Нисек яҡшы дуҫтар табырға?
8-СЕ ДӘРЕС
Нисек яҡшы дуҫтар табырға?
«Асыуым килгәндә, барыһын да берәйһенә һөйләп биргем килә. Йәнем көйгән саҡта, кемдең дә булһа: „Барыһы ла рәтләнер“, — тип әйтеүен теләйем. Ә бәхетле сағымда шатлығымды берәйһе менән бүлешергә ашығам. Тормошомдо дуҫтарҙан башҡа күҙ алдыма ла килтерә алмайым!» (Бриттани)
БАЛАЛАРҒА уйнар өсөн иптәш кәрәк, ә ололарға дуҫтар кәрәк. Бында ниндәй айырма бар?
Уйын буйынса иптәш менән һин тик ваҡыт ҡына үткәрәһең.
Дуҫ менән иһә үҙең өсөн иң мөһим булған нәмәләр менән уртаҡлашаһың.
Улай ғына ла түгел, Изге Яҙмала әйтелгәнсә, «ысын дуҫтың яратыуы һис ҡасан һүрелмәй, бәхетһеҙлеккә осрағанда уға яҡын туғаныңа таянғандай таянып була» (Ғибрәтле һүҙҙәр 17:17). Бында ҡомда уйнап ултырған сабыйҙар араһындағы бәйләнеш менән сағыштырғанда, күпкә тәрәнерәк мөнәсәбәттәр һүрәтләнә.
Факт. Үҫә килгән һайын һиңә ошондай дуҫтар кәрәк:
1) яҡшы сифаттарға эйә булған;
2) юғары нормаларҙы тотоп йәшәгән;
3) үҙеңә ыңғай тәьҫир иткән.
Һорау. Ошо талаптарға тура килгән дуҫтарҙы нисек табырға һуң? Әйҙә, ҡарап сығайыҡ.
Дуҫлыҡ өсөн 1-се шарт: яҡшы сифаттар
Һиңә нимәне белергә кәрәк. Үҙен һинең дуҫың тип атаған һәр кем ысынында һиңә дуҫ түгел. Изге Яҙмала былай тиелә: «Ҡайһы бер иптәштәр бер-береһен ботарлап ташларға әҙер» (Ғибрәтле һүҙҙәр 18:24). Бында бигерәк арттырып ебәрелгән, тиерһеңме? Әммә һинең осраҡта ла, бәлки, ошондай хәл булғандыр: дуҫым тип һанаған кеше бары тик һинең менән файҙаланған, артыңда ғәйбәт һөйләп йөрөгән, һинең хаҡта имеш-мимеш таратҡан. Уның шулай ҡыланыуы, моғайын, уға ышанысыңды ныҡ ҡаҡшатҡандыр a. Иҫеңдә тот: дуҫтар хаҡында әйткәндә — бер булһын, берәгәйле булһын.
Нимә эшләп була. Өлгө алырҙай сифаттары булған кешеләр менән дуҫлаш.
«Әхирәтем Фиона хаҡында тик яҡшыны ғына һөйләйҙәр! Мин дә уның кеүек булырға теләйем. Шундай дуҫым булыуына мин бик шат» (Иветт, 17 йәш).
Түбәндәге йөкләмәне үтә.
1. Галаттарға 5:22, 23-тө уҡы.
2. Үҙеңдән былай тип һора: «Минең дуҫтарымдың „рух емешенә“ ингән сифаттары бармы?»
3. Ошонда иң яҡын дуҫтарыңды һанап кит. Һәр исем ҡаршыһына шул дуҫыңдың төп сифатын яҙып ҡуй.
Исем
․․․․․
Сифат
․․․․․
Уйланыр өсөн. Әгәр иҫеңә тик тиҫкәре сифаттар ғына төшә икән, моғайын, яңы дуҫтар эҙләргә ваҡыт еткәндер.
Дуҫлыҡ өсөн 2-се шарт: юғары нормалар
Һиңә нимәне белергә кәрәк. Әгәр дуҫтар таба алмаһаң, кеше айырып тормай, осраған береһе менән аралашып, насар кешегә тап булыуың бар. Изге Яҙмала: «Аҡылһыҙҙар менән аралашыусы зыян күрер», — тиелә (Ғибрәтле һүҙҙәр 13:20). «Аҡылһыҙҙар» тигән һүҙ түбән интеллектлы йә насар уҡыған кеше тигәнде аңлатмай. Һүҙ аҡыллы дәлилдәрҙе кире ҡағыусылар һәм әхлаҡи нормаларҙы һанға һуҡмаусылар хаҡында бара. Билдәле бер шағир әйткәнсә, «теләһә кем менән булғансы, яңғыҙ булыуың яҡшыраҡ»!
Нимә эшләп була. Үҙең менән аралашырға теләгән һәр кем менән дуҫлашырға ашыҡма, аҡыл менән эш ит (Зәбур 26:4). Был, әлбиттә, кешеләр хаҡында тиҫкәре фекерҙә булырға тигәнде аңлатмай. Аҡыл менән эш итеү «тәҡүә һәм яуыз кеше араһындағы айырманы, Аллаға хеҙмәт иткән һәм хеҙмәт итмәгән кеше араһындағы айырманы» күрә белеүҙе аңлата» (Малахи 3:18).
«Мин атай-әсәйемә тиҫтерҙәрем араһынан рухи ҡарашлы дуҫтар табырға ярҙам иткәндәре өсөн бик тә рәхмәтлемен» (Кристофер, 13 йәш).
Түбәндәге һорауҙарға яуап бир:
Дуҫтарым мине берәй алама эшкә тартыр тип ҡурҡмайыммы?
□ Эйе
□ Юҡ
Дуҫтарым атай-әсәйемә оҡшамай ҡуйыр тип, мин уларҙы атай-әсәйемдән йәшерәмме?
□ Эйе
□ Юҡ
Уйланыр өсөн. Әгәр ошо һорауҙарға «эйе» тип яуап бирһәң, дуҫтарҙы юғары әхлаҡи нормаларға ярашлы йәшәгән һәм мәсихсе йыйылышта яҡшы абруйға эйә булғандар араһынан эҙлә.
Дуҫлыҡ өсөн 3-сө шарт: ыңғай тәьҫир
Һиңә нимәне белергә кәрәк. Изге Яҙмала: «Аҙғын кешеләр менән аралашыу яҡшы әхлаҡты боҙа», — тиелгән (1 Коринфтарға 15:33). Лорен исемле бер ҡыҙ былай ти: «Класташтарымдың мин улар кеүек булһам ғына, минең менән дуҫлашасағын аңлай инем. Мин яңғыҙ инем. Шуға ла, улар мине үҙ итеп күрһен өсөн, уларға оҡшаш булырға тырыштым». Лорен шуны аңлаған: башҡаларҙың баҫымына бирешеп, уларға эйәрһәң, улар һине үҙҙәре теләгән яҡҡа бороп йөрөтә башлай. Һин шундай мөнәсәбәткә лайыҡмы ни?
Нимә эшләп була. Һине үҙ ҡурайына бейетергә тырышыусылар менән араңды өҙ. Һөҙөмтәлә, дуҫтарың, бәлки, әҙерәк булыр, әммә үҙеңде нығыраҡ ихтирам итә башларһың һәм һиңә ыңғай тәьҫир итерҙәй ысын дуҫтар таба алырһың (Римдарға 12:2).
«Минең дуҫым Клинт төплө һәм аңлаусан. Мин уға һәр саҡ таяна алам» (Джейсон, 21 йәш).
Үҙеңдән һора:
Дуҫтарыма ярарға тырышыуым арҡаһында кейенеү, һөйләү һәм үҙ-үҙемде тотоу рәүешем насар яҡҡа үҙгәрмәнеме?
□ Эйе
□ Юҡ
Үҙем бығаса бер ҡасан да барырға уйламаған шикле урындарға дуҫтарым ыңғайына ғына йөрөмәйемме?
□ Эйе
□ Юҡ
Уйланыр өсөн. Әгәр ошо һорауҙарға «эйе» тип яуап бирһәң, атай-әсәйеңдән йә башҡа берәй оло кешенән кәңәш һора. Йәһүә шаһиты булһаң, йыйылыш өлкәненә өндәшеп, үҙеңә яҡшы тәьҫир итерҙәй дуҫ табырға ярҙам итеүен һорай алаһың.
[Төшөрмә]
a Әлбиттә, яңылышмаған кеше юҡ (Римдарға 3:23). Шуға күрә, әгәр дуҫың һине рәнйетһә, ләкин һуңынан эскерһеҙ үкенһә, шуны онотма: «мөхәббәт булған ерҙә күп гонаһтар кисерелә» (1 Петр 4:8).
ТӨП АЯТ
«Бер туғандан да яҡыныраҡ дуҫ була». Ғибрәтле һүҙҙәр 18:24
КӘҢӘШ
Юғары нормаларға ярашлы йәшәргә тырыш һәм һинең үҙеңә лә шундай уҡ кешеләр тартылыр. Шул саҡта һинең иң яҡшы дуҫтарың булыр!
БЕЛӘҺЕҢМЕ...
Алла кеше айырмай, ләкин «сатырында кем ҡунаҡ була ал[ыуын]» бик ентекле һайлай (Зәбур 15:1—5).
ҺИН ПЛАН ТӨҘӨ!
Яҡшы дуҫтар табыр өсөн, мин... ․․․․․
Мин яҡыныраҡ танышырға теләгән (үҙемдән олораҡ булған) кешеләр: ․․․․․
Атай-әсәйемә бирергә теләгән һорауҙар: ․․․․․
ҺИН НИСЕК УЙЛАЙҺЫҢ?
● Дуҫтарыңдың ниндәй сифаттары һиңә нығыраҡ оҡшай һәм ни өсөн?
● Яҡшы дуҫ булыр өсөн, үҙеңдә ниндәй сифаттар үҫтерергә кәрәк?
[Өҫтәмә текст]
«Атай-әсәйем ҡайһы бер таныштарымдан алыҫыраҡ торорға кәңәш биргәндә, уларҙың һүҙенә ҡолаҡ һалмай инем. Мин, уларҙан да яҡшыраҡ дуҫтарҙы табып булмай, тип уйлай торғайным. Әммә атай-әсәйем хаҡлы булып сыҡты. Шуны аңлағас ҡына, тирә-яғымда яҡшы дуҫ булырлыҡ бына тигән егеттәр күп икәнен күрҙем» (Коул)
[Рамка]
Ошолай эшләп ҡара
Атай-әсәйең менән һөйләш. Йәш саҡтарында улар кемдәр менән дуҫлашҡан? Берәйһе менән яҡын дуҫлашыу арҡаһында уларға үкенергә тура килмәгәнме? Тура килһә, ни өсөн? Улар осраған проблемаға эләкмәҫ өсөн, кәңәш һора.
Дуҫтарыңды атай-әсәйең менән таныштыр. Әгәр таныштырғың килмәһә, уйлан: ни өсөн? Атай-әсәйеңә улар оҡшамаҫ тип уйлаһаң, бәлки, дуҫтарҙы ентекләберәк һайларға кәрәктер.
Иғтибар менән тыңла. Дуҫыңды тормошта нимә ҡыҙыҡһындыра, уны нимә борсой икәненә иғтибарлы бул (Филиптарға 2:4).
Кисерә бел. Дуҫтарыңдан камиллыҡ көтмә. «Беҙ бөтәбеҙ ҙә күп хаталар яһайбыҙ» (Яҡуб 3:2).
Дуҫыңды тик үҙеңдеке генә тип һанама. Дуҫыңдың тик һинең менән генә аралашыуын талап итмә. Ысын дуҫтар ярҙам кәрәк саҡта гел яныңда була (Вәғәзсе 4:9, 10).
[Иллюстрация]
Башҡаларҙың баҫымына бирешеп, уларға эйәрһәң, улар һине үҙҙәре теләгән яҡҡа бороп йөрөтә башлай