Ендәр — үлтереүселәр!
Шайтан һәм уның ендәре һәр ваҡытта ла рәхимһеҙ һәм ҡурҡыныс булған. Боронғо заманда Шайтан тоғро Әйүптең бөтә малын һәм хеҙмәтселәрен юҡ иткән. Шунан ул, Әйүптең балалары йыйылған йортҡа «көслө ел» ебәреп, уның ун балаһын да һәләк иткән. Һуңғараҡ Әйүптең үҙен «баш түбәһенән аяҡ табанына тиклем һыҙлап торған эренле яралар» менән ҡаплаған (Әйүп 1:7—19; 2:7).
Ғайса көндәрендә ендәр кешеләрҙе телһеҙ һәм һуҡыр иткән (Матфей 9:32, 33; 12:22). Улар бер ир-атты үҙ-үҙенә таш менән һуғып, тәненә яралар яһарға этәргән (Марк 5:5). Ә бер егетте ҡысҡырырға мәжбүр иткән, уны «ергә атып бәргән» һәм уның «тәне ҡороша башлаған» (Лука 9:42).
Шайтан һәм уның ендәре бөгөн дә элекке ваҡыттарҙағы кеүек үк мәрхәмәтһеҙ. Күктән ергә ырғытылған ваҡыттан алып, улар тағы ла яуызыраҡ булып киткән. Донъяның төрлө ерҙәренән килгән хәбәрҙәр уларҙың ни тиклем ҡанһыҙ икәнен күрһәтә. Берәүҙәрҙе улар ауырыу менән яфалай, икенселәрҙе ҡурҡыныс төштәр күрһәтеп, йоҡонан яҙҙыра. Ә өсөнсөләрҙе иһә енси яҡтан борсой. Улар шулай уҡ кешеләрҙе аҡылдан яҙҙыра, кемделер үлтерергә йә үҙ-үҙенә ҡул һалырға этәрә.
Суринамда йәшәгән Линтина һөйләүенсә, ен йәки яуыз рух уның 16 туғанын үлтергән, ә үҙен 18 йыл буйы физик һәм психик яҡтан ғазаплаған. Ендәргә «ҡорбандарының яфаланыуын күреү ләззәт килтергәнен» Лентина үҙ тәжрибәһендә татыған.
Әммә Йәһүәнең үҙ хеҙмәтселәрен Шайтан һөжүменән яҡларға көсө етә (Ғибрәтле һүҙҙәр 18:10).