Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

ҺЕҘҘЕҢ ИҒӘНӘЛӘР НИМӘГӘ ТОТОНОЛА

Ерле халыҡтың дин тотоу иркен яҡлау

Ерле халыҡтың дин тотоу иркен яҡлау

2021 ЙЫЛДЫҢ 1 МАЙЫ

 Латин Америкаһында йөҙҙәрсә миллион кеше йәшәй. Уларҙың миллионлағандары — был континенттың ерле халҡы. Был халыҡтар төрлө телдәрҙә һөйләшә һәм ата-бабаларының йолаларын тота. Улар араһында беҙҙең ҡәрҙәштәр күп, һәм улар үҙ мәҙәни мираҫын ҡәҙерләй. Кешеләргә рухи ярҙам күрһәтер өсөн, улар Йәһүә шаһиттарының баҫмаларын Латин Америкаһындағы ерле халыҡтың 130-ҙан артыҡ теленә тәржемә итә a. Ләкин ҡайһы саҡта беҙҙең ҡәрҙәштәр Йәһүәгә хеҙмәт иткәнгә һәм ерле йолаларҙы тотмағанға ҡаршылыҡтар менән осраша. Беҙ уларға нисек ярҙам итәбеҙ? Һеҙҙең ирекле иғәнәләрегеҙ ошондай осраҡтарҙа нисек ҡулланыла?

Өйҙәренә кире ҡайтырға ярҙам итәбеҙ

 Мексикала уичоль халҡынан булған беҙҙең ҡәрҙәштәр Халиско штатының тауҙарында йәшәй. Улар ихтирамлы ғына итеп выждандарына ҡаршы килгән дини йолаларҙа ҡатнашыуҙан баш тартҡан. Был хәл общинаның ҡайһы бер ағзаларының асыуын сығарған. 2017 йылдың 4 декабрендә ярһыған халыҡ төркөмө Йәһүә шаһиттарына һәм улар менән булған бер нисә кешегә һөжүм иткән. Уларҙы общинанан ҡыуып ебәргәндәр, мөлкәттәрен юҡ иткәндәр һәм, кире ҡайтырға маташһағыҙ, үлтерәбеҙ, тигәндәр.

 Күрше ҡалаларҙағы Йәһүә шаһиттары ҡәрҙәштәре тураһында ҡайғыртҡан. Әммә нисек уларға кире өйҙәренә ҡайтырға ярҙам итергә? «Беҙҙең адвокат яллар өсөн етерлек аҡсабыҙ юҡ ине, — тип аңлата Августин исемле ҡәрҙәш, — һәм беҙ кемдән юридик ярҙам һорарға белмәнек».

 Ҡәрҙәштәребеҙҙең дин тотоу иркенә ҡурҡыныс янағанға, Үҙәк Америка филиалы шунда уҡ эш итә башлаған. Иң башта, был енәйәтте тикшереүҙәрен һорап, урындағы хөкүмәт етәкселәренә мөрәжәғәт иткәндәр. Шунан һуң Етәксе кәңәшмәнең Координаторҙар комитеты был эшкә баш идаралыҡтағы юридик бүлеген йәлеп иткән һәм уичоль общинаһындағы ҡәрҙәштәр исеменән судҡа мөрәжәғәт итеүҙе хуплаған. Ахыр сиктә был эш Мексиканың Юғары судына барып еткән.

 Беҙҙең юристарҙың халыҡ-ара төркөмө ентекле документ әҙерләгән. Унда, башҡалар ерле халыҡтың мәҙәниәтен хөрмәт итергә тейеш, ләкин ерле халыҡ общиналары ла үҙҙәренең бөтә ағзаларының иреген хөрмәт итергә һәм яҡларға бурыслы, тип аңлатыла ине. Кеше хоҡуҡтары яҡланған булырға тейеш.

 2020 йылдың 8 июлендә Мексиканың Юғары суды бер тауыштан Йәһүә шаһиттары файҙаһына ҡарар сығарҙы. Судтың ҡарары буйынса, ҡыуып ебәрелгәндәргә общинаға кире ҡайтырға бер кем дә ҡамасауларға тейеш түгел. Алда иҫкә алынған Августин бөтә зыян күргәндәрҙең хистәрен ошолай белдерҙе: «Беҙ бик бәхетле һәм ҡәрҙәштәргә беҙҙе яҡлағандары өсөн рәхмәтле! Улар ярҙам итмәһә, беҙ бер нәмә лә эшләй алмаҫ инек».

«Тик Йәһүә генә... аҙҙар өсөн шул тиклем күп эшләй ала!»

 Эквадорҙағы Сан-Хуан-де-Илуман ауылында Отавало халҡынан булған күп кенә ерле кешеләр йәшәй. Унда беҙҙең ҡәрҙәштәр ҡаршылыҡ менән осрашҡан. 2014 йылда улар бөтә рөхсәт ҡағыҙҙары алған һәм Батшалыҡ залы төҙөй башлаған. Ләкин рухани 100-ҙән артыҡ кеше алып килгән һәм төҙөлөштө туҡтатырға мәжбүр иткән. Шунан һуң община Йәһүә шаһиттарына ғибәҙәт ҡылыу өсөн бергә йыйылыуҙы тыйған.

 Эквадорҙағы филиалдың һәм баш идаралыҡтың юридик бүлектәре дин тотоу иркен яҡлар өсөн бергә хеҙмәттәшлек иткән. Беҙҙең ҡәрҙәштәр судҡа мөрәжәғәт иткән. Һөҙөмтәлә община ҡаршылыҡты туҡтатҡан һәм Йәһүә шаһиттарына бергә йыйылырға һәм Батшалыҡ залын төҙөргә рөхсәт иткән. Ләкин киләсәктә лә ҡәрҙәштәрҙең хоҡуҡтарын яҡлар өсөн, беҙҙең юристар, ерле халыҡ кеше хоҡуҡтарын хөрмәт итергә тейешме, тигән һорау буйынса ҡарар сығарыуҙарын үтенеп юғарыраҡ судтарға мөрәжәғәт иткән.

 2020 йылдың 16 июлендә Эквадорҙың Конституцион суды (илдең иң юғары суд инстанцияһы) был һорауҙы ҡараған. Ҡәрҙәштәрҙең мәнфәғәттәрен урындағы юрист ҡәрҙәштәр яҡлаған. Бынан тыш, был процеста халыҡ-ара хоҡуҡ буйынса тәжрибәләре булған һәм төрлө илдәрҙә йәшәүсе беҙҙең дүрт юрист ҡушылған. COVID-19 арҡаһында улар судҡа видеоконференция аша тоташҡан. Был — суд Йәһүә шаһиттарының юристарына процесҡа шулай тоташырға рөхсәт иткән беренсе осраҡ b. Беҙҙең юристар халыҡ-ара хоҡуҡ ҡағиҙәләренән һылтанмалар килтергән. Был һылтанмалар буйынса, бер кем дә, кеше ерле халыҡтан булғаны өсөн генә, уны хоҡуҡтарынан мәхрүм итә алмай.

Төрлө илдәрҙән булған юристар ҡәрҙәштәрҙең хоҡуҡтарын видеоконференция аша яҡланы

 Отавалолағы ҡәрҙәштәребеҙ түҙемһеҙлек менән Конституцион судтың ҡарарын көтә. Күрһәтелгән ярҙам өсөн улар бик рәхмәтле. Урындағы йыйылышта өлкән булып хеҙмәт иткән Сесар бына нимә ти: «Тик Йәһүә генә үҙ ойошмаһы аша аҙҙар өсөн шул тиклем күп эшләй ала».

 Был процеста ҡатнашҡан бөтә юристар ҙа — Йәһүә шаһиттары, һәм улар ҙур ҡәнәғәтлек менән бушҡа ярҙам итә. Әммә эштәрҙе алып барыу, уларға әҙерләнеү һәм судта ҡарау өсөн ваҡыт һәм аҡса кәрәк. Беҙҙең юристар һәм башҡа ҡәрҙәштәр юридик документтарҙы әҙерләүгә 380 сәғәт, Мексикала тыңлар өсөн документтарҙы тәржемә итеүгә тағы 240 сәғәт сарыф иткән. Эквадорҙағы эште әҙерләр өсөн бөтә донъя буйынса 40-ҡа яҡын юрист йөҙләгән сәғәт сарыф иткән. Ҡәрҙәштәрҙе яҡлар өсөн киткән сығымдар нисек ҡапланған? Һеҙҙең donate.dan124.com сайтында иҫкә алынған төрлө ысулдар менән яһалған ирекле иғәнәләрегеҙ ярҙамында. Һеҙҙең йомартлыҡ өсөн беҙ бик рәхмәтле.

a Йәһүә шаһиттары үҙ баҫмаларын Латин Америкаһында ҡулланылған европа телдәренә, шулай уҡ бер нисә урындағы ишара теленә тәржемә итәләр.

b Беҙҙең ойошма был процеста рәсми рәүештә ҡатнашмаһа ла, судьялар ҡәрҙәштәргә процеста эксперт сифатында ҡатнашырға рөхсәт иткән (amicus curiae йәки «судтың дуҫы»).