Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

4-СЕ БҮЛЕК

Шайтанды тыңлау нимәгә килтергән?

Шайтанды тыңлау нимәгә килтергән?

Әҙәм менән Һауа Алланы тыңламаған һәм үлгән.(Яратылыш 3:6, 23)

Һауа, йыланды тыңлап, емеште ашаған. Шунан һуң Әҙәмгә биргән, һәм ул да ашаған.

Улар насар эш ҡылғандар. Был гөнаһ булған. Алла уларҙы Ожмах баҡсаһынан ҡыуып сығарған.

Улар үҙҙәре һәм балалары ауыр тормош кисерә башлаған. Әҙәм менән Һауа ҡартайып үлгән. Улар ниндәйҙер рухи донъяға күсмәгән, улар юҡҡа сыҡҡандар.

Үлгән кешеләр тупраҡ кеүек; улар бер нәмә лә эшләй алмай. (Яратылыш 3:19)

Беҙ — Әҙәм менән Һауаның балалары, шуға күрә беҙ ҙә үләбеҙ. Үлгәндәр күрмәй, ишетмәй һәм бер нәмә лә эшләй алмай (Вәғәзсе 9:5, 10).

Алла ниәте буйынса кешеләр үлергә тейеш булмаған. Тиҙҙән ул үлгәндәрҙе терелтәсәк. Улар Аллаға тыңлаусан булһалар, мәңге йәшәйәсәктәр.