Ҡатын-ҡыҙҙарҙың хәүефһеҙлеге. Изге Яҙманың ҡарашы
Бөтә донъяла миллионлаған ҡатындар һәм ҡыҙҙар көс ҡулланыуға дусар булған. Һеҙ уларҙың береһеме? Ни өсөн һеҙҙең хәүефһеҙлек Алла өсөн мөһим икәне һәм уның ҡатын-ҡыҙҙар менән насар мөғәмәләне туҡтатыр өсөн нимә эшләйәсәге тураһында белегеҙ.
«Мин бәләкәй саҡта ағайым көн һайын мине туҡманы һәм кәмһетте. Кейәүгә сыҡҡас, мине ҡәйнәм туҡманы. Ҡайным да, ҡәйнәм дә миңә ҡолға ҡарағандай ҡаранылар. Мин үҙемә ҡул һалыу тураһындағы уйҙар менән көрәштем» (Мадху a, Һиндостан).
«Ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарата көс ҡулланыу бөтә донъяла киң таралған», — тип раҫлай Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы. Тикшеренеүҙәр буйынса, һәр өсөнсө ҡатын-ҡыҙ ғүмеренең ҡайһылыр бер мәлендә физик һәм сексуаль яҡтан көс ҡулланыуға дусар була.
Әгәр һеҙҙең менән дә шундай хәл булһа, һеҙгә, ҡайҙа ғына булһағыҙ ҙа, һүҙ менән мыҫҡыллау йә физик һәм сексуаль яҡтан көсләү ҡурҡынысы янай кеүек тойолорға мөмкин. Һеҙ ҡатын-ҡыҙ булған өсөн генә шундай көс ҡулланыу һәм аяуһыҙ мөғәмәлә арҡаһында һеҙгә, бәлки, күптәр: «Ҡатын-ҡыҙҙар әһәмиәткә эйә түгел», — тип уйлай кеүек күренәлер. Әммә ҡатын-ҡыҙҙар Алла өсөн ысынлап та мөһимме?
Алла ҡатын-ҡыҙҙарға нисек ҡарай?
Изге Яҙманан аят: «[Алла] ир менән ҡатынды бар ҡылды» (Башланмыш 1:27).
Аңлатма. Алла ир менән ҡатынды барлыҡҡа килтергән. Ул уларҙы хөрмәткә лайыҡ тип һанай. Бынан тыш, ир ҡатынын контролдә тоторға тырышырға, бигерәк тә быны тупаҫ һүҙҙәр һәм көс ҡулланып эшләргә тейеш түгел, ә уны «үҙ-үҙен яратҡан кеүек ярат[ырға]» тейеш (Ефестарға 5:33). Һис шикһеҙ, ҡатын-ҡыҙҙарҙың хәүефһеҙлеге Алла өсөн бик мөһим.
«Бала саҡта туғандарым яғынан енси көсләүгә дусар булдым. Миңә 17 йәш булғанда, эш биреүсе, минең менән енси мөнәсәбәткә инмәһәң, эштән ҡыуам, тип янаны. Өлкәнерәк булып киткәс, мине ирем, атай-әсәйем һәм күршеләр кәмһетте. Әммә һуңыраҡ мин Йәһүә b, Барлыҡҡа килтереүсе, тураһында белдем. Ул ҡатын-ҡыҙҙарҙы хөрмәт итә. Был мине уның яратыуына һәм уның өсөн ҡәҙерле булыуыма инандырҙы» (Мария, Аргентина).
Һеҙгә һауығырға нимә ярҙам итер?
Изге Яҙманан аят: «Бер туғандан да яҡыныраҡ дуҫ була» (Ғибрәтле һүҙҙәр 18:24).
Аңлатма. Ысын дуҫ һеҙгә ярҙам итер. Ярҙам кәрәк булһа, ышаныс уятҡан кешегә күңелегеҙҙе бушатығыҙ.
«20 йыл буйы мин сексуаль бәйләнеүҙәр кисерҙем һәм был турала бер кемгә лә һөйләмәнем. Һөҙөмтәлә бәхетһеҙ, борсоулы кеше булып киттем һәм төшөнкөлөккә бирелдем. Әммә үҙемдең хәлем тураһында мине аңлаған кешегә һөйләгәс, иҫ киткес еңеллек тойҙом» (Элиф, Төркиә).
Изге Яҙманан аят: «Үҙегеҙҙең бөтә мәшәҡәттәрегеҙҙе Аллаға йөкмәтегеҙ, сөнки Ул һеҙҙең хаҡта ҡайғырта» (1 Петр 5:7).
Аңлатма. Һеҙ доға ҡылғанда, Алла һеҙҙе ысынлап та ишетә (Зәбур 55:22; 65:2). Уға барыбер түгел, шуға күрә Алла уның өсөн ни тиклем ҡәҙерле булыуығыҙҙы аңларға ярҙам итер.
«Йәһүә тураһында белгәс, күңелемдәге тәрән яраларҙан һауыҡтым. Хәҙер мин Аллаға доғала барыһын да һөйләйем. Ул — минең хистәремде ысынлап та аңлаған яҡын дуҫым» (Ана, Белиз).
Алла ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарата аяуһыҙ мөғәмәләне туҡтатырмы?
Изге Яҙманан аят: «[Йәһүә], һин йәтимдәрҙе һәм иҙелгәндәрҙе ғәҙел хөкөм итерһең, шул саҡта тупраҡтан яратылған үлемле кеше уларҙы инде бүтән ҡурҡыта алмаҫ» (Зәбур 10:17, 18).
Аңлатма. Алла тиҙҙән һәр төрлө ғәҙелһеҙлекте, шул иҫәптән ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарата рәхимһеҙлекте һәм көс ҡулланыуҙы юҡ итер.
«Йәһүәнең тиҙҙән ҡатындар һәм йәш ҡыҙҙар менән аяуһыҙ мөғәмәләне юҡ итергә вәғәҙәһе — борсоулы күңелемә тынысландыра торған бәлзәм кеүек булды. Был миңә күңел тыныслығы бирҙе» (Роберта, Мексика).
Изге Яҙма нисек өмөт бирә, ни өсөн һеҙ уның вәғәҙәләренә ышана алаһығыҙ һәм нисек Йәһүә шаһиттары Изге Яҙма нигеҙендә ярҙам итәләр? Былар тураһында күберәк белер өсөн, һеҙгә түләүһеҙ килеп китеүен һорағыҙ.
a Исемдәр үҙгәртелгән.
b Йәһүә — Алланың шәхси исеме (Зәбур 83:18). «Йәһүә кем ул?» тигән мәҡәләне ҡарағыҙ.