Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

10-СЫ ДӘРЕС

Йәһүә шаһиттарының осрашыуҙары һиңә ниндәй файҙа килтерер?

Йәһүә шаһиттарының осрашыуҙары һиңә ниндәй файҙа килтерер?

Һине Йәһүә шаһиттарының осрашыуҙарына саҡырғандары бармы? Бәлки, унда беренсе тапҡыр барыу һине бер аҙ ҡурҡыталыр. Һине бындай һорауҙар ҡыҙыҡһындыралыр: «Осрашыуҙар нисек үтә? Ни өсөн улар мөһим? Ни өсөн мин унда барырға тейеш?» Ошо дәрестән осрашыуҙарҙың һиңә ниндәй файҙа килтерәсәген һәм нисек Аллаға яҡынлашырға ярҙам итәсәген белерһең.

1. Ни өсөн Йәһүә шаһиттары бергә йыйыла?

Изге Яҙманың бер яҙыусыһы бергә йыйылыуҙың иң мөһим сәбәбен былай тип аңлатҡан: «Ҙур йыйылышта мин Йәһүәне маҡтармын» (Зәбур 26:12). Бөгөн дә донъяның төрлө төбәктәрендә йәшәгән Йәһүә шаһиттары осрашыуҙарҙан ҙур шатлыҡ таба. Улар, аҙна һайын бергә йыйылып, Алланы данлай, йырҙар йырлай һәм доға ҡыла. Улар шулай уҡ йылына бер нисә тапҡыр ҙурыраҡ осрашыуҙарға йыйыла.

2. Осрашыуҙарыбыҙҙа һин нимә белерһең?

Осрашыуҙарҙа беҙ Алла Һүҙен өйрәнәбеҙ. Унда «уны аныҡ итеп аңлатып, мәғәнәһен асыҡлап» бирәләр. (Ниҡәми 8:8-ҙе уҡы.) Осрашыуға килеп, һин Йәһүә һәм уның иҫ киткес сифаттары хаҡында күберәк белерһең. Алланың һине ни тиклем ныҡ яратҡаны тураһында белгән һайын, уның менән дуҫлығың нығына барыр. Һин шулай уҡ мәғәнәле тормош менән йәшәр өсөн нимә эшләргә кәрәклеген белерһең (Ишағыя 48:17, 18).

3. Осрашыуҙарҙа башҡалар менән аралашыу һиңә ниндәй файҙа килтерер?

Инжилдә былай тиелгән: «Бер-беребеҙгә иғтибарлы булайыҡ, бер-беребеҙҙе мөхәббәт менән изге эштәргә дәртләндерәйек. ...Ғибәҙәт ҡылыу өсөн бергә йыйылыуҙан баш тартмайыҡ» (Еврейҙарға 10:24, 25). Осрашыуҙарыбыҙҙа һин бер-береһен ысындан да яратҡан һәм һинең кеүек Алла тураһында күберәк белергә теләгән кешеләр менән танышырһың. Һин күп дәртләндергес фекерҙәр ишетерһең. (Римдарға 1:11, 12-не уҡы.) Һин шулай уҡ унда ауырлыҡтары менән уңышлы көрәшкән төрлө кешеләрҙе осратырһың. Улар араһында ирле-ҡатынлылар ҙа, никахта тормағандар ҙа бар. Был һәм башҡа сәбәптәр арҡаһында Йәһүә осрашыуҙарға даими йөрөүебеҙҙе теләй ҙә.

КҮБЕРӘК БЕЛ

Йәһүә шаһиттарының осрашыуҙары нисек үткәнен һәм уларға йөрөү ниндәй файҙа килтергәнен бел.

4. Йәһүә шаһиттарының осрашыуҙары

Беренсе быуатта мәсихселәр Аллаға табыныр өсөн бергә даими йыйылған (Римдарға 16:3—5). Колосстарға 3:16-ны уҡы, шунан яуап бир:

  • Беренсе быуаттағы мәсихселәр Йәһүәгә табыныр өсөн бергә йыйылғанда нимә эшләгән?

Бөгөн дә Йәһүә шаһиттары даими рәүештә бергә йыйыла. Был осрашыуҙар нисек үткәнен белер өсөн, ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡара. Шунан, йыйылыш осрашыуы төшөрөлгән рәсемгә ҡарап, ошо һорауҙарға яуап бир:

  • Осрашыуҙарыбыҙ һәм Колосстарға 3:16-ла яҙылғандар араһында ниндәй оҡшаш яҡтар таптың?

  • Видеояҙмала йә рәсемдә һиңә тағы нимә оҡшаны?

2 Коринфтарға 9:7-не уҡы һәм яуап бир:

  • Ни өсөн Йәһүә шаһиттарының осрашыуҙарында аҡса йыймайҙар?

Өйрәнеү алып барыусы менән киләһе осрашыуҙа нимә булырын ҡарап сығығыҙ.

  • Осрашыуҙың ниндәй өлөшө һине айырыуса ҡыҙыҡһындырҙы?

Һин белә инеңме?

Төрлө илдәрҙә осрашыуҙар ҡайҙа һәм ҡасан үткәнен jw.org сайтында ҡарап була.

  1. Осрашыуҙарыбыҙҙа телмәрҙәр яңғырай, сәхнәләштереүҙәр һәм видеояҙмалар күрһәтелә. Осрашыуҙар йыр һәм доға менән башлана һәм тамамлана

  2. Программаның ҡайһы бер өлөштәрендә тыңлаусылар ҙа ҡатнаша ала

  3. Осрашыуҙарыбыҙға төрлө кешеләр — ололар, йәштәр, ғаиләле һәм ғаиләһеҙ кешеләр килә

  4. Инеү бушлай. Йәһүә шаһиттарының осрашыуҙарында аҡса йыймайҙар

5. Осрашыуҙарға йөрөү тырышлыҡтар талап итә

Ғайса пәйғәмбәр үҫкән ғаиләнең үрнәген ҡарап сығайыҡ. Йыл һайын, Иерусалимдағы ғибәҙәтханаға барып етер өсөн, уларға Назаранан 100 саҡрым самаһы таулы ерҙән йәйәү атларға кәрәк булған. Лука 2:39—42-не уҡы, шунан һорауҙарға яуап бир:

  • Һинеңсә, Иерусалимға тиклем юл ауыр булғанмы?

  • Һиңә йыйылыш осрашыуҙарына йөрөргә нимә ҡамасауларға мөмкин, һәм был ауырлыҡтарҙы нисек еңеп була?

  • Нисек уйлайһың, осрашыуҙар һиңә файҙа килтерерме? Аңлатсы.

Изге Яҙма буйынса, Йәһүәгә бергә табыныу бик мөһим. Еврейҙарға 10:24, 25-те уҡы һәм яуап бир:

  • Ни өсөн йыйылыш осрашыуҙарына даими йөрөргә кәрәк?

ҠАЙҺЫ БЕРӘҮҘӘР БЫЛАЙ ТИ: «Башҡалар менән бергә йыйылыуҙың кәрәге юҡ. Изге Яҙманы өйҙә ултырып та уҡырға була».

  • Изге Яҙманан ниндәй аят йә миҫал Йәһүәнең осрашыуҙарға ҡарашын асыҡлай?

ТӨП ФЕКЕР

Осрашыуҙар һиңә Йәһүә хаҡында күберәк белергә, уның менән дуҫлығыңды нығытырға һәм уға башҡалар менән бергә табынырға ярҙам итер.

Ҡабатлау

  • Ни өсөн Йәһүә үҙ хеҙмәтселәрен бергә йыйылырға дәртләндерә?

  • Йәһүә шаһиттарының йыйылыш осрашыуҙарында һин нимә белерһең?

  • Нисек уйлайһың, осрашыуҙар һиңә тағы ҡайһы яҡтан ярҙам итә алыр?

Маҡсаттар

ӨҪТӘМӘ МӘҒЛҮМӘТ

Бәлки, һин осрашыуға барырға уңайһыҙланаһыңдыр. Бер егеттең, осрашыуға беренсе тапҡыр килгәс, нимә хис иткәнен бел.

«Беҙҙе нисек ҡаршы алғандарын мәңге онотмаҫбыҙ» (4:16)

Бер егеткә осрашыуҙарҙы яратырға һәм уларға даими йөрөргә нимә ярҙам иткәнен бел.

«Осрашыуҙар миңә шул тиклем оҡшаны!» (4:33)

Башҡаларҙың осрашыуҙар тураһында нимә уйлағанын бел.

«Ни өсөн йыйылыш осрашыуҙарына йөрөргә кәрәк?» (интернет-мәҡәлә)

Йәһүә шаһиттарының осрашыуына барғандан һуң, бандала торған бер кешенең тормошо нисек үҙгәргәне хаҡында уҡы.

«Мин үҙем менән һәр ваҡыт пистолет йөрөттөм» («Күҙәтеү манараһы», 2014 йыл, 1 июль)