11-СЕ БҮЛЕК
Ысын иманды тотҡан кешеләрҙе нисек билдәләргә?
БӨГӨН күп кешеләр үҙҙәрен иманлы кеше тип иҫәпләй. Әммә Ғайса өйрәткәнсә, ҡайһы бер кешеләр генә ысын иманға эйә буласаҡ. Ул: «Тар ҡапҡанан инегеҙ, сөнки һәләкәткә илтеүсе юл киң һәм иркен, һәм шул юлдан күптәр бара. Ә тормошҡа алып барыусы юл тар, ҡапҡаһы ла ҡыҫыҡ, һәм ул юлды ҡайһы берәүҙәр генә таба», — тип әйткән (Маттай 7:13, 14).
Бөгөн ысын иманды тотҡан кешеләрҙе нисек билдәләп була? Ғайса: «Уларҙы емештәренә ҡарап танырһығыҙ. [...] Һәр яҡшы ағас яҡшы емеш бирә, ә һәр насар ағас насар емеш бирә», — тип әйткән (Маттай 7:16, 17). Шулай итеп, ысын иман «яҡшы емеш» килтерә. Ул кешеләрҙе Алла хуплаған сифаттарҙы күрһәтергә дәртләндерә. Нисек улар был сифаттарҙы күрһәтә?
Улар көстәрен дөрөҫ ҡулланалар
Ысын иманды тотҡан кешеләр көстәрен һәм хакимлыҡтарын Алланы данлар өсөн һәм башҡаларға файҙа килтерер өсөн ҡулланалар. Ғайса: «Арағыҙҙа бөйөк булырға теләүсе һеҙгә хеҙмәтсе булһын», — тип өйрәткән (Марк 10:43). Шулай уҡ ысын иманға эйә булған ирҙәр өйҙәгеләре һәм башҡалар менән аяуһыҙ мөғәмәлә итмәйҙәр. Улар ҡатындарын ҡәҙерләйҙәр, хөрмәт итәләр һәм яратыу менән ихтыяждары тураһында ҡайғырталар. Изге Яҙмаларҙа: «Ирҙәр, ҡатындарығыҙҙы өҙлөкһөҙ яратығыҙ, уларға ҡырыҫ булмағыҙ», — тип әйтелә (Көләсәйҙәргә 3:19). «Ирҙәр, һеҙ ҙә ҡатындарығыҙҙы яҡшы аңларға тырышып бергә ғүмер итегеҙ. Ҡатын-ҡыҙҙар һеҙҙән көсһөҙөрәк, нәзәкәтле һауыт кеүек булғанға, уларҙы ихтирам итегеҙ, сөнки улар менән бергә һеҙ ҙә йомарт игелек күрһәтеп бирелгән тормош бүләген мираҫ итеп алаһығыҙ. Шул саҡта доғаларығыҙға тотҡарлыҡ булмаҫ» (1 Петер 3:7).
Икенсе яҡтан, ысын иманға эйә булған «ҡатын үҙ ирен тәрән хөрмәт итергә» тейеш (Эфестарға 5:33). Ҡатындарға «ирҙәрен, балаларын яратырға» кәрәк (Титусҡа 2:4). Ысын иманды тотоусы ата-әсәләр балалары менән ваҡыт үткәрәләр, уларҙы Алла ҡанундарына һәм принциптарына өйрәтәләр. Өйҙә лә, эштә лә, ҡайҙа ғына булһалар ҙа, улар кешеләргә ихтирам менән мөғәмәлә итәләр. Улар Изге Яҙмаларҙағы: «Бер-берегеҙгә ихтирам күрһәтеүҙә беренсе булығыҙ», — тигән кәңәш буйынса эш итә (Римлыларға 12:10).
Алланың хеҙмәтселәре Изге Яҙмаларҙағы: «Ришүәт алмағыҙ», — тигән әмерҙе үтәйҙәр (Сығыш 23:8). Улар бер ҡасан да табыш алыр өсөн дәрәжәләрен законһыҙ ҡулланмайҙар. Киреһенсә, улар башҡаларға, айырыуса мохтаж булғандарға, ярҙам итер өсөн мөмкинселектәр эҙләйҙәр. Улар бындай кәңәште ҡулланырға тырышалар: «Игелек ҡылығыҙ, үҙегеҙҙә булғанды башҡалар менән бүлешегеҙ. Быларҙы эшләргә онотмағыҙ, сөнки ундай ҡорбандар Алланы һөйөндөрә» (Еврейҙарға 13:16). Шулай эшләп, улар Ғайсаның: «Алыуға ҡарағанда биреүҙә бәхет күберәк», — тигән һүҙҙәренең хаҡлығын тоялар (Илселәр 20:35).
Улар Алланың ғәҙел нормалары буйынса йәшәйҙәр
Ысын иманды тотҡан кешеләр Алланың ҡанундарына теләп буйһоналар, һәм 1 Яхъя 5:3). Улар Изге Яҙмаларҙағы: «Хоҙайҙың йәндәрҙе төҙәтә торған ҡануны камил... Хоҙайҙың күңелде һөйөндөрә торған әмере ғәҙел, Хоҙайҙың күҙҙәрҙе яҡтырта торған васыяты яҡты», — тигән һүҙҙәр менән риза (Мәҙхиә 18:8, 9).
улар өсөн «уның әмерҙәре ауыр түгел» (Ысын иман уларҙы хөрәфәттәрҙең һәр төрөн кире ҡағырға дәртләдерә. Улар берәй расаны, илде йәки социаль төркөмдө башҡаларынан өҫтөн ҡуймайҙар, әммә, киреһенсә, Алланан үрнәк алалар. Ә «Алла кешеләрҙе айырмай, ләкин үҙенән ҡурҡыусыны һәм тәҡүәлек ҡылыусыны, ул ҡайһы ғына халыҡтан булмаһын, хуп күрә» (Илселәр 10:34, 35).
Ысын иман кешеләрҙе үҙҙәрен «бар яҡтан намыҫлы» тоторға дәртләндерә (Еврейҙарға 13:18). Ысын иманды тотоусы кеше шулай уҡ зарарлы ғәйбәт һөйләүҙән һәм яла яғыуҙан ҡаса. Алла хуплауына эйә булған кеше тураһында мәҙхиә йырлаусы Дауыт: «[Ул] теле менән ғәйбәт һөйләмәүсе, яҡынына уҫаллыҡ ҡылмаусы», — тип яҙған булған (Мәҙхиә 14:3).
Улар Алла аҡыллылығын сағылдыралар
Ысын иманды тотҡан кешеләрҙең ышаныуҙары тик Изге Яҙмаларға ғына нигеҙләнгән. Улар «бар Яҙма Алла тарафынан рухландырылған һәм өйрәтеү, фаш итеү, төҙәтеү, тәҡүәлек тәрбиәләү өсөн файҙалы» икәненә ышаналар (2 Тимутегә 3:16). Улар, башҡалар менән мөғәмәлә иткәндә, «саф, шулай уҡ тыныс, юл биреүсән, буйһонорға әҙер, шәфҡәт һәм игелекле емештәр менән тулы» булған «юғарынан килеүсе зирәклекте» сағылдыралар (Яҡуп 3:17). Улар Алла хупламаған йолаларҙы тотмайҙар, сихырсылыҡ менән шөғөлләнмәйҙәр һәм «боттарҙан һаҡланалар» (1 Яхъя 5:21).
Улар эскерһеҙ яратыу күрһәтәләр
Муса пәйғәмбәр: «Раббы Аллағыҙҙы бөтә йөрәгегеҙ, йәнегеҙ, көс-ҡеүәтегеҙ менән яратығыҙ», — тип әйткән (Ҡанун 6:5). Ысын иманды тотоусы кешеләр Алланы нәҡ шулай яраталар. Улар Алланың, Йәһүәнең, исемен хөрмәт итәләр. Шулай уҡ улар Йәһүәгә рәхмәттәрен белдерәләр һәм ышаныс менән «Уның исемен саҡыралар» (Мәҙхиә 104:1). Алланың хеҙмәтселәре «яҡыныңды үҙеңде яратҡан кеүек ярат» тигән әмерҙе үтәр өсөн тырышлыҡ һалалар (Левиттар 19:18). Улар йәбер-золомдо кире ҡағалар һәм «һәр кем менән тыныс, татыу йәшәр өсөн» көстәренән килгәнде эшләйҙәр (Римлыларға 12:18). Ысын иманды тотоусылар «һуғышырға башҡа өйрәнмәйҙәр», шуға күрә улар «ҡылыстарынан — төрәндәр, һөңгөләрҙән баҡса бысаҡтарын сүкеп яһай» тип әйтеп була (Ишағия 2:4). Шуға күрә улар «бер-береһен яратып», бөтә донъя ҡәрҙәшлегенә шатланып йәшәйҙәр (Яхъя 13:35). Һеҙ ундай кешеләрҙе беләһегеҙме?