Һайлау
Күсереп алыу:
1. Ни эшләргә һуң?
Һайлау алдында торам.
Ғашиҡмын, хистәр шундай көслө,
Йөрәк һыҙлана.
2. Бөтә көскә көрәшәм көн дә,
Хистәр ҡоло булғым килмәй.
Ярҙам итсе, Аллам, миңә.
3. Йөрәк мәкерле шул,
Көслө баҫым яһай миңә.
Дөрөҫ юлдан яҙмаҫ өсөн,
Йәһүә ҡеүәт бирә.
ҠУШЫМТА
Әйтә: «Һис ҡалдырмаҫмын, һине яратам мин,
Һәр ваҡыт тыңла мине,
Юғалтҡым килмәй һине».
4. Ниндәй һайлау яһарға миңә?
Беләм, бынан күп нәмә тора.
Йөрәк өсөн көрәш бара,
Ул — тормош сығанағы.
Уны һаҡларға бик кәрәк.
5. Күҙ һалам үткәндәргә,
Һайлауы бик ауыр булды,
Әммә шул ҡыйын мәлдә
Йәһүә булды эргәмдә.