6-сы булеккә инеш һүҙ
Изра́илдәр Вәғәҙә ителгән ергә ингәс, изге сатыр хаҡ ғибәҙәт ҡылыуҙың үҙәге булып киткән. Руханиҙар Ҡанун өйрәткән, ә хөкөмсөләр тәртип һаҡлаған. Бер кеше ҡабул ителгән ҡарарҙар башҡа кешеләрҙең тормошона ныҡ тәьҫир итә, һәм ошо өлөш быны ап-асыҡ күрһәтә. Һәр изра́иль кешеһе Йәһүәгә һәм яҡындарына ҡарата тоғролоҡ һаҡларға тейеш булған. Баланың иғтибарын Дево́ра, Нәғмиә́, Ешуа́, Һа́нна, Ифта́х ҡыҙы һәм Самуи́л үрнәге башҡаларға ниндәй йоғонто яһағанына йүнәлтегеҙ. Хатта ҡайһы бер сит кешеләр, мәҫәлән, Раха́в, Руф, Йәилә́ һәм гаваонда́р изра́илдәргә ҡушылған, сөнки улар Алланың изра́илдәр менән булғанын күргән.
БЫЛ БҮЛЕКТӘ
30-СЫ ДӘРЕС
Рахав шымсыларҙы йәшерә
Иерихон ҡаланың стеналары емерелеп төшә. Әммә Рахавтың йорто ҡала стеналарҙың өлөшө булһа ла зыян күрмәне.
31-СЕ ДӘРЕС
Ешуа һәм гаваондар
Ешуа Алланан ҡояшты туҡтатып торорға һораған. Алла уға яуап бирғәнме?
32-СЕ ДӘРЕС
Яңы етәксе һәм ике ҡыйыу ҡатын
Ешуа үлгәндән һуң израилдәр боттарға табынырға башлаған. Уларҙың тормошо бик ауыр булып киткән, әммә хөкөмсө Варак, Девора исемле пәйғәмбәр ҡатын һәм Йәилә ярҙамға килгән.
33-СӨ ДӘРЕС
Руфь һәм Нәғмиә
Ике тол ҡатын Израилгә ҡайтҡан. Уларҙың береһе, Руфь, башаҡтар йыйыр өсөн баҫыуға китә. Унда Руфты Вооз күреп ҡала.
34-СЕ ДӘРЕС
Гедеон мәдйәндәрҙе еңә
Мәдйәндәр арҡаһында израилдәрҙең тормошо түҙә алмаҫлыҡ булып киткән һәм кешеләр Йәһүәгә ялбарып ярҙам һорай башланы. Нисек Гедеондың бәләкәй генә ғәскәре 135 000 мәдйәндәрҙе еңә алған?
35-СЕ ДӘРЕС
Һанна Алланан бала һорай
Илкана ғаиләһе менән Аллаға табыныр өсөн, Шило ҡалаһына, изге сатырға, барып йөрөгән. Унда килгәс, Һанна Алланан бала һораған. Бер йылдан һуң уның Самуил улы тыуған!
36-СЫ ДӘРЕС
Ифтахтың вәғәҙәһе
Ифтах ниндәй вәғәҙә биргән һәм ни өсөн? Ифтахтың ҡыҙы атаһының вәғәҙәһенә нисек ҡараған?
37-СЕ ДӘРЕС
Йәһүә Самуил менән һөйләшә
Илийҙың ике улы булған. Улар изге сатырҙа хеҙмәт иткән һәм Йәһүә ҡанундарын боҙған. Әммә йәш Самуил уларҙан үрнәк алмаған. Бер төн Йәһүә уға өндәште.