УЯУ БУЛЫҒЫҘ!
Мәктәптәрҙә атыш. Изге Яҙмала нимә әйтелә?
2022 йылдың 24 майында Техас штатының (АҠШ) бәләкәй генә Ювалда ҡалаһында ҡот осҡос фажиғә булған. «Нью-Йорк таймс» гәзитендә хәбәр ителгәнсә, «ҡоралланған бер ир Робба тигән башланғыс мәктәптә 19 баланы һәм ике уҡытыусыны атып үлтергән».
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ундай ҡурҡыныс ваҡиғалар бик йыш булып тора. «Ю-Эс-Эй тудей» гәзитендә әйтелгәнсә, «һуңғы йыл эсендә Ҡушма Штаттарҙа ғына мәктәп территорияларында 249 атыш булған. Әле бер ваҡытта ла бер йыл эсендә шул тиклем күп атыш булмаған, кәм тигәндә 1970 йылдан бирле».
Ни өсөн ундай енәйәттәр була? Уларҙың эҙемтәләрен нисек кисереп сығырға? Йәбер-золомдоң бөтөрөнә өмөтләнеп буламы? Изге Яҙмала был һорауҙарға яуап бар.
Ни өсөн был донъя аяуһыҙыраҡ була бара?
Изге Яҙмала беҙ йәшәгән осор «ахырызаман» тип атала. Унда әйтелгәнсә, был осорҙа күп кешеләр «ҡаты бәғерле» һәм «аяуһыҙ» булыр, ҡот осҡос енәйәттәр ҡылыр. Ундай кешеләр «уҫалланғандан-уҫаллана барыр» (2 Тимофейға 3:1—5, 13). Был турала күберәк белер өсөн, «Изге Яҙма беҙҙең ваҡытта кешеләр ниндәй булырын алдан әйткәнме?» тигән мәҡәләне (урыҫ) уҡығыҙ.
Күптәр: «Ни өсөн мәктәптәрҙә атышалар? Ни өсөн Алла шундай ҡурҡыныс фажиғәләргә юл ҡуя?» — тип аптырай. Изге Яҙмала ниндәй яуап бирелгәнен белер өсөн, «Яҡшы кешеләр ғазап сигә. Ни өсөн?» тигән мәҡәләне (тат.) уҡығыҙ.
Ундай енәйәттәрҙең эҙемтәләрен нисек кисереп сығырға?
«Элек Изге Яҙмала яҙылғандарҙың барыһы ла, улар биргән... йыуаныу аша өмөтөбөҙ булһын өсөн, нәсихәт итеп яҙылған» (Римдарға 15:4).
Изге Яҙмалағы принциптар һеҙгә был аяуһыҙ донъялағы ауырлыҡтарҙы йырып сығырға ярҙам итә ала. Был хаҡта күберәк белер өсөн, «Йәбер-золом берәй ҡасан бөтөрмө?» тип аталған «Уянығыҙ!» журналының сығарылышын (урыҫ) уҡығыҙ.
Ата-әсәләр балаларына ҡурҡыныс яңылыҡтарға дөрөҫ ҡарарға нисек ярҙам итә ала? Быға ҡағылышлы кәңәштәрҙе «Яңылыҡтар ҡарау балаға нисек тәьҫир итә» тигән мәҡәләлә (урыҫ) табып була.
Йәбер-золом берәй ҡасан бөтөрмө?
«Ул уларҙы иҙеүҙән һәм йәбер-золомдан йолоп ҡалыр» (Зәбур 72:14).
«Улар ҡылыстарынан сүкеп — төрәндәр, һөңгөләренән баҡса бысаҡтары яһар. Халыҡ халыҡҡа ҡылыс күтәрмәҫ, улар башҡа һуғышырға өйрәнмәҫ» (Миҡай 4:3).
Алла кешеләр эшләй алмағанды эшләр. Уның күктәге Батшалығы бөтә һуғыш ҡоралдарын юҡ итәсәк һәм йәбер-золомдо бөтөрәсәк. Алла Батшалығы тағы нимәләр эшләйәсәген белер өсөн, «Алла Батшалығы етәкселегендә „тыныслыҡ хөкөм һөрөр“» тигән мәҡәләне (тат.) уҡығыҙ.