Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

JenkoAtaman/stock.adobe.com

УЯУ БУЛЫҒЫҘ!

2023 йыл: өмөтләнер өсөн сәбәптәр бармы? Изге Яҙмала нимә әйтелә?

2023 йыл: өмөтләнер өсөн сәбәптәр бармы? Изге Яҙмала нимә әйтелә?

 2023 йыл башланды. Ул беҙгә һәм беҙҙең яҡындарыбыҙға тик яҡшылыҡтар ғына килтерер, тип өмөтләнәбеҙ. Әммә яҡшыға өмөтләнер өсөн сәбәптәр бармы?

Изге Яҙма өмөт бирә

 Изге Яҙмала яҡшы хәбәр бар. Унда, беҙҙе бөгөн борсоған проблемалар ваҡытлыса һәм тиҙҙән хәл ителәсәк, тип әйтелә. Изге Яҙма «йыуаныу аша өмөтөбөҙ булһын өсөн, нәсихәт итеп яҙылған» (Римдарға 15:4).

Инде хәҙер ярҙам итә алған өмөт

 Изге Яҙма биргән өмөт «йәнебеҙ өсөн ныҡлы һәм ышаныслы якорь» һымаҡ (Еврейҙарға 6:19). Ундай өмөт тормошобоҙ өсөн ысын терәк була ала. Ул беҙгә көндәлек ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға, ыңғай ҡараш һаҡларға һәм ысындан да бәхетле булырға ярҙам итә.

Өмөтөгөҙҙө нығытығыҙ

 Күп кешеләр, барыһы ла яҡшы булыр, тип өмөтләнә, ләкин өмөттәре тормошҡа ашыуына ышанмай. Әммә Изге Яҙмала яҙылған вәғәҙәләргә ышанырға була, сөнки уларҙы Йәһүә a Алла биргән, «ә Ул бер ҡасан да ялған һөйләмәй» (Титҡа 1:2). Тик Йәһүә генә үҙенең бөтә вәғәҙәләрен үтәй ала. Изге Яҙмала, Алла «нимә теләй, шуның барыһын да башҡара», тип әйтелә (Зәбур 135:5, 6).

 Изге Яҙма һеҙгә киләсәккә ныҡлы өмөт бирә ала, әммә бының өсөн уны ентекләп өйрәнергә кәрәк (Ғәмәлдәр 17:11). Был йәһәттән һеҙгә Изге Яҙманы интерактив өйрәнеү курсы ярҙам итә ала. Ундай өйрәнеү бушлай үткәрелә. 2023 йылда Изге Яҙманы өйрәнә башлағыҙ һәм өмөткә эйә булығыҙ!

a Йәһүә – Алланың шәхси исеме (Зәбур 83:18).