9-СЫ БҮЛЕК
Мәсих Етәксенән өйрәнәбеҙ
АЛЛА Мәсихте бөтә халыҡтар өҫтөнән Етәксе итеп билдәләйәсәге тураһында алдан әйткән булған. Алла беҙҙең ысындан да ниндәй етәксегә мохтаж икәнебеҙҙе белә, шуның өсөн ул иң яҡшы Етәксене һайлаған. Мәсих ниндәй Етәксе булған һуң? Ул бик көслө ғәскәр башлығы, һәләтле сәйәсмән йәки аҡыллы фәлсәфәсе булғанмы? Изге Яҙмалар буйынса Мәсих был Ғайса пәйғәмбәр булған, ул башҡа пәйғәмбәрҙәрҙән айырылып торған (Маттай 23:10).
Алла Ғайсаның камил йәки изге булып тыуыуы хаҡында ҡайғыртҡан. Һуңыраҡ Шайтан Ғайсаның сафлығын бысратыр өсөн күп тырышлыҡтар ҡуйған. Әммә Ғайса уға бирешмәгән, сөнки ул һәр бер һүҙендә һәм ҡылған эштәрендә Алланың сифаттарын теүәл сағылдырған. Алла һымаҡ, Ғайса ҡөҙрәт, ғәҙеллек, аҡыллылыҡ һәм мөхәббәт кеүек сифаттарҙы камил рәүештә күрһәткән. Беҙ Ғайсаның миҫалынан нимәгә өйрәнә алабыҙ? Әйҙәгеҙ, быны ҡарап сығайыҡ.
Ул Алла биргән ҡөҙрәтте башҡаларға ярҙам итер өсөн ҡулланған. Ғайса ысынлап та кешеләр хаҡында ҡайғыртҡан һәм уларҙың ихтыяждарын ҡәнәғәтләндерер өсөн үҙ ҡөҙрәтен бик теләп ҡулланған. Ул: «Кешеләрҙе йәлләйем... ашарҙарына бер нәмәләре лә юҡ», — тип әйткән (Марк 8:2). Шунан һуң Ғайса уны тыңларға килгән ҙур төркөм халыҡты мөғжизә эшләп туйындырған.
Ғайса шулай уҡ бөтә ерҙәрҙә «кешеләрҙе һәр төрлө ауырыуҙан һәм сирҙән һауыҡтырып», уларҙы өйрәтеп йөрөгән (Маттай 4:23). Әлбиттә, күптәр уға эйәргән һәм «һәр береһе, уға ҡағылып китергә тырышҡан, сөнки унан бөтәһен дә һауыҡтыра торған көс сығып торған» (Лука 6:19). Ысынлап та, Ғайса «үҙенә хеҙмәт итһендәр тип түгел, ә хеҙмәт итергә һәм күптәрҙе йолоп алыр өсөн үҙ йәнен бирергә тип килде» (Маттай 20:28). Бөгөн шундай фиҙаҡәрлек рухы күрһәткән күпме етәксе бар? a
Ул Алланың ғәҙеллеген сағылдырған. Ғайса Алланың ҡанундарын да үтәгән, уларҙың нигеҙендә ятҡан принциптар буйынса ла эш иткән. Ул Изге Яҙмаларҙа: «Эй Аллам, Һинең ихтыярыңа буйһонғом килә, Һинең ҡануның минең йөрәгемдә», — тип алдан әйтелгән һүҙҙәрҙең рухын сағылдырған (Мәҙхиә 39:9). Ғайса Алланан үрнәк алып, ярлылар һәм байҙар, ир-аттар һәм ҡатын-ҡыҙҙар, балалар һәм ололар менән ихтирамлы, уларға тигеҙ ҡарап, дәрәжәләрен төшөрмәйенсә мөғәмәлә иткән. Бер ваҡыт Ғайсаның шәкерттәре уның янына үҙ балаларын килтергән ата-әсәләрҙе шелтәләгәндәр. Әммә Ғайса: «Балаларҙы минең янға ебәрегеҙ, тотҡарламағыҙ уларҙы, сөнки Алла Батшалығы ошондайҙарҙыҡы», — тип әйткән (Марк 10:14).
Ул Алланың аҡыллылығын эштәрендә күрһәткән. Ғайса кеше тәбиғәтен бик яҡшы аңлаған. «Кеше күңелендә ни барлығын Ул Үҙе белә ине» (Яхъя 2:25). Ғайсаның дошмандары уны ҡулға алыр өсөн кешеләрҙе ебәргәс, хатта улар ҙа: «Ул кеше һөйләгән кеүек, берәүҙең дә һис ҡасан һөйләгәне юҡ», — тип танығандар. Ғайса шундай аҡыллылыҡҡа нисек эйә була алған һуң? Ул: «Минең ғилемем Үҙемдеке түгел, ә Мине Ебәреүсенеке», — тип аңлатҡан (Яхъя 7:16, 46).
Лука 5:12, 13; Марк 1:41, 42). Ғайса был яфаланған кешенең ғазаптарын ысын күңелдән еңеләйтергә теләгән.
Ул Алланың яратыуын сағылдырған. Ғайса шулай уҡ кешеләрҙе ҡыҙғанып, улар менән наҙлы мөғәмәлә иткән. «Бөтә тәне махаулы кеше» уға: «Рабби! Әгәр теләһәң, мине сәләмәтләндерә алыр инең», — тип ялбарған. «Ғайса уны йәлләне һәм ҡулын һуҙып уға ҡағылды ла: „Эйе, теләйем. Таҙарын!“ — тине. Сирленең махауы шунда уҡ бөттө һәм ул таҙарынды» (Ғайса һеҙҙең хаҡта ла ҡайғыртамы? Ул үҙе: «Эштән йонсоғандар, ауыр йөк күтәреп йөрөүселәр — һәммәгеҙ ҙә минең янға килегеҙ, һәм мин йәндәрегеҙҙе яңыртып ебәрермен. Минең ҡамытымды кейегеҙ һәм минән өйрәнегеҙ, сөнки мин йыуаш, баҫалҡы күңелле, һәм һеҙ йәндәрегеҙҙе яңыртырһығыҙ», — тип яуап биргән (Маттай 11:28, 29).
Ғайса — иң яҡшы Етәксе. Шуның өсөн ул беҙҙе: «Минән өйрәнегеҙ», — тип дәртләндерә. Һеҙ уның йылы саҡырыуын ҡабул итерһегеҙме? Шулай эшләһәгеҙ, һеҙ бәхетле тормош алып барасаҡһығыҙ.
a Йолом тураһында күберәк белер өсөн, «Һин мәңге йәшәй алаһың!» тигән китаптың 27-се дәресен ҡарағыҙ.