Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

38-СЕ ДӘРЕС

Йәһүә Самсонды көслө итә

Йәһүә Самсонды көслө итә

Күп изра́илдәр яңынан боттарға табына башлаған, шуға күрә Йәһүә пелештиҙәргә́ уларҙы йәберләргә юл ҡуйған. Әммә ҡайһы бер изра́илдәр Йәһүәне яратҡан. Уларҙың береһе Ману́х булған. Манухты́ң балалары булмаған. Бер заман Йәһүә Манухты́ң ҡатыны янына фәрештә ебәргән. Фәрештә уға былай тигән: «Һинең улың тыуасаҡ. Ул Изра́илде пелештиҙәрҙә́н ҡотҡарасаҡ. Ул нәҙи́р буласаҡ». Беләһеңме, кем ул нәҙи́р? Ул Йәһүәнең башҡа хеҙмәтселәренән айырылып торған хеҙмәтсе. Нәҙирҙәргә́ сәс алдырырға ярамаған.

Тиҙҙән Манухты́ң улы тыуа. Уға Самсо́н тигән исем ҡушалар. Самсо́н үҫкәс, Йәһүә уға ҙур ҡеүәт бирә. Ул арыҫланды ҡоралһыҙ-ниһеҙ үлтерә ала! Бер ваҡыт Самсо́н бер үҙе 30 пелештиҙе́ үлтерә. Пелештиҙә́р уны нәфрәт итә, үлтерергә теләй. Бер көндө Самсо́н Га́за ҡалаһында ҡунырға ҡала, ә пелештиҙә́р, иртән уны үлтерер өсөн, ҡала ҡапҡалары янында һағалап тора. Әммә төн уртаһында Самсо́н тора ла ҡала ҡапҡалары янына барып, уларҙы стенанан аҡтарып ала. Шунан ҡапҡаларҙы яурындарына һалып, Хевро́н янында урынлашҡан тау башына алып менә!

Һуңыраҡ пелештиҙә́р Самсонды́ң яратҡан ҡыҙы Дәлиләгә́ килеп, былай ти: «Самсонды́ң ҡеүәте ниҙә? Шуның серен ас, ә беҙ һиңә күп итеп аҡса бирәбеҙ. Беҙ уны тотоп, төрмәгә ябырға теләйбеҙ». Дәлилә́ аҡса ярата, шуға ул ризалаша. Башта Самсо́н уға серен асмай. Әммә Дәлилә́ мыжып уның теңкәһенә тейә, һәм ахыр сиктә ул әйтергә була. «Мин бер ҡасан да сәс алдырғаным юҡ, сөнки мин нәҙи́р, — ти Самсо́н Дәлиләгә́. — Сәсемде ҡырҡһалар, көсөм юҡҡа сығасаҡ». Серҙе асып, ул ҙур хата эшләй, шулай бит?

Дәлилә́ шунда уҡ пелештиҙәргә́: «Мин уның серен белдем!» — тип хәбәр итә. Һуңыраҡ, Дәлилә́ Самсонды́ң башын үҙенең алдына һалып, уны юхалап йоҡлата һәм, хеҙмәтсеһен саҡырып, уның сәсен киҫтерә. Шунда Дәлилә́: «Самсо́н, пелештиҙә́р килә!» — тип ҡысҡыра. Самсо́н уяна, әммә уның инде, элекке кеүек, көсө юҡ. Пелештиҙә́р уны тотоп ала, һуҡырайта һәм төрмәгә ултырта.

Бер заман меңләгән пелешти́ кешеһе үҙҙәренең илаһы Даго́н ғибәҙәтханаһында йыйыла. Улар: «Илаһыбыҙ Самсонды́ еңергә ярҙам итте! Самсонды́ сығарығыҙ! Унан көлөп, күңел асып алайыҡ!» — тип ҡысҡыра. Улар Самсонды́ бағаналар араһында баҫтырып ҡуя ла унан көлә башлай. Самсо́н иһә: «Эй Йәһүә, тағы бер тапҡыр ғына көс бирһәң ине», — тип доға ҡыла. Был ваҡытҡа уның сәсе инде яңынан үҫкән була. Ул бөтә көсө менән бағаналарҙы этеп ебәрә, һәм йорт емерелә. Шулай итеп ғибәҙәтханала булған бар кеше, шул иҫәптән Самсо́н үҙе лә, һәләк була.

«Йәһүә — көсөм һәм ҡөҙрәтем» (Ишағыя 12:2)