҙәрен тыңларға әҙерләнергә ҡуша.

Өсөнсө көндө изра́илдәр тау башында йәшен йәшнәүен һәм тауҙы ҡара болот ҡаплауын күрә. Улар күк күкрәүе һәм борғо тауышы ишетә. Шул саҡ Йәһүә ут эсендә тауға төшә. Изра́илдәр ныҡ ҡурҡа һәм ҡалтырана. Тау һелкенеп китә һәм төтәй башлай. Борғо тауышы көсәйгәндән-көсәйә бара. Шунда Алла: «Мин — Йәһүә. Һеҙ башҡа аллаларға табынырға тейеш түгел», — тип әйтә.

Муса́ яңынан тауға менә, һәм Йәһүә уға закондар бирә. Был закондарҙа Аллаға нисек табынырға, үҙеңде нисек тоторға кәрәклеге хаҡында әйтелә. Муса́ был закондарҙы яҙып ала һәм изра́илдәргә уҡый. Улар: «Беҙ Йәһүә әйткәнсә эшләрбеҙ», — тип вәғәҙә бирә. Эйе, улар Аллаға һүҙ бирә. Әммә улар биргән һүҙен тотормо?

«Раббы Аллаңды бөтә йөрәгең, бөтә йәнең һәм бөтә аҡылың менән ярат» (Матфей 22:37)