43-СӨ ДӘРЕС
Мәсихселәр иҫерткес эсемлектәргә нисек ҡарарға тейеш?
Төрлө илдәрҙә йәшәгән кешеләр иҫерткес эсемлектәргә төрлөсә ҡарай. Ҡайһы берәүҙәр дуҫтары менән бер аҙ эсеп алырға ҡаршы түгел, башҡалар иһә бөтөнләй эсмәҫкә ҡарар иткән. Кемдер сама белмәй иҫергәнсе эсә. Изге Яҙмала иҫерткес эсемлектәр тураһында нимә әйтелә?
1. Изге Яҙма иҫерткес эсемлектәр эсеүҙе тыямы?
Изге Яҙмала иҫерткес эсемлектәрҙе эсеү хөкөм ителмәй. Киреһенсә, «кеше күңелен шатландырған шарап» Изге Яҙмала Алланың күп төрлө бүләктәренең береһе булараҡ иҫкә алына (Зәбур 104:14, 15). Унда телгә алынған тоғро ир-аттар һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҡайһы берҙәре иҫерткес эсемлек эскән (1 Тимофейға 5:23).
2. Изге Яҙмала иҫерткес эсемлектәргә ҡағылышлы ниндәй киҫәтеү бар?
Йәһүә саманан тыш эсеүҙе һәм эскелекте хөкөм итә (Галаттарға 5:21). Уның Һүҙендә: «Күп шарап эскән... кешеләр араһында булма», — тип әйтелә (Ғибрәтле һүҙҙәр 23:20). Шуға күрә, башҡалар менән йә үҙебеҙ генә берәй иҫерткес эсемлек эсергә булһаҡ, нимәне иҫәпкә алырға кәрәк? Эскәндә, айыҡ фекер йөрөтөү, телебеҙҙе һәм тәртибебеҙҙе контролдә тотоу кәрәклеген онотмаҫҡа тейешбеҙ. Өҫтәүенә, артыҡ эсеү сәләмәтлеккә лә зыян килтерә. Әгәр сама белмәйбеҙ икән, бөтөнләй эсмәү яҡшыраҡ булыр.
3. Нисек башҡаларҙың ҡарарҙарын хөрмәт итергә?
Иҫерткес эсемлектәрҙе эсергәме, юҡмы икәнен һәр кем үҙе хәл итә. Әгәр кемдер сама белеп эсергә булһа, беҙ уны хөкөм итергә тейеш түгел. Шулай уҡ бөтөнләй эсмәҫкә ҡарар иткән кешене эсергә ҡыҫтарға ярамай (Римдарға 14:10). Эсеүебеҙ башҡаларға ауырлыҡтар тыуҙырһа, беҙ эсмәҫкә ҡарар итербеҙ. (Римдарға 14:21-ҙе уҡы.) Үҙебеҙгә «файҙа булғанды түгел, ә башҡаға файҙалыны» эҙләргә кәрәк. (1 Коринфтарға 10:23, 24-те уҡы.)
КҮБЕРӘК БЕЛ
Эсергәме, юҡмы һәм күпме эсергә икәнен билдәләргә ярҙам иткән Изге Яҙма принциптарын ҡарап сыҡ. Әгәр эсеү ғәҙәте менән көрәшһәң, нимә эшләргә кәрәклеген бел.
4. Эсергәме, юҡмы икәнен хәл ит
Ғайса иҫерткес эсемлектәрҙе эсеүгә нисек ҡараған? Яуапты белер өсөн, уның иң тәүге мөғжизәһен иҫкә төшөрәйек. Яхъя 2:1—11-ҙе уҡы һәм яуап бир:
-
Ошо өҙөктән күренеүенсә, Ғайса иҫерткес эсемлектәргә һәм уларҙы эскән кешеләргә нисек ҡараған?
-
Ғайса иҫерткес эсемлектәр эсеүҙе хөкөм итмәгән икән, беҙ сама белеп эскән ҡәрҙәштәргә нисек ҡарарға тейеш?
Мәсихселәргә иҫерткес эсемлектәрҙе эсеү рөхсәт ителһә лә, ҡайһы бер осраҡтарҙа был урынһыҙ булырға мөмкин. Ғибрәтле һүҙҙәр 22:3-тө уҡы һәм эсергәме, юҡмы тигән ҡарарыңа түбәндәге осраҡтар нисек тәьҫир итәсәге хаҡында уйлан:
-
һин машина йөрөтөргә йә берәй техника менән эшләргә йыйынаһың;
-
һин ауырлы;
-
табип һиңә эсмәҫкә ҡушҡан;
-
эскәндә, һиңә сама белеү ауыр;
-
закон буйынса һиңә эсергә ярамай;
-
һинең компанияла эсеүен ташлаған кеше бар.
Туйҙа йә дуҫтар менән осрашҡанда, иҫерткес эсемлектәр тәҡдим итергәме? Дөрөҫ ҡарар ҡабул итер өсөн, ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡара.
Римдарға 13:13 һәм 1 Коринфтарға 10:31, 32-не уҡы. Һәр өҙөктө уҡығандан һуң, ошо һорауға яуап бир:
-
Ошо принцип Йәһүәне һөйөндөргән ҡарар ҡабул итергә нисек ярҙам итә ала?
5. Үҙеңә сама билдәләп ҡуй
Йәһүә иҫерткес эсемлектәр эсеүҙе тыймаһа ла, күп эсеүҙе тыя. Ни өсөн? Осия 4:11, 18-ҙе уҡы һәм һорауға яуап бир:
-
Кеше артығын эсһә, нимә булырға мөмкин?
Нисек артығын эсмәҫкә? Үҙ көсөңә артыҡ таянмаҫҡа, ваҡытында туҡтай белергә кәрәк. Ғибрәтле һүҙҙәр 11:2-не уҡы һәм яуап бир:
-
Ни өсөн үҙеңә сама билдәләп ҡуйыу файҙалы?
6. Иҫерткес эсемлектәргә әүәҫлекте нисек еңергә?
Бер иргә иҫергәнсе эсеү ғәҙәтен еңергә нимә ярҙам иткән? ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡара, шунан һорауҙарға яуап бир:
-
Эсеп алғас, Дмитрий үҙен нисек тотҡан?
-
Дмитрий эсеүҙе шунда уҡ ташлай алғанмы?
-
Һөҙөмтәлә уға эскелекте еңергә нимә ярҙам иткән?
1 Коринфтарға 6:10, 11-ҙе уҡы һәм ошо һорауҙарға яуап бир:
-
Эскелек ни тиклем етди гонаһ булып тора?
-
Эскелекте ташлап булғаны ошо аяттарҙан нисек күренә?
Матфей 5:30-ҙы уҡы һәм яуап бир:
-
Ҡулыңды «сабып ситкә ырғыт» тигән һүҙҙәр, Йәһүәне һөйөндөрөр өсөн, нимәнәндер баш тартырға кәрәклеген аңлата. Әгәр һиңә эскелекте ташлау ауыр икән, нимә эшләп була? a
1 Коринфтарға 15:33-тө уҡы һәм яуап бир:
-
Күп эскән кешеләр менән аралашыу һиңә нисек тәьҫир итә ала?
КЕМДЕР БЫЛАЙ ТИП ҺОРАРҒА МӨМКИН: «Эсергә ярамаймы әллә?»
-
Һин нисек яуап бирер инең?
ТӨП ФЕКЕР
Йәһүә иҫерткес эсемлектәрҙе кеше күңелен шатландырыр өсөн биргән. Шул уҡ ваҡытта Йәһүә саманан тыш эсеүҙе һәм эскелекте хөкөм итә.
Ҡабатлау
-
Изге Яҙмала иҫерткес эсемлектәр тураһында нимә әйтелә?
-
Самаһыҙ эсеү нимәһе менән ҡурҡыныс?
-
Башҡаларҙың иҫерткес эсемлектәргә ҡағылышлы ҡарарҙарына нисек хөрмәт сағылдырырға?
ӨҪТӘМӘ МӘҒЛҮМӘТ
Үҫмерҙәргә эсеүгә ҡағылышлы яҡшы ҡарар ҡабул итергә нимә ярҙам итер?
Эскелекте еңергә нимә ярҙам итер?
«Алкоголгә дөрөҫ ҡараш үҫтерегеҙ» («Күҙәтеү манараһы», 2010 йыл, 1 ғинуар)
Мәсихселәр тост күтәрергә тейешме?
«Уҡыусыларҙың һорауҙары» («Күҙәтеү манараһы», 2007 йыл, 15 февраль)
«Дуҫым мине төпһөҙ мискә тип атаны» тигән мәҡәләне уҡы һәм бер ирҙең нисек итеп эскелекте еңгәнен бел.
«Изге Яҙма тормошто үҙгәртә» («Күҙәтеү манараһы», 2012 йыл, 1 май)
a Ҡайһы бер кешеләргә эскелекте ташлар өсөн профессиональ ярҙам кәрәк булырға мөмкин. Күп табиптар, ундай кешеләргә иҫерткес эсемлектәрҙән тулыһынса баш тартырға кәрәк, тип һанай.