ҺИГЕҘЕНСЕ БҮЛЕК
Ғаиләгеҙҙе зарарлы йоғонтонан һаҡлағыҙ
1—3. а) Ғаиләгә янаған зарарлы йоғонто ҡайҙан килә? б) Ғаиләне яҡлар өсөн, ата-әсәләргә ниндәй ҡараш үҫтерергә кәрәк?
ҺЕҘ улығыҙҙы мәктәпкә оҙатырға тораһығыҙ, әммә тышта ҡойма ямғыр яуа. Һеҙ нимә эшләрһегеҙ? Ямғырҙан һаҡланыу сараһы күрмәйенсә, улығыҙға тышҡа сығырға рөхсәт итерһегеҙме? Йә уны атлай ҙа алмаҫлыҡ итеп ҡат-ҡат кейендерерһегеҙме? Әлбиттә, һеҙ тегеһен дә, быныһын да эшләмәҫһегеҙ. Ямғырҙа һыуланмаһын өсөн, һеҙ уға тик кәрәкле нәмә генә бирерһегеҙ.
2 Тап ошо ямғыр яуған һымаҡ, балаларға төрлө яҡтан — күңел асыуҙар, киң мәғлүмәт саралары һәм ҡайһы саҡта хатта мәктәптә лә — зарарлы йоғонто яһала. Шуға күрә ата-әсәләргә, үҙ ғаиләһен яҡлар өсөн, дөрөҫ ҡарашта булырға кәрәк. Ҡайһы бер ата-әсәләр был яҡтан бик аҙ эшләй йә бөтөнләй бер нимә лә эшләмәй. Башҡалар иһә ситтән килгән һәр бер йоғонтоно зарарлы тип күрә, һәм уларҙың балалары артыҡ сикләү арҡаһында үҙҙәрен быуылған кеүек хис итә. Нисек алтын урталыҡ табырға һуң?
3 Бер сиктән икенсеһенә һуғылыу, файҙа итәһе урынға, бәләгә килтерергә мөмкин (Вәғәзсе 7:16, 17). Әммә ғаиләләрен яҡлар өсөн мәсихсе ата-әсәләргә нисек сама белеп эш итергә?
БАЛАЛАРЫҒЫҘҘЫ КЕМ ӨЙРӘТЕР?
4. Мәсихсе ата-әсәләр белемгә нисек ҡарарға тейеш?
4 Мәсихсе ата-әсәләр белемгә етди ҡарай. Улар шуны таный: бала мәктәптә уҡырға, яҙырға, аралашырға, ауырлыҡтарҙы еңергә өйрәнә. Тап мәктәптә бала өйрәнеү нимә икәнен аңлай. Мәктәптә үҫтерелгән һәләттәр балаға, тормош ауырлыҡтарына ҡарамаҫтан, уңышлы булырға ярҙам итә. Шулай уҡ
яҡшы белем ярҙамында ул оҫта эшсе булып китергә мөмкин (Ғибрәтле һүҙҙәр 22:29).
5, 6. Балалар мәктәптә енси яҡынлыҡ тураһында ниндәй боҙоп күрһәтелгән мәғлүмәт ишетә ала?
5 Әммә мәктәптә бала йәштәштәре менән дә аралаша. Ә уларҙың күбеһенең ҡараштары боҙоҡ. Мәҫәлән, уларҙың енси мөнәсәбәттәргә һәм әхлаҡлылыҡҡа ҡараштарын ғына алайыҡ. Нигерия илендә бер мәктәптәге аҙғын ҡыҙ синыфташтарына енси яҡынлыҡҡа ҡағылышлы кәңәштәр биргән. Был кәңәштәр порнографик әҙәбиәттән алынған юҡ-бар һүҙ булһа ла, улар ҡыҙыҡһынып тыңлаған. Ҡайһы бер ҡыҙҙар уның кәңәштәре буйынса эш иткән. Һөҙөмтәлә, бер ҡыҙ ауырға ҡалған һәм балаһын үҙе төшөрөргә маташҡанда имгәнеп үлеп киткән.
6 Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мәктәптә енси яҡынлыҡ
тураһында ялған мәғлүмәт йыш ҡына балаларҙан түгел, ә уҡытыусыларҙан килә. Күп ата-әсәләр аптырашта ҡала, сөнки мәктәптә балаларға әхлаҡи нормалар һәм яуаплылыҡ тураһында бер нимә лә аңлатып тормай енси мөнәсәбәттәр тураһында ғына һөйләйҙәр. «Беҙ бик диндар ерҙә, консерватив ҡарашлы кешеләр араһында йәшәйбеҙ. Әммә беҙҙең балаларға мәктәптә презерватив тараталар!» — тип һөйләй 12 йәшлек ҡыҙҙың әсәһе. Был ҡыҙға синыфташы яҡынлыҡ ҡылырға тәҡдим иткәс, ата-әсәһе борсола башлаған. Бындай зарарлы йоғонтонан ата-әсәләргә ғаиләләрен нисек яҡларға?
7. Енси тормошҡа ҡағылышлы дөрөҫ булмаған мәғлүмәткә нисек ҡаршы торорға?
7 Бәлки, бала менән енси яҡынлыҡ хаҡында бөтөнләй һөйләшмәҫкәлер? Юҡ. Уға үҙегеҙ енси тәрбиә бирегеҙ (Ғибрәтле һүҙҙәр 5:1). Ысынлап та, күп ата-әсәләр был темаға һөйләшергә ояла. Африкала йәшәгән бер атай: «Ундай һөйләшеүҙәр Африка мәҙәниәтенә хас түгел», — ти. Ҡайһы бер ата-әсәләр, балаға был турала һөйләһәк, уны әхлаҡһыҙлыҡ ҡылырға этәрербеҙ, тип уйлай. Ә Алла быға нисек ҡарай?
ЕНСИ МӨНӘСӘБӘТКӘ АЛЛАНЫҢ ҠАРАШЫ
8, 9. Изге Яҙмала енси мөнәсәбәткә ҡағылышлы ниндәй һорауҙар ҡарала?
8 Изге Яҙма енси мөнәсәбәт тураһында тейешле белем бирергә оялмаҫҡа кәрәк икәнен асыҡ күрһәтә. Израилдә Алла халҡы, шул иҫәптән балалар ҙа, Муса ҡанунын уҡығанды тыңлар өсөн, бергә йыйылырға тейеш булған (Ҡанун 31:10—12; Ешуа 8:35). Ҡанунда енси тормошҡа ҡағылышлы һорауҙар, мәҫәлән, күрем, ир-аттың орлоғо бүленеп сығыу, фәхешлек, зина ҡылыу, гомосексуализм, яҡын туған менән енси бәйләнеш һәм хайуандар менән енси мөнәсәбәткә инеү ҡаралған (Левиттар 15:16, 19; 18:6, 22, 23; Ҡанун 22:22). Шундай уҡыуҙарҙан һуң ата-әсәләргә, һис шикһеҙ, үҙҙәренең ҡыҙыҡһыныусан балаларына күп нәмәне асығыраҡ аңлатырға тура килгәндер.
9 Ғибрәтле һүҙҙәр китабының бишенсе, алтынсы һәм етенсе бүлектәренең ҡайһы бер өҙөктәрендә енси әхлаҡһыҙлыҡ килтергән зыян хаҡында атайҙарса яратыу сағылдырып әйтелә. Был өҙөктәр енси әхлаҡһыҙлыҡ ылыҡтырғыс булырға мөмкин икәнен күрһәтә (Ғибрәтле һүҙҙәр 5:3; 6:24, 25; 7:14—21). Әммә шул уҡ шиғырҙар, әхлаҡһыҙ эштәр дөрөҫ түгел һәм уларҙың эҙемтәләре аяныс, тип өйрәтә. Унда йәштәргә әхлаҡһыҙлыҡтан ҡасырға ярҙам иткән кәңәштәр килтерелә (Ғибрәтле һүҙҙәр 5:1—14, 21—23; 6:27—35; 7:22—27). Унан да бигерәк, Ғибрәтле һүҙҙәр китабында енси теләктәрҙе тейешенсә тик никахта ғына ҡәнәғәтләндерергә мөмкин икәненә баҫым яһала (Ғибрәтле һүҙҙәр 5:15—20). Балаларҙы өйрәтер өсөн ниндәй иҫ киткес өлгө!
10. Ни өсөн, Алла нормаларына тура килгән енси мөнәсәбәткә ҡағылышлы белем баланы әхлаҡһыҙ эштәргә этәрә, тип әйтеп булмай?
10 Ундай өйрәтеү баланы әхлаҡһыҙлыҡҡа этәрә, тип әйтеп буламы? Юҡ, киреһенсә, Изге Яҙмала: «Тәҡүәләрҙе белем ҡотҡара», — тип әйтелә (Ғибрәтле һүҙҙәр 11:9). Һеҙ балағыҙҙы был донъяның тәьҫиренән яҡларға теләмәҫ инегеҙме ни? Бер атай былай тип һөйләй: «Енси мөнәсәбәткә килгәндә, беҙ балаларыбыҙ менән сабый саҡтарынан уҡ асыҡ һөйләшергә тырыштыҡ. Шуға күрә улар, башҡа балаларҙың енси темаларға һөйләшкәнен ишеткәндә, кәрәгенән артыҡ ҡыҙыҡһынмай ине, сөнки улар өсөн был сер түгел ине».
11. Балаға нисек эҙмә-эҙлекле рәүештә енси тәрбиә бирергә була?
11 Алдағы бүлектәрҙә инде әйтеп кителгәнсә, балаға енси тәрбиәне бәләкәй сағынан уҡ бирергә кәрәк. Уға тән ағзаларының исемдәре хаҡында әйткәндә, енси ағзаларҙы урап үтмәгеҙ, тартынмайынса һөйләгеҙ. Балаға уларҙың дөрөҫ исемен әйтегеҙ. Үҫә төшкәс, уны әҙәп-әхлаҡ нормаларына өйрәтергә кәрәк. Ата-әсә балаһына енси ағзалар — ул махсус ағзалар, һәм башҡалар уларҙы күрергә һәм шул ағзаларға ҡағылырға тейеш түгел, һәм улар тураһында насар һөйләргә ярамай икәнен аңлатһа, яҡшы булыр ине. Бала ҙурая биреү менән, уға ҡатындың ирҙән нисек буйға ҡалыуы хаҡында һөйләргә кәрәк. Енси өлгөрөү ваҡыты етеүгә, бала инде үҙ организмында буласаҡ үҙгәрештәр хаҡында яҡшы белергә тейеш. 5-се бүлектә әйтелгәнсә, ундай тәрбиә баланы аҙҙырыуҙан яҡлай алыр (Ғибрәтле һүҙҙәр 2:10—14).
АТА-ӘСӘЛӘР ӨСӨН ӨЙ ЭШЕ
12. Балаларға мәктәптә йыш ҡына ниндәй дөрөҫ булмаған ҡараштар тағырға тырышалар?
12 Мәктәп программалары балаларға эволюция теорияһы, милләтселек идеяһы йәки абсолют хәҡиҡәт юҡ тигән дөрөҫ булмаған фекерҙәр тағырға тырыша. Ата-әсәләр шуға оҡшаш донъяуи фәлсәфәләргә ҡаршы торорға әҙер булырға тейеш. (1 Коринфтарға 3:19; Башланмыш 1:27; Левиттар 26:1; Яхъя 4:24; 17:17 менән сағыштырығыҙ.) Күп уҡытыусылар, иң яҡшы теләктәрҙән сығып, юғары белем алыуға сиктән тыш күп әһәмиәт бирә. Юғары йә башҡа өҫтәмә белем алырғамы, юҡмы — быны һәр кеше үҙе хәл итә, әммә ҡайһы бер уҡытыусылар юғары белемде тормошта уңышҡа ирешеү өсөн берҙән-бер сара тип иҫәпләй * (Зәбур 146:3—6).
13. Мәктәпкә йөрөгән балаларҙы дөрөҫ булмаған ҡараштарҙан нисек яҡлап була?
13 Насар һәм дөрөҫ булмаған ҡараштарға ҡаршы торор өсөн, ата-әсәләр балаларын мәктәптә нимәгә өйрәткәндәрен теүәл белергә тейеш. Шулай итеп, ата-әсәләр, һеҙҙең дә өйгә эшегеҙ бар! Балаларығыҙҙың уҡыуы менән эскерһеҙ ҡыҙыҡһынығыҙ. Мәктәптән һуң улар менән һөйләшегеҙ: нимәгә өйрәнгәндәрен, ниндәй дәрестәрҙе күберәк яратҡандарын, ә ниндәйҙәре уларға ауырыраҡ бирелгәнен һорашығыҙ. Өйгә бирелгән эштәрен, яҙыуҙарын һәм контроль эш һөҙөмтәләрен ҡарап барығыҙ. Уҡытыусылары менән танышырға тырышығыҙ, хеҙмәттәрен ҡәҙерләүегеҙ һәм уларға хәлегеҙҙән килгәнсә ярҙам итергә теләүегеҙ хаҡында белдерегеҙ.
БАЛАҒЫҘҘЫҢ ДУҪТАРЫ
14. Ни өсөн яҡшы дуҫ һайлау бала өсөн бик мөһим?
14 «Һине быға кем өйрәтте?» Күпме атай-әсәй, балаһының бөтөнләй көтөлмәгән һүҙҙәренән һәм ҡылыҡтарынан ҡото осоп, ошо һорауҙы бирә! Һәм йыш ҡына улар, мәктәптәге йә күршеләге яңы дуҫым шулай эшләй, тигән яуап ишетә. Эйе, беҙ йәшме, ҡартмы, дуҫтарыбыҙ беҙгә ныҡ тәьҫир итә. Илсе Павел былай тип киҫәткән: «Алданмағыҙ: „аҙғын кешеләр менән аралашыу яҡшы әхлаҡты боҙа“» (1 Коринфтарға 15:33; Ғибрәтле һүҙҙәр 13:20). Үҫмер тиҫтерҙәренең баҫымына бигерәк тә тиҙ бирелеүсән була. Сөнки үҫмерҙәр, ғәҙәттә, үҙ-үҙенә ышанмай, һәм ваҡыт-ваҡыт уларҙы дуҫтарына оҡшау, ярау теләге солғап алырға мөмкин. Шуға күрә яҡшы дуҫтар һайлау үтә мөһим!
15. Ата-әсәләр балаларына дуҫтар һайларға нисек ярҙам итә ала?
15 Балаларҙың ҡайһы саҡта яҡшы дуҫтар һайламағанын бөтә ата-әсәләр ҙә белә, шуға күрә был йәһәттән уларға ярҙам кәрәк. Әммә улар урынына һайлау яһау дөрөҫ булмаҫ. Бала үҫә төшкән һайын, уны һиҙгер булырға өйрәтегеҙ һәм дуҫтарҙа ниндәй сифаттарҙы баһаларға кәрәк икәнен аңлата барығыҙ. Иң мөһим сифат — ул Йәһүәне яратыу һәм ул ҡушҡанса йәшәү (Марк 12:28—30). Балағыҙҙы намыҫлы, игелекле, йомарт, тырыш кешеләрҙе яратырға һәм хөрмәт итергә өйрәтегеҙ. Ғаилә өйрәнеүе ваҡытында балаға Изге Яҙмала иҫкә алынған кешеләрҙә шундай сифаттарҙы танырға, ҡәрҙәштәрҙә күрергә ярҙам итегеҙ. Үҙегеҙгә дуҫтар һайлағанда был принциптарҙы ҡулланып, балағыҙға өлгө була алаһығыҙ.
16. Ата-әсәләр балаһының ниндәй дуҫтар менән аралашҡанын нисек тикшерә ала?
16 Балағыҙҙың дуҫтарын беләһегеҙме? Улар менән яҡынданыраҡ танышыр өсөн, балағыҙға уларҙы өйгә килтереп йөрөтөргә рөхсәт итһәгеҙ, яҡшы булыр. Балағыҙҙан уның дуҫтары тураһында башҡа балалар ниндәй фекерҙә икәнен һорашығыҙ. Улар намыҫлымы йәиһә ике төрлө тормош алып барамы? Әгәр улар ике төрлө тормош алып бара икән, шундай аралашыу ниндәй зыян килтереүе хаҡында балағыҙ менән фекер алышығыҙ (Зәбур 26:4, 5, 9—12). Балағыҙҙың тәртибендә, кейемендә, фекер йөрөтөү рәүешендә, телмәрендә насар үҙгәрештәр абайлап ҡалһағыҙ, уның менән, бәлки, дуҫтары тураһында һөйләшеп алырға кәрәк булыр. Ихтимал, балағыҙ үҙенә насар яҡтан тәьҫир иткән дуҫ менән ваҡыт үткәрәлер. (Башланмыш 34:1, 2 менән сағыштырығыҙ.)
17, 18. Балаларға насар аралашыуҙан ҡасырға ярҙам итеүҙән тыш, ата-әсәләр ниндәй ғәмәли ярҙам күрһәтә ала?
17 Ләкин балаларҙы насар аралашыуҙан ҡасырға өйрәтеү генә әҙ. Уларға яҡшы дуҫтар табырға ярҙам итегеҙ. Бер атай кеше былай ти: «Беҙ һәр ваҡыт алмашҡа ниҙер уйлап сығарырға тырышабыҙ. Шулай бер саҡ, мәктәптә улыбыҙҙы футбол командаһына яҙылырға саҡырҙылар. Быны белгәс, ҡатыным менән ултырып улыбыҙ менән һөйләшергә булдыҡ һәм был тәҡдим әллә ни яҡшы түгел икәнен уға аңлатырға тырыштыҡ, сөнки унда яңы иптәштәр менән аралашырға тура киләсәк. Әммә шунан һуң беҙ уға йыйылышыбыҙҙан бер нисә баланы саҡырып паркка футбол уйнарға йөрөргә тәҡдим иттек. Шулай итеп мәсьәлә хәл ителде».
18 Аҡыллы ата-әсәләр балаларына яҡшы дуҫтар табырға һәм улар менән дөрөҫ итеп ваҡыт үткәрергә ярҙам итә. Әммә күп кенә ата-әсәләр өсөн күңел асыуҙар хаҡындағы һорау ҡатмарлы мәсьәлә булып тора.
НИСЕК КҮҢЕЛ АСЫРҒА?
19. Изге Яҙмалағы ниндәй миҫалдар күңел асыу гонаһ түгел икәнен күрһәтә?
19 Изге Яҙмала күңел асыу хөкөм ителәме? Һис тә юҡ! Унда: «Көлөү ваҡыты бар... һәм бейеү ваҡыты бар» *, — тип әйтелә (Вәғәзсе 3:4). Боронғо Израилдә Алла халҡы музыка, бейеү, уйындар һәм йомаҡтар яратҡан. Ғайса Мәсих ҙур туйҙа ҡатнашҡан һәм Матфей Левий ойошторған «оло табын»да булған (Лука 5:29; Яхъя 2:1, 2). Эйе, Ғайса башҡаларҙың кәйефен боҙоп йөрөүсе кеше булмаған. Һеҙ ҙә ғаиләлә уйын-көлкөнө һәм күңел асыуҙы гонаһҡа һанамағыҙ!
20. Ата-әсәләр, ғаиләнең ялын ойошторғанда, нимәне иҫтә тоторға тейеш?
20 Йәһүә — «мөбәрәк Алла» (1 Тимофейға 1:11). Тимәк, уға ғибәҙәт ҡылыу кешене шатлыҡтан мәхрүм итергә тейеш түгел, ә, киреһенсә, ҡәнәғәтлек килтерергә тейеш. (Ҡанун 16:15 менән сағыштырығыҙ.) Балалар үҙ тәбиғәте буйынса шат күңелле. Ташып торған көсөн улар, ғәҙәттә, уйнап һәм күңел асып сарыф итә. Әммә яҡшы әҙерләнгән күңел асыу үҙ эсенә уйын-көлкөнән күберәкте ала. Күңел асҡанда бала өйрәнә, етлегә. Ғаилә башлыҡтары өйҙәгеләрен бөтә яҡтан тәьмин итеү, шул иҫәптән уларҙың ялын ойоштороу өсөн яуаплы. Әммә һәр нәмәлә сама белеү кәрәк.
21. Бөгөнгө күңел асыуҙар тураһында әйткәндә, ниндәй «һыу аҫты таштары» осрарға мөмкин?
21 Был хәүефле һуңғы көндәрҙә, Изге Яҙмала пәйғәмбәрлек ителгәнсә, донъя «Алланы яратыуға ҡарағанда кәйеф-сафаға нығыраҡ бирелгән» кешеләр менән тулған (2 Тимофейға 3:1—5). Күп кешеләрҙең тормошонда күңел асыу иң мөһим урын алып тора. Өҫтәүенә, заманса күңел асыуҙарҙың күбеһенә әхлаҡһыҙлыҡ, ҡанһыҙлыҡ хас, ә наркотиктар ҡулланыу һәм башҡа үтә лә зыянлы эштәр яраҡлы тип күрһәтелә (Ғибрәтле һүҙҙәр 3:31). Баланы ундай зыянлы күңел асыуҙарҙан яҡлар өсөн, нимә эшләп була?
22. Күңел асыуҙарға килгәндә, ата-әсәләр нисек балаларын аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итергә өйрәтә ала?
22 Ата-әсәләр билдәле сиктәр ҡуйырға тейеш. Унан да бигерәк, баланы файҙалы күңел асыуҙы зыянлыһынан айырырға һәм сама белергә өйрәтергә кәрәк. Бының өсөн ваҡыт һәм тырышлыҡ талап ителә. Ике улы булған бер атай миҫалын ҡарап сығайыҡ. Ул ҙур улының йыш ҡына яңы радиостанция тапшырыуҙарын тыңлағанына иғтибар иткән. Бер көн машинала эшкә барғанда ул, радионы шул тулҡынға көйләп, тыңлап ҡарарға булған. Ара-тирә машинаһын туҡтатып, ул ҡайһы бер йырҙарҙың һүҙҙәрен яҙып алған. Өйгә ҡайтҡас, малайҙары менән ишеткәндәре хаҡында фекер алышҡан. Һөйләшеү барышында «һеҙ нисек уйлайһығыҙ?» тип башланған һорауҙар биреп, улдарының яуаптарын түҙемлек менән тыңлаған. Изге Яҙма нигеҙендә аралашҡандан һуң малайҙары был станцияны башҡаса тыңламаҫҡа булған.
23. Ата-әсәләр балаларын нисек зыянлы күңел асыуҙарҙан яҡлай ала?
23 Зирәк ата-әсәләр балаларын ниндәй музыка, телетапшырыуҙар, фильмдар, видеоуйындар ҡыҙыҡһындырғанын һәм уларҙың социаль селтәрҙәрҙе нисек ҡулланғанын тикшерә. Улар дисктарҙың тышлығына, йырҙарҙың һүҙҙәренә, фильмдарҙың интернетта яҙылған ҡыҫҡаса йөкмәткеһенә иғтибар итә һәм шул фильмдарҙың өҙөктәрен үҙҙәре ҡарап сыға. Балаларға тәғәйенләнгән ҡайһы бер «күңел асыуҙар» бөгөн күптәрҙе шаҡ ҡатыра. Үҙ балаларын зарарлы йоғонтонан яҡларға теләгән ата-әсәләр, бергә ултырып, «Күҙәтеү манараһы», «Уянығыҙ!» тигән журналдар һәм Изге Яҙма нигеҙендә теге йәки был күңел асыуҙың ҡурҡыныс яҡтары хаҡында улар менән фекер алыша *. Ата-әсәләр билдәле сиктәр ҡуйһа, эҙмә-эҙлекле булһа һәм аҡыллы эш итһә, был, ғәҙәттә, яҡшы һөҙөмтәләргә килтерә (Матфей 5:37; Филиптарға 4:5, ЯДТ).
24, 25. Ғаилә менән файҙалы ял итеү төрҙәрен әйтеп бирегеҙ.
24 Әлбиттә, балаларҙың зыянлы күңел асыуҙарҙа ҡатнашыуын тыйыу эштең башы ғына. Насар күңел асыуҙарҙы яҡшылары менән алмаштырырға кәрәк, юғиһә балаларҙың дөрөҫ булмаған юлға баҫыуы бар. Күп ғаиләләр тәбиғәткә сығыу, бергәләп саф һауала йөрөү, походҡа барыу, төрлө уйындар уйнау, спорт менән шөғөлләнеү, дуҫтарға йә туғандарға ҡунаҡҡа барыу һымаҡ бергәләшеп ял итеүҙе йылы һәм шатлыҡлы хистәр менән иҫкә төшөрә. Башҡалар иһә бергә йыйылышып китап уҡыуҙан кинәнес таба. Бүтәндәре төрлө мәҙәктәр, ҡыҙыҡлы хикәйәләр һөйләргә ярата. Өсөнсөләренең берәй яратҡан уртаҡ эше бар, мәҫәлән, ағас семәрләү һәм башҡа шөғөлдәр, шулай уҡ ниндәйҙер музыка ҡоралында уйнау, һүрәт төшөрөү йәки Алланың барлыҡҡа килтергән нәмәләрен өйрәнеү. Шундай шөғөлдәрҙе яратырға өйрәнгән балалар зыянлы күңел асыуҙан яҡланған була. Улар шуны аңлай: үҙеңә ҡатнашыу күҙәтеп ултырыуға ҡарағанда күпкә ҡыҙығыраҡ.
25 Дуҫтар менән бергә йыйылыу ҙа яҡшы ял итеү төрҙәренең береһе булып тора. Ундай осрашыу ололар ҡарамағында булһа, үтә оҙаҡҡа һуҙылмаһа һәм унда ҡунаҡтар артыҡ күп булмаһа, балаларығыҙ бик күп шатлыҡ алыр. Ә иң мөһиме, ундай осрашыу йыйылыштағы яратыу бәйләнештәрен нығытыр (Лука 14:13, 14 менән сағыштырығыҙ; Йәһүҙә 12).
ҒАИЛӘГЕҘ ДОНЪЯНЫ ЕҢӘ АЛА
26. Ниндәй сифат ғаиләне зарарлы йоғонтонан яҡлар тураһында әйткәндә, иң мөһим?
26 Һис шикһеҙ, ғаиләгеҙҙе зарарлы йоғонтонан яҡлар өсөн, бик күп тырышлыҡ һалырға кәрәк. Әммә уңышҡа ирешергә барыһынан да бигерәк нимә ярҙам итәсәк? Яратыу сифаты! Яратыу һәм тығыҙ мөнәсәбәттәр ғаиләлә именлек булдырырға ярҙам итә, шулай уҡ асыҡ аралашыу өсөн яҡшы шарттар тыуҙыра. Ә был, үҙ сиратында, ғаиләне зарарлы йоғонтонан яҡлай. Әммә Йәһүәгә ҡарата яратыу үҫтереү тағы ла мөһимерәк. Ғаиләнең һәр ағзаһы шундай яратыу сағылдырһа, балалар донъяның тәьҫиренә бирелеп Алланы рәнйетеү генә түгел, хатта рәнйетеү тураһындағы фекерҙе лә нәфрәт итер. Йәһүәне ысын күңелдән яратҡан ата-әсәләр уның яратыуын, аҡыллылығын һәм сама белеп эш итеүен өлгө итеп алыр (Ефестарға 5:1; Яҡуб 3:17). Ата-әсәләр шулай эш итһә, балалар Йәһүәгә ғибәҙәт ҡылыуҙы ҡәтғи ҡағиҙәләр исемлеге йәки шатлыҡ һәм көлөүҙән мәхрүм иткән һәм барырға ауыр булған тормош юлы тип һанамаҫ. Киреһенсә, улар Аллаға ғибәҙәт ҡылыу — иң бәхетле, иң мәғәнәле тормош юлы икәнен аңлар.
27. Ғаилә донъяны нисек еңә ала?
27 Дөрөҫ ҡараш һаҡлаған, Йәһүәгә берҙәмлектә хеҙмәт иткән һәм был донъяның йоғонтоһона бирелмәй «тапһыҙ, кәмселекһеҙ» йәшәргә тырышҡан бәхетле ғаиләләрҙе күреү, һис шикһеҙ, уның йөрәген шатландыра (2 Петр 3:14; Ғибрәтле һүҙҙәр 27:11). Ундай ғаиләләр Ғайсанан үрнәк ала, ә ул Шайтандың үҙен аҙҙырыр өсөн һалған һәр тырышлығын кире ҡаҡҡан. Үлеме алдынан Ғайса: «Мин донъяны еңдем!» — тип әйтә алған (Яхъя 16:33). Һеҙҙең дә ғаиләгеҙ донъяны еңһен һәм мәңге шатланып йәшәһен!
^ Өҫтәмә белем тураһындағы һорау Йәһүә шаһиттары тарафынан баҫтырылған «Йәһүә шаһиттары һәм мәғариф» тигән брошюраның (урыҫ) 4—7-се биттәрендә ҡарала.
^ Бында ҡулланылған «көлөргә» тигән еврей һүҙе шулай уҡ «уйнарға», «берәй кемгә күңел асырға тәҡдим итергә», «байрам итергә» һәм хатта «кәйеф-сафа ҡорорға» тигәнде лә аңлатырға мөмкин.
^ Йәһүә шаһиттары тарафынан баҫтырыла.