Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

36-СЫ ДӘРЕС

Ифтахтың вәғәҙәһе

Ифтахтың вәғәҙәһе

Изра́илдәр, ҡабат Йәһүәне ҡалдырып, ялған илаһтарға табына башлай. Әммә уларға амонда́р һөжүм иткәс, ул илаһтар бер нисек тә ярҙам итә алмай. Изра́илдәр күп йылдар дауамында интегә. Ахыр сиктә, улар Йәһүәгә: «Беҙ гонаһ ҡылдыҡ. Беҙҙе дошмандарҙан ҡотҡарсы!» — тип ялбара. Шунан һуң улар боттарын юҡҡа сығара һәм яңынан Йәһүәгә хеҙмәт итә башлай. Йәһүә уларҙың ғазапланыуын күрә һәм йәлләй.

Халыҡты амондарға́ ҡаршы һуғышҡа алып барыр өсөн, Ифта́х исемле һуғышсы һайлана. Ул Йәһүәгә бындай вәғәҙә бирә: «Әгәр беҙгә ошо һуғышта еңергә ярҙам итһәң, өйөмә ҡайтҡанда мине ҡаршыларға сыҡҡан беренсе кешене һиңә бирәсәкмен». Йәһүә Ифтахты́ң доғаһын ишетә һәм уға еңергә ярҙам итә.

Ифта́х еңеү менән ҡайтҡанда, беренсе булып уның ҡаршыһына ҡыҙы — берҙән-бер балаһы сыға. Ул дөңгөр ҡаға, шатланып бейей. Ифтахҡа́ нимә эшләргә һуң? Ул, вәғәҙәһен иҫендә тотоп: «Юҡ, юҡ, ҡыҙым! Һин йөрәгемде яраланың. Мин бит Йәһүәгә вәғәҙә бирҙем. Уны үтәр өсөн, мин һине изге сатырҙа хеҙмәт итергә ебәрергә тейешмен», — ти. Әммә ҡыҙы уға былай ти: «Атаҡайым, Йәһүәгә һүҙ биргәнһең икән, уны үтә. Тик иптәш ҡыҙҙарым менән тауҙарҙа йөрөп килергә ике айға ғына ебәрсе мине. Унан һуң мин Шилоға́ китермен». Ифтахты́ң ҡыҙы изге сатырҙа ғүмер буйы тоғро хеҙмәт иткән. Йыл һайын әхирәттәре уның янына, Шило́ ҡалаһына барып йөрөгән.

«Атаһын йәки әсәһен Миңә ҡарағанда нығыраҡ яратыусы Миңә лайыҡ түгел» (Матфей 10:37)