Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Һуңғы бит

Һуңғы бит

ҒАИЛӘ — ерҙәге иң боронғо ҡоролош, әммә ул бөгөн аяныс хәлдә. Үҫмерҙәр араһында наркомания һәм әхлаҡһыҙлыҡ ҡот осҡос тиҙлек менән тарала, айырылышыуҙар һәм ғаиләлә көс ҡулланыу киң ҡолас ала, тулы булмаған ғаиләләр һаны артҡандан-арта бара... Был күренештәр йәмғиәт өсөн ысын мәғәнәлә афәткә әйләнде. Шуға күрә урынлы һорау тыуа: ғаилә ҡоролошо, ғөмүмән, һаҡланып ҡалырмы?

Бөгөнгө ғаиләлә хәстәрлек, яҡлау һәм таяныс табып буламы? Әгәр ғаилә ағзалары ғаилә бәхетенең сере ниҙә икәнен белһә, был мөмкин. Был сер йәшерен түгел. Ул быуаттар дауамында һыналған, һәм уны ҡулланған кешеләргә ул һәр саҡ файҙа килтергән. Был сер нимәлә? «Ғаилә бәхетенең сере» тигән китапта ошо һорауға яуап бирелә. Бынан тыш был китапта тормоштан алынған миҫалдар ҙа бар. Шул миҫалдарҙан күренеүенсә, был «сер» ғаиләгә һәр төрлө ауырлыҡты еңергә ярҙам итә. Ундай кәңәштәргә мохтаж булмаған кеше бармы ни?