Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Chris McGrath/Getty Images

Һуғыштар. Алла Батшалығы был проблеманы нисек хәл итәсәк?

Һуғыштар. Алла Батшалығы был проблеманы нисек хәл итәсәк?

 Донъя һуғыштарҙан интегә. Улар кешеләргә түҙә алмаҫлыҡ ауыртыу һәм ғазаптар килтерә.

  •   «Һуңғы 28 йыл буйынса төҙөлгән отчеттарҙан күренеүенсә, хәрби конфликттар арҡаһында иң күп кеше үткән йылда һәләк булған. Тәү сиратта был Эфиопиялағы һәм Украиналағы һуғыштар менән бәйле» (Донъя проблемаларын тикшереү институты (Осло), 2023 йылдың 7 июне).

  •   «Украиналағы һуғыш 2022 йылда башланған берҙән-бер конфликт булманы. Үткән йылда бөтә донъяла сәйәси көс ҡулланыуҙың кимәле 27 процентҡа артты һәм был хәл 1,7 миллиард кешегә ҡағылды» (хәрби конфликттар һәм уларҙың урыны тураһында мәғлүмәт йыйыу платформаһы ACLED, 2023 йылдың 8 феврале).

 Изге Яҙма, һуғыш проблемаһы хәл ителәсәк, тип вәғәҙә итә. Унда: «Күктәр Аллаһы бер ҡасан да емерелмәйәсәк батшалыҡ урынлаштырасаҡ», — тип әйтелә (Данил 2:44). Алла ошо Батшалыҡ, йәғни хөкүмәт, ярҙамында бөтә ерҙә һуғыштарҙы туҡтатасаҡ (Зәбур 46:9).