Яҡшы киләсәккә ысын өмөт
Һеҙ, тормош яҡшы яҡҡа үҙгәрер, тип уйлайһығыҙмы? Күптәр донъялағы күп проблемаларға ҡарамаҫтан ыңғай ҡараш һаҡларға тырыша. Әммә, алда беҙҙе матур тормош көтә, тип өмөтләнер өсөн нигеҙ бармы? Эйе! Изге Яҙма яҡшы киләсәктең яҡын булыуына ныҡлы өмөт бирә.
Изге Яҙма ниндәй өмөт бирә?
Кешелек бөгөн бик күп ауырлыҡтар менән осраша. Әммә Изге Яҙма, был ауырлыҡтар мәңге дауам итмәйәсәк, тип вәғәҙә итә. Бына бер нисә миҫал.
Ауырлыҡ: торлаҡ етмәү
Изге Яҙмала нимә әйтелә: «Кешеләр йорттар төҙөр һәм шунда йәшәр» (Ишағыя 65:21).
Сиселеш. Һәр кешенең үҙ йорто буласаҡ.
Ауырлыҡ: эшһеҙлек һәм ярлылыҡ
Изге Яҙмала нимә әйтелә: «Һайланғандарым үҙҙәре яһаған нәмәләрҙең рәхәтен күрер» (Ишағыя 65:22).
Сиселеш. Һәр кешенең күңелгә ятышлы, ижади һәм файҙалы эше буласаҡ.
Ауырлыҡ: ғәҙелһеҙлек
Изге Яҙмала нимә әйтелә: «Кенәздәр ғәҙеллек хаҡына идара итер» (Ишағыя 32:1).
Сиселеш. Милли, ижтимағи һәм экономик тигеҙһеҙлек юҡҡа сығыр. Һәр кешегә ғәҙел һәм ихтирамлы мөнәсәбәт буласаҡ.
Ауырлыҡ: ризыҡ етмәү һәм аслыҡ
Изге Яҙмала нимә әйтелә: «Ер йөҙөндә ашлыҡ мул булыр, тау баштарында ул артығы менән булыр» (Зәбур 72:16).
Сиселеш. Бөтә кешеләрҙең дә файҙалы һәм тәмле ризығы етерлек буласаҡ. Бер кем дә ас килеш йоҡларға ятмаҫ һәм аслыҡтан интекмәҫ.
Ауырлыҡ: енәйәтселек һәм көс ҡулланыу
Изге Яҙмала нимә әйтелә: «Уларҙың һәр береһе үҙ йөҙөм ағасы һәм үҙ инжир ағасы аҫтында ултырыр, уларҙы бер кем дә ҡурҡытмаҫ» (Миҡай 4:4).
Сиселеш. Бөтә кеше лә үҙен тулыһынса хәүефһеҙ хис итәсәк, сөнки яуыз кешеләр башҡа булмаясаҡ. Ерҙә тик тәҡүә кешеләр генә йәшәйәсәк (Зәбур 37:10, 29).
Ауырлыҡ: һуғыштар
Изге Яҙмала нимә әйтелә: «Халыҡ халыҡҡа ҡылыс күтәрмәҫ, Улар башҡа һуғышырға өйрәнмәҫ» (Ишағыя 2:4).
Сиселеш. Бөтә донъяла тыныслыҡ булыр (Зәбур 72:7). Һуғыштар башҡа булмаясаҡ, шуға күрә берәү ҙә яҡындарының үлеменә ҡайғырып иламаясаҡ һәм бер кемгә лә һуғыш барған ерҙән ҡасырға тура килмәйәсәк.
Ауырлыҡ: ауырыуҙар
Изге Яҙмала нимә әйтелә: «Йәшәүселәрҙең береһе лә: «Мин ауырыйым», — тип әйтмәҫ» (Ишағыя 33:24).
Сиселеш. Тыумыштан булған сирҙәр, ғәриплек һәм ауырыуҙар башҡа булмаясаҡ (Ишағыя 35:5, 6). Изге Яҙма, хатта үлем мәңгегә юҡҡа сығыр, тип вәғәҙә итә (Асылыш 21:4).
Ауырлыҡ: экологик һәләкәттәр
Изге Яҙмала нимә әйтелә: «Сүл һәм кибеп бөткән ер һөйөнөр, һыуһыҙ дала шатланыр һәм шафран кеүек сәскә атыр» (Ишағыя 35:1).
Сиселеш. Бөтә ер ожмах буласаҡ. Планетабыҙҙа Алла баштан уҡ ниәтләгән шарттар буласаҡ (Башланмыш 2:15; Ишағыя 45:18).
Изге Яҙмалағы вәғәҙәләр — бары тик матур әкиәт кенәме?
Тәү ҡарашҡа шулай күренергә мөмкин. Әммә беҙ һеҙҙе Изге Яҙмалағы вәғәҙәләр тураһында күберәк белергә саҡырабыҙ. Был һеҙгә нимә бирер? Изге Яҙмалағы вәғәҙәләр — был кешеләрҙең вәғәҙәләре һәм фараздары түгел. Сөнки Изге Яҙмала яҙылған бөтә нәмә — был Алланың һүҙҙәре. Ә ул кешеләрҙән бик ныҡ айырылып тора. Бына ни өсөн:
Алла ышанысҡа лайыҡ. Изге Яҙмала, Алла алдай алмай, тип әйтелә (Титҡа 1:2). Бынан тыш, тик Алла ғына киләсәк ниндәй булырын белә ала (Ишағыя 46:10). Изге Яҙмала Алланың һүҙҙәре һәр ваҡыт үтәлеүенә күп миҫалдар бар. Күберәк белергә теләһәгеҙ, «Изге Яҙма ысынлап та Алланан бирелгән китапмы?» тигән видеояҙманы ҡарағыҙ.
Алланың беҙҙең ауырлыҡтарҙы хәл итергә көсө бар. Изге Яҙмала, Алла «нимә теләй, шуның барыһын да башҡара», тип әйтелә (Зәбур 135:5, 6). Башҡа һүҙҙәр менән әйткәндә, бер кем дә һәм бер нәмә лә Аллаға үҙ һүҙен үтәргә ҡамасаулай алмай. Бынан тыш, Алла беҙҙе ярата, шуға күрә беҙгә ярҙам итергә бик ныҡ теләй (Яхъя 3:16).
Әммә, бәлки, һеҙҙең шундай һорау тыуалыр: «Алла беҙгә ярҙам итергә теләгәс һәм бының өсөн уның көсө еткәс, ни өсөн һуң донъяла шул тиклем күп проблемалар бар?» Был һорауға яуапты «Ни өсөн Алла ғазаптарға юл ҡуя?» тигән видеояҙманан белеп була.
Яҡшы киләсәк нимә ярҙамында мөмкин?
Алла үҙ ниәтен Батшалыҡ аша, йәғни күктәге хөкүмәте аша, тормошҡа ашырасаҡ. Был Батшалыҡтың хаҡимы итеп Алла Ғайса Мәсихте билдәләгән һәм уға ер һәм кешеләр тураһында ҡайғыртырға вәкәләт биргән. Ғайса ерҙә булғанда ауырыуҙарҙы һауыҡтырған, ас кешеләрҙе ашатҡан, тәбиғәт көстәре менән идара иткән һәм хатта үлгәндәрҙе терелткән (Марк 4:39; 6:41—44; Лука 4:40; Яхъя 11:43, 44). Шулай эшләп ул, Алла Батшалығының батшаһы булғас, нимә эшләйәсәген күрһәткән.
«Алла Батшалығы нимә ул?» тигән видеояҙманы ҡарағыҙ һәм Батшалыҡтың нимә эшләйәсәге тураһында күберәк белегеҙ.
Яҡшы киләсәк ҡасан етәсәк?
Тиҙҙән! Беҙ быны ҡайҙан беләбеҙ? Изге Яҙмала Алла Батшалығының ер менән идара итә башлауын күрһәтеүсе ваҡиғалар алдан әйтелгән булған (Лука 21:10, 11). Бөгөн донъяла булған ваҡиғалар Изге Яҙмала яҙылғандар менән тулыһынса тура килә.
«Алла Батшалығы ер менән ҡасан идара итә башлаясаҡ?» тигән мәҡәләлә күберәк мәғлүмәт табып була.
Изге Яҙмалағы өмөт һеҙгә инде бөгөн нисек ярҙам итер?
Изге Яҙма яҙыусыларҙың береһе Изге Яҙмалағы өмөттө якорь менән сағыштырған (Еврейҙарға 6:19). Якорь карапты көслө дауыл ваҡытында тотоп торған кеүек, Изге Яҙмалағы киләсәккә ныҡ өмөт тормош дауылдарын һәм ауырлыҡтарын кисерергә, шулай уҡ тыныслыҡ һаҡларға, айыҡ аҡыллы булырға ярҙам итә һәм хатта һаулыҡҡа яҡшы тәьҫир итә (1 Фессалоникаларға 5:8).