Глобаль һыу кризисы тураһында Изге Яҙмала нимә әйтелә?
Кешеләр таҙа һыуһыҙ йәшәй алмай. «Бөтә донъяла һыуға ихтыяж арта бара, шуға күрә глобаль һыу кризисы ҡурҡынысы тыуа», — тип хәбәр итте БМО-ның Генераль секретары Антониу Гутерриш. Планетабыҙҙың төрлө мөйөштәрендә миллиардлаған кеше эсергә яраҡлы һыуға ҡытлыҡ кисерә.
Бөтә кешеләрҙең дә етерлек һыуы булған ваҡыт килеп етерме? Йәки беҙгә һыу ресурстары өсөн туҡтауһыҙ көрәш алып барырға тура килерме? Был хаҡта Изге Яҙмала нимә әйтелә?
Изге Яҙма вәғәҙә итә: һыуға ҡытлыҡ юҡ ителәсәк!
Изге Яҙма буйынса, һыуҙың етмәүе — ваҡытлыса ауырлыҡ. Тиҙҙән ерҙә эсергә яраҡлы таҙа һыу мул буласаҡ.
«Сүлдә һыуҙар бәреп сығыр, һыуһыҙ далаларҙа ташҡындар аға башлар. Эҫенән көйгән ер ҡамыш баҫҡан күлгә әүерелер, һыуһаған ер һыу шишмәләре аҡҡан ергә әйләнер» (Ишағыя 35:6, 7).
Был буш һүҙҙәр түгел. Планетабыҙҙың нисек барлыҡҡа килтерелгәне был вәғәҙәгә ышанып булғанын иҫбатлай.
Изге Яҙмала һыу әйләнеше һәм ер тураһында нимә әйтелә?
«Алла... уны [ерҙе] юҡҡа ғына түгел, ә кешеләр йәшәһен өсөн булдырған» (Ишағыя 45:18).
Ерҙә һәр ваҡыт етерлек таҙа һыу булһын өсөн, Алла тәбиғәт циклдарын булдырған.
«[Алла] һыу тамсыларын күтәрә, улар томандан ойоша ла ямғыр булып болоттарҙан яуа, кешеләр өҫтөнә ҡойола» (Әйүп 36:27, 28).
Бында ябай һүҙҙәр менән Алла уйлап сығарған һыу әйләнешенең ышаныслы системаһы һүрәтләнә. Һыу, парға әйләнеп, ер, диңгеҙ һәм океандар өҫтөнән күтәрелә, шунан һуң ул, конденсатҡа әйләнеп, ямғыр булып яуа. Шул арҡала беҙҙең планетала кешеләргә һәм хайуандарға бик кәрәкле даими һыу һаҡламы һәр ваҡыт бар (Вәғәзсе 1:7; Амос 5:8).
«Мин үҙ ваҡытында ямғырҙар яуҙырырмын һәм ер үҙ уңышын, ә ҡырҙағы ағастар үҙ емешен бирер» (Левиттар 26:4).
Алла был һүҙҙәр менән ауыл хужалығы иҫәбенә йәшәгән боронғо израилдәргә мөрәжәғәт иткән. Беҙҙең Барлыҡҡа килтереүсебеҙ, үҙ ваҡытында һыу һипмәһәң, бер нәмә лә үҫмәгәнен белә. Шуға күрә ул израилдәрҙе, яҡшы уңышығыҙ булһын өсөн кәрәкле ваҡытта ямғыр бирермен, тип ышандырған.
Ләкин был вәғәҙә боронғо израилдәргә генә ҡағылмай. Тиҙҙән Алла ерҙә йәшәүселәрҙең бөтәһенә лә шуны уҡ эшләйәсәк (Ишағыя 30:23). Әлегә донъяның күп өлөштәрендә һыу кризисы тыуып тора, ә бының сәбәбе ямғыр булмауҙа ғына түгел. Ниндәй проблемалар бар һәм Изге Яҙма ниндәй хәл итеү юлдары тәҡдим итә?
Һыу кризисы нисек хәл ителәсәк?
Изге Яҙманан белеүебеҙсә, Алла яҡын киләсәктә беҙҙең планетаны интектергән бөтә проблемаларҙы, шул иҫәптән һыу кризисын да юҡ итәсәк. Һәм ул быны үҙенең Батшалығы ярҙамында эшләйәсәк (Матфай 6:9, 10). Алла Батшалығы — ер менән идара итәсәк күктәге хөкүмәт (Данил 2:44; Асылыш 11:15). Ул бер кеше хөкүмәте лә эшләй алмағанды эшләйәсәк — һыу етешмәүҙең бөтә сәбәптәрен юҡ итәсәк.
Проблема. Климаттың үҙгәреүе һыу әйләнешенә етди зыян килтерә. Ә бының эҙемтәләре — көслө ҡоролоҡ һәм ҡойма ямғырҙар йә диңгеҙ кимәле күтәрелеүе арҡаһында масштаблы һыу баҫыуҙар.
Хәл итеү юлы. Алла Батшалығы тәбиғәт циклдарын тәртипкә килтерәсәк, һәм бының ярҙамында планетабыҙ тәүге хәленә ҡайтасаҡ. Алла: «Мин бар нәмәне лә яңы итеп яһайым», — тип вәғәҙә итә (Асылыш 21:5). Кибеп бөткән ерҙәрҙә эсергә яраҡлы таҙа һыу мул буласаҡ, кеше йәшәмәгән урындарҙа тормош ҡайнап торасаҡ (Ишағыя 41:17—20). Ғайса Мәсих етәкселегендәге Алла Батшалығы тәбиғәт көстәрен контролгә аласаҡ.
Изге Яҙмала Ғайсаның ҡоторонған дауылды туҡтатҡаны тураһында яҙылған. Шулай итеп ул Алла уға ниндәй көс биргәнен күрһәткән (Марк 4:39, 41). Күктәге хөкүмәт башлығы булараҡ, Ғайса ерҙә башҡа бер ҡасан да тәбиғәт афәттәре булмауы тураһында ҡайғыртасаҡ. Кешеләр үҙҙәрен хәүефһеҙ тоясаҡ һәм ҡурҡыуһыҙ йәшәйәсәк.
Проблема. Үҙ эштәренең эҙемтәләре тураһында уйламаған кешеләр һәм табыш алырға ынтылған компаниялар йылғаларҙы, күлдәрҙе һәм ер аҫты һыуҙарын бысраталар, шул арҡала эсергә яраҡлы таҙа һыу һаҡламы кәмей.
Хәл итеү юлы. Алла ерҙе таҙартасаҡ һәм йылғаларҙың, күлдәр, диңгеҙҙәр һәм тупраҡтың экологик системаһын тергеҙәсәк. Ер ожмахҡа әйләнәсәк. Изге Яҙмала шиғри тел менән былай тиелә: «Сүл һәм кибеп бөткән ер һөйөнөр, һыуһыҙ дала шатланыр һәм шафран кеүек сәскә атыр» (Ишағыя 35:1).
Тирә-яҡ мөхиттең һәм кешеләрҙең именлегенә вайымһыҙ булғандарҙы нимә көтә? Изге Яҙмала, Алла «ерҙе һәләк итеүселәрҙең үҙҙәрен һәләк» итәсәк, тип әйтелә (Асылыш 11:18; Ғибрәтле һүҙҙәр 2:21, 22).
Проблема. Кешеләр һыуҙы аҡылһыҙ ҡулланғанға, һыу таҙарып өлгөрмәй, шунлыҡтан эсергә яраҡлы һыуҙың күләме кәмей бара.
Хәл итеү юлы. Батшалыҡ ярҙамында ерҙә эгоистик кешеләрҙең ихтыяры түгел, ә Алланың ихтыяры үтәләсәк (Матфай 6:9, 10). Батшалыҡ үҙенең граждандарына иң яҡшы белем бирәсәк. Ишағыя 11:9-ҙа былай тиелә: «Ер, һис шикһеҙ, Йәһүә a тураһындағы белем менән тулыр». Кешеләр тәрән белемдәр алып ҡына ҡалмаҫ, улар Алланы һәм уның барлыҡҡа килтергән бөтә нәмәләрен яратырға өйрәнер. Шул саҡта улар гүзәл планетабыҙ һәм уның ресурстары тураһында ҡайғырта алыр.
Батшалыҡтың нимә эшләйәсәге тураһында «Алла Батшалығы нимә башҡарасаҡ?» тигән мәҡәләнән күберәк белеп була.
Ерҙең нисек ожмахҡа әйләнәсәген белер өсөн, Ишағыя китабының 35-се бүлеген уҡығыҙ.
«Алла ерҙе ни өсөн барлыҡҡа килтергән?» тигән видеояҙманы ҡарағыҙ һәм Алланың ергә һәм кешеләргә ҡарата ниәтен белегеҙ.
a Йәһүә — Алланың исеме (Зәбур 83:18). «Йәһүә кем ул?» тигән мәҡәләне ҡарағыҙ.