Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

10-СЫ БҮЛЕК

Ысын имандың дошманын фашлау

Ысын имандың дошманын фашлау

ЕРҘЕ барлыҡҡа килтереүҙән күпкә элек Йәһүә күктә фәрештәләрҙе яратҡан. Бер Алла ғына табыныуға лайыҡ булһа ла, күпмелер ваҡыт үткәс, бер фәрештә барыһының да уға табыныуын ныҡ теләй башлаған. Был теләккә бирелеп, ул Аллаға ҡаршы сыҡҡан. Шулай итеп ул Шайтан, йәғни «Дошман», булып киткән. Нисек Шайтан Аллаға ҡаршы сыҡҡан?

Шайтан Һауаны алдар өсөн, йыланды ҡулланған

Ул йылан аша һөйләшеп, Һауаны алдаған һәм Алланы тыңламаҫҡа ҡотортҡан. Шайтан мәкерлек менән Һауаның күңеленә шундай фекер һалған: Алла уны билдәле бер ағастан ашарға тыйып, унан яҡшы бер нәмәне йәшерә. Ул оятһыҙ рәүештә Алланы ялғансы тип атаған һәм Һауаны Алланың етәкселеген кире ҡағырға этәргән. Шайтан: «Алла шуны белә: ул ағастың емешен ашаһағыҙ, күҙегеҙ асыласаҡ та изгелек менән яуызлыҡты белгән Алла кеүек буласаҡһығыҙ», — тип әйткән (Башланмыш 3:5). Һауа аҡылһыҙ рәүештә Шайтандың ялғанына ышанған. Ул Алланың ҡанунын боҙған һәм Әҙәмде лә үҙ яғына ауҙарған. Шунан бирле Шайтан ысын иман тотоусыларҙың дошманы булып киткән. Һәм ул бөгөнгө көнгә тиклем һаман да кешеләрҙе алдай. Нисек итеп?

Ялған иман тарала

Шайтан кешеләрҙе алдар өсөн, ботҡа табыныуҙы һәм кешеләр уйлап сығарған йолаларҙы ҡуллана

Шайтан Исраил улдарының иманына тап төшөрөр өсөн, ботҡа табыныуҙы һәм кешеләр уйлап сығарған йолаларҙы ҡулланған. Исраилдарҙың дини етәкселәре «кеше уйлап сығарған ҡағиҙәләргә» өйрәткән, шуға күрә Ғайса, йәғни Мәсих, уларҙың ғибәҙәт ҡылыуҙары бушҡа ғына булған тип әйткән (Маттай 15:9). Был халыҡ Мәсихтән баш тартҡас, Алла ла уларҙан баш тартҡан. Ғайса уларға: «Алла Батшалығы һеҙҙән алынып, уның емешен килтереүсе халыҡҡа биреләсәк», — тип әйткән (Маттай 21:43). Шунан һуң Алланың илтифатынан Ғайсаның шәкерттәре файҙалана башлаған.

Хәҙер инде Шайтан Ғайсаның шәкерттәрен юлдан яҙҙырырға тырышҡан. Ул уңышҡа ирешкәнме? Нимә буласағын күрһәтер өсөн, Ғайса бер миҫал килтергән. Был миҫалда бер кеше баҫыуҙа яҡшы бойҙай сәскәне тураһында әйтелә. Һуңыраҡ дошман бойҙай араһына сүп үләнен сәсеп киткән. Бойҙай менән сүп үләне ураҡ өҫтө еткәнсе бергә үҫкәндәр. Шунан һуң сүп үләнен бойҙайҙан айырып, юҡ иткәндәр, ә бойҙайҙы хужаның һаҡлағысына йыйғандар.

Аҙаҡ Ғайса үҙенең шәкерттәренә был миҫалды аңлатып биргән. Сәсеүсе — ул үҙе. «Яҡшы орлоҡтар — ул Батшалыҡ улдары, сүп үләне — ул Яуыздың улдары, ә уны сәсеүсе дошман — Иблис. Ураҡ өҫтө — был донъя төҙөлөшөнөң тамамланыуы, ә урыусылар — фәрештәләр» (Маттай 13:38, 39). Ғайса үҙенең ысын шәкерттәрен бойҙай менән сағыштырған. Ләкин Шайтан Ғайсаның шәкерттәре араһына, сүп үләнен сәскәндәй, ялған шәкерттәрҙе «сәскән». Шулай итеп, Ғайса үҙе алдан әйткәнсә, уның үлеменән һуң быуаттар дауамында ялған шәкерттәр барлыҡҡа килеп торған. Улар мөртәттәрҙең тәғлимәттәрен, мәҫәлән, Троица тураһында тәғлимәтте, йәғни бер Алла өс шәхестән тора тигән фекерҙе, таратҡандар. Ялған шәкерттәр шулай уҡ ботҡа табына башлағандар һәм сәйәси эштәрҙә ҡатнашҡандар. Ҡайһы бер шәкерттәр генә Ғайсаның тәғлимәттәренә тоғро ҡалған.

Ысын иман һаҡланып ҡалған

Әммә, Ғайса аңлатҡанса, ахыр сиктә барыһы үҙгәрәсәк. Алланың фәрештәләре ысын имандары булмаған кешеләрҙе юҡ итеү өсөн айырып ҡуясаҡтар. Ул саҡта ысын иманды тотоусыларҙы билдәләү еңелерәк буласаҡ. Һөҙөмтәлә имандың беренсе дошманы, Шайтан Иблис, юҡ ителәсәк. Эйе, ысын иман тантана итәсәк!

Ләкин бөгөн ысын иманды тотҡан кешеләрҙе нисек билдәләп була? Был һорауға яуапты беҙ киләһе бүлектә ҡарап сығырбыҙ.

Алланың фәрештәләре ысын иманды тоторға теләгән кешеләрҙе эҙләйҙәр