Миңә ҡыйыулыҡ бирсе
(2 Батшалар 6:16)
Күсереп алыу:
1. Ни көтә алда тип,
Мине биләй хафа.
Етәкләп алып бараһың,
Атам, һин янымда.
Ныҡ ауыр саҡта ла
Яҡшы беләм шуны:
Мәңге һин, Аллам, тоғроһоң;
Тоям ярҙамыңды.
ҠУШЫМТА
Иман бир, Йәһүә, миңә
Гел күрергә шуны:
Күберәк бар дошмандарҙан беҙ,
Булһаң беҙҙең яҡлы.
Бирсе ҡыйыулыҡ та,
Ҡеүәт тә, эй Алла.
Мин һис тә шикләнмәйем:
Еңеү һинең яҡта!
2. Кисерә алмаҫмын
Һынауҙарҙы һинһеҙ.
Һин — Ҡаям да, Яҡлаусым да,
Көсөң һинең сикһеҙ.
Йәһүә, һин бирсе
Батыр йөрәк миңә,
Шул саҡта мине ҡурҡытмаҫ
Үлем, һынау, төрмә.
ҠУШЫМТА
Иман бир, Йәһүә, миңә
Гел күрергә шуны:
Күберәк бар дошмандарҙан беҙ,
Булһаң беҙҙең яҡлы.
Бирсе ҡыйыулыҡ та,
Ҡеүәт тә, эй Алла.
Мин һис тә шикләнмәйем:
Еңеү һинең яҡта!
ҠУШЫМТА
Иман бир, Йәһүә, миңә
Гел күрергә шуны:
Күберәк бар дошмандарҙан беҙ,
Булһаң беҙҙең яҡлы.
Бирсе ҡыйыулыҡ та,
Ҡеүәт тә, эй Алла.
Мин һис тә шикләнмәйем:
Еңеү һинең яҡта!
Мин һис тә шикләнмәйем:
Еңеү һинең яҡта!